Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Мәктәбебеҙ йылы буласаҡ!”
Шулай тип ҡыуана Троицкий ауылы мәктәбе уҡыусылары

“Мәктәбебеҙ йылы буласаҡ!”Оҙайлы йәйге каникул тамамланыуға бер айҙан аҙыраҡ ваҡыт ҡалды. Тиҙҙән мәктәп коридорҙары балаларҙың шат тауышына күмеләсәк, дәрестәргә саҡырып ҡыңғырау сыңлаясаҡ. Әле белем усаҡтарында – ҡыҙыу осор, һәр урында яңы уҡыу йылына әҙерлек бара.


Благовар районының Троицкий ауылы мәктәбендә лә беҙ барғанда эш гөрләй ине. Бында Өфө ҡалаһының “Энергосис­темс” йәмғиәте көсө менән йы­лылыҡ системаһы тулыһынса яңыртылған. Йәмғиәт эшсәндә­ре иҫке торбаларҙы, йылытыу ҡорамалдарын алмаштырып ҡына ҡалмаған, уҡыу бүлмә­ләрендәге радиаторҙарҙы ап-аҡ итеп буяп та ҡуйған. Әлеге эштәрҙе электр һәм газ менән иретеп йәбештереүселәр Әсәт Әбделназаров, Финат Фәхретдинов һәм слесарь-монтажсы Камил Әбделназаров өс аҙна эсендә башҡарып сыҡҡан.
– Ҡыуанысыбыҙҙың сиге юҡ. Ниһайәт, мәктәпте йылытыуға бәйле ҙур мәшәҡәттәрҙән ҡото­лабыҙ. Ремонт эштәрен ҡыҫҡа ваҡытта башҡарып сыҡҡан йәмғиәт уңғандарының хеҙмә­тенән ҡәнәғәтбеҙ, – ти мәктәп директоры Антонина Харченко.
Троицкий урта дөйөм белем мәктәбе уҙған быуаттың 80-се йылдарында төҙөлгән. Шунан алып йылытыу системаһына бер тапҡыр ҙа ремонт яһал­ғаны булмаған. Быйыл башҡарылған эштәрҙең дөйөм суммаһы – 450 мең һум.
Ҡасандыр украиндар күсеп ултырып нигеҙ һалған ауылда бөгөн төрлө милләт кешеләре дуҫ, татыу көн итә. Урта мәк­тәптә 86 бала белем ала. Уҡы­тыу рус телендә алып барылһа ла, уҡыусыларҙың барыһы ла дәүләт теле булараҡ башҡорт телен өйрәнә. “Был йәһәттән беҙҙә бер ниндәй ҙә аңлашыл­маусанлыҡ булманы. Мәктәп етәкселеге лә, ата-әсәләр ҙә мәсьә­ләгә берҙәй ыңғай ҡараш­та. Башҡорт теле уҡытыусыһы Венера Зиннурованың эшенән дә ҡәнәғәтбеҙ”, – ти директор.
Мәктәп әллә ни ҙур белем усаҡтарынан һаналмаһа ла, яулаған уңыштары тос ҡына. Мәҫәлән, “Башҡортостандың 100 шағиры” район конкурсында – беренсе, “Иң яҡшы яҙыу дәресе” республика бәйгеһендә икенсе урынды яулағандар. Мәктәптә украин халыҡ фольклор түңәрәге эшләй. Унда шөғөлләнгән балалар йыл һайын Петр Яцик исемендәге халыҡ-ара бәйгелә, Шевченко көндәрендә уңышлы сығыш яһай. Инглиз теле уҡытыусыһы Татьяна Әҙеһәмова етәкселе­гендә шөғөлләнгән уҡыусылар ижади уңыштары менән ҡыуандыра. Уларҙың шиғыр-хикәйәләре “Бельские просторы” республика әҙәби журналында ла донъя күргән.
Мәктәп яны участкаһында уҡытыусылар һәм уҡыусылар көсө менән үҫтерелгән йәшел­сә-емеш – ашханаға ҙур ярҙам. Йыл һайын картуфтан мул уңыш алалар. Әйткәндәй, Тро­иц­кий мәктәбендә балаларҙы йылы аш менән тәьмин итеү күрһәткесе – 100 процент.
Быйыл урта мәктәпте алты уҡыусы тамамлаған. Уларҙың барыһы ла Берҙәм дәүләт имтихандарын уңышлы тапшырып, төрлө юғары һәм урта һөнәри уҡыу йорттарын һайлаған. 11-селәргә алмашҡа биш 1-се класс уҡыусыһы киләсәк. “Киләсәккә өмөт менән ҡарайбыҙ. Берҙәм маҡсат менән янып эшләгән коллек­тивҡа һәм һәр башланғы­сыбыҙҙы хуплап ҡаршы алған, мөмкин булғанса ярҙам иткән ата-әсәләргә рәхмәтлемен. Мәктәп – ул ауылға йән өрөүсе усаҡ, мәктәп – ул эш урындары. Әле ошондай ҙур күләмле ремонт эштәрен атҡарып сығыу алдағы көндәргә ышанысты арттыра, эшебеҙгә дәрт өҫтәй”, – ти Антонина Федоровна.

Благовар районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 49

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 36

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 56

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 47

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 79

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 72

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 86

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 85

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 84

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 178

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 86

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 89