Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балалар мәнфәғәтендә
Киләһе йыл Башҡортостандың 100 йыллығын байрам итеү айҡанлы республикала йөҙҙән ашыу объект төҙөлә. Торлаҡ һәм төҙөлөш күҙәтеү буйынса дәүләт комитеты коллегияһы ултырышында хәбәр ителеүенсә, әле уларҙың 16-һы файҙаланыуға тапшырылған.

Араларында Өфөнөң Дим районындағы “Дим-8” биҫтәһендә, Киров районындағы “Колгуев” биҫтәһендә мәктәптәр бар. Шулай уҡ баш ҡаланың Октябрь районындағы Нуғай ауылында урта мәктәптең тәүге сираты сафҡа инде, Бүздәктә, Красноусол, Дәүләкән, Үрге Тәтешле һәм Яңауылда балалар баҡсалары төҙөлгән. Бынан тыш Иҫке Шах ауылы эргәһендә Стәвәнжи йылғаһында һыу һаҡлағыс төҙөлөшө тамамланды. Туймазыла иһә универсаль спорт боҙ комплексы файҙаланыуға тапшырылды.
* * *
Ҡыйғы районының Дүшәмбикә ауылы мәктәбендә ремонт бара. Уға 430 мең һум күләмендә аҡса “Реаль эштәр” проектына ярашлы бүленгән.

1968 йылда төҙөлгән бинала иҙән тулыһынса туҙған булған, уны тиҙ арала алмаштырыу талап ителгән. Әле ошо маҡсат тормошҡа ашырыла, сентябрҙә уҡыусылар яңы шарттарҙа белем ала башлаясаҡ. Әйткәндәй, был тулы булмаған урта мәктәптә өс ауылдан 80-гә яҡын бала уҡый.
* * *
Нефтекама белем биреү учреждениелары тәҙрәләрен алмаштырыу, ҡыйыҡтарҙы, спорт зал­дарын ремонтлауға ҡала ҡаҙнаһынан 2 миллион 108 мең һум бүленгән.

Өҫтәүенә урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы буйынса был эшкә ун миллион һумдан ашыу аҡса йүнәлтеү планлаштырылған. Әле 6-сы, 13-сө урта дөйөм белем биреү мәктәптәрендә тәҙрә блоктары алмаштырылған, икенсеһендә шулай уҡ түбә капиталь ремонтланған, 10-сы мәктәптең “Мәғариф үҙәге” уҡыу корпусында ҡыйыҡ яңыртылған. Йәнә балалар һәм йәштәр ижады һарайындағы бассейн йүнәтелә.
“Ҡаланың белем биреү учреждениеларын йыл да яңыртып торорға тырышабыҙ. Быйыл да район-ҡалалар буйынса мәғариф кәңәшмәһе алдынан эште уңышлы тамамлау күҙ уңында тотола”, – тиҙәр урындағы хакимиәттә.

Автор: Ғ. ХӘБИРОВ.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 38

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 65

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 139

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 75

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 76

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 87

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 02.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә педагог-психолог Наза Миңлеғәлиева менән Афған һуғышы хәрәкәте...

Тотош уҡырға 62

Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап

Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап 30.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Донъяла һәр милләттең рухи хазинаһы, уны халыҡ иткән булмышы бар. Ул – туған тел – халыҡтың иң...

Тотош уҡырға 123

Балаларҙы туҡландырыу сифаты яҡшырамы?

Балаларҙы туҡландырыу сифаты яҡшырамы? 30.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортондағы кәңәшмә ошо мәсьәләгә арналды. – Мәктәпкәсә балалар учреждениеларында һәм...

Тотош уҡырға 77

Йәштәр фекерен башҡорт телендә белдерә

Йәштәр фекерен башҡорт телендә белдерә 28.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Быйыл “Башҡорт телендә фекер алышыуҙар буйынса республика чемпионаты” проекты Рәсәй йәштәренең...

Тотош уҡырға 121

Мәктәптә туҡланыу сифаты ҡәнәғәтләндерәме?

Мәктәптә туҡланыу сифаты ҡәнәғәтләндерәме? 28.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров төбәктәге...

Тотош уҡырға 91

Шахтер булыу еңелме?

Шахтер булыу еңелме? 28.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһы — шахтерҙар төйәге. Тап бында шахтерҙар династияһы дауам ителә,...

Тотош уҡырға 79