Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һулаҡай тип көлмәгеҙ...
Һулаҡай тип көлмәгеҙ...Халыҡ-ара һулаҡайҙар көнө 1992 йылдан алып билдәләнә. Уның башланғысында Британия һулаҡайҙар клубы тора. Әммә уға тиклем дә донъяла һул ҡуллы кешеләрҙе яҡлауға йүнәлтелгән халыҡ хәрәкәттәре булып ала. Мәҫәлән, 1980 йылда Америка Ҡушма Штаттарында, ҡорал һауытын һул яҡтан йөрөткән полиция хеҙмәткәре Франклин Уинборн уставты боҙоуҙа ғәйепләнеп эштән ҡыуылғас, митингылар үтә.

Һулаҡайҙар көнө уң ҡуллы йәмғиәттә аҙ ғына икенсе төрлө эш итеүсе кешеләр ҙә барлығына иғтибар йүнәлтеү, дизайнерҙарҙы, етеш­тереүселәрҙе улар өсөн уңайлы кәрәк-яраҡ, ҡорамалдар сығарыу эшенә йәлеп итеү, төрлө халыҡтарҙа һулаҡайлыҡҡа бәйле быуаттар дауамында нығынған ырым-хөрәфәттәрҙе юҡҡа сығарыу, һулҡуллылыҡ күренешен өйрәнеүсе ғилми тикшеренеүҙәрҙе хуплау-яҡлау маҡсатында булдырыла.
Һулҡуллылыҡтың сәбәптәре тураһында бихисап фараздар һәм күҙаллауҙар бар, әммә был күренештең аныҡ ҡына яуабы әлегәсә табылмаған. Ғалимдар һәм медицина белгестәре төп сәбәпте баланың яралғы осорондағы мейе үҫеше үҙгәрештәренә бәйләй. Һулаҡайлыҡтың генетик тәбиғәте лә әүҙем тикшерелә. Әгәр ата-әсә икеһе лә уң ҡуллы булһа, һулаҡай бала тыуыу ихтималлығы ике-өс процент тирәһе тәшкил итә, ә инде уларҙың береһендә һулҡуллылыҡ күҙәтелһә, был күрһәткес – 14-18, икеһе лә һулаҡай булһа, 30-40 процентҡаса арта.
Оҙаҡ йылдар дауамында ҡайһы бер илдәрҙә, айырыуса беҙҙең совет дәүләтендә, һулаҡайҙарҙы уң ҡул менән эш итергә өйрәтеү өҫтөнлөк итте. Бигерәк тә мәктәп уҡытыусылары барыһы ла уң ҡул менән яҙырға тейеш тигән ҡағиҙәне ныҡ тотто. Ҡайһы бер ата-әсәләр үҙҙәре үк балаһы уң ҡуллы йәмғиәттә ҡыйынлыҡтар кисермәһен тигән ҡараштан сығып, был үҙенсәлекте юҡ итеү яҡлы булды. Әммә бөгөн ғалимдар әлеге эштең мәғәнәһеҙлеген, һулаҡайлыҡ – ул һул ҡулдың уңына ҡарағанда яҡшыраҡ эшләүе генә түгел, ә баш мейеһе ярымшарҙары асимметрияһы сағылышы булыуын раҫланы.
Баланың ниндәй ҡуллы булыуы дүрт-биш йәш тирәһендә ныҡлап билдәләнә. Әгәр дүрт йәшенән һуң бала һул ҡул менән эш итеүгә өҫтөнлөк бирә икән, уны уң ҡуллыға әйләндерергә тырышыу кәрәкмәй. Ҡайһы бер балаларҙың ике ҡулы ла бер үк кимәлдә үҫешә, был күренеш фәндә амбидекстрия тип атала. Мәҫәлән, бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстой амбидекстр булған, ул уң ҡулы менән дә, һулы менән дә берҙәй үк матур яҙған. Ғалим-физиолог Иван Павлов тыумыштан һулаҡай була, әммә ныҡышмалы кү­некмәләр ярҙамында уң ҡулы эш­мәкәрлеген камиллаштыра һәм ике ҡулы менән дә операциялар яһай. Рәсәйҙең билдәле тенниссыһы Мария Шарапова ла – амбидекстр. Был үҙенсәлеге уға спортта ҙур ҡаҙаныштар яуларға ярҙам итә.
Ҡайһы бер уң ҡуллы кешеләрҙә лә йәшерен һулаҡайлыҡ булыуы ихтимал. Быны ябай ғына тест ярҙамында билдәләргә мөмкин: ҡул бармаҡтарын бергә ишеп, “йоҙаҡ” яһағыҙ. Әгәр һул ҡулдың баш бармағы өҫтә булһа, тимәк, һеҙҙә йәшерен һулаҡайлыҡ билдәһе бар.
Дөйөм алғанда, һулаҡайҙар кешелектең өстән алып ун процентына тиклем өлөшөн тәшкил итә. Һуңғы йылдарҙа бөтә донъяла һул ҡуллыларҙы уң ҡул менән эш итергә өйрәтеүҙән баш тартыуға бәйле, уларҙың һаны артҡандан-арта. Ҡайһы бер илдәрҙә, мәҫәлән, АҠШ-та, Францияла, Англияла һәм Германияла, һулаҡайҙар уң ҡуллы йәмғиәттә үҙҙәрен уңайлы тойһон өсөн, барлыҡ шарттар булдырыла. Улар өсөн тәғәйен сауҙа нөктәләре бар, унда ҡайсы, бысаҡ, спорт кәрәк-ярағы һатыла. Хатта һул ҡуллылар өсөн махсус эшләнгән теген машиналары, фотоаппараттар, компьютер клавиатуралары ла етештерелә.
Һулаҡайҙар спорттың ҡайһы бер төрҙәрендә, айырыуса бокста, тенниста, фехтованиела ҙур уңыштарға өлгәшеүсән. Улар араһынан ижади кешеләр күп сыға.

Билдәле һулаҡай дәүләт эшмәкәрҙәре һәм хәрбиҙәр – Юлий Цезарь, Наполеон, Александр Македонский, Черчилль, Бисмарк, Фидель Кастро; Американың дүрт президенты – Джеральд Форд, Билл Клинтон, Джордж Буш (өлкәне) һәм Барак Обама. Шулай уҡ бөйөк рәссамдар Леонардо да Винчи, Микеланджело, Пабло Пикассо, яҙыусылар Ганс Христиан Андерсен, Франц Кафка, Фридрих Ницше, Льюис Кэрролл, музыканттар Паганини, Моцарт, актер Чарли Чаплин, ғалимдар Альберт Эйнштейн, Исаак Ньютон да һулаҡай булған.
Рәсәйҙең билдәле һулаҡай шәхестәре – рус теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөгән яҙыусы-лексикограф Владимир Даль, композитор Сергей Рахманинов, шахматсы Гарри Каспаров, режиссер Юрий Любимов, балерина Майя Плисецкая.


Ғәлиә СӘЛИХОВА, Республика ғаиләгә, балаларға һәм йәштәргә социаль-психологик ярҙам күрһәтеү үҙәге психологы:
– Балағыҙҙың һул ҡул менән эш итеүгә өҫтөнлөк биреүе асыҡланһа, быны ғәҙәти хәл тип ҡабул итегеҙ. “Ул башҡалар кеүек түгел” тип уйлап, был үҙенсәлеге хаҡында даими иҫенә төшөрөп тороу кәрәкмәй. Мәктәпкә барыр алдынан уҡытыусыһын алдан иҫкәртеп ҡуйығыҙ, уны уң ҡул менән яҙырға мәжбүр итеүгә юл ҡуймағыҙ. Һулаҡайҙарҙың уйлап табыу һәләте яҡшы үҫешә, шуға күрә бәләкәсегеҙҙең төрлө ҡыҙыҡлы “асыштарынан”, фантазия емештәренән көлмәгеҙ. Ә дөйөмләштереп әйткәндә, һулҡуллылыҡ – тайпылыш түгел, ул бары тик организмдың үҙенсәлеге, һулаҡайҙар – уң ҡуллылар кеүек ғәҙәти кешеләр.

Вәкил САЛАУАТОВ, водитель, 49 йәш:
– Беренсегә барғас, уҡытыусыбыҙ класта бер минең һулаҡай булыуымды белеп, ныҡышмалы рәүештә уң ҡул менән яҙыуҙы талап итте. Үҙем дә һиҙмәҫтән ручканы һул ҡулыма тотоп эшләй башлауға, эргәмә килеп етеп, уңына күсерә. Ҡулға һуғыу кеүек яза төрҙәрен дә күп татыным, бер мәл хатта һул ҡулымды билемә ҡуша бәйләп ҡуйҙы. Шулай мәжбүри рәүештә уң ҡул менән яҙырға өйрәтһәләр ҙә, башҡа эштәрҙе һулаҡайым менән башҡарам. Сүкеш, балта кеүек ҡорамалдарҙы һулым менән тотам, һул ҡул менән ашайым. Бының бер насарлығын да күрмәйем. Элекке совет мәктәбендәгесә баланы мәжбүри рәүештә уң ҡул менән яҙҙырыу дөрөҫ булмаған тип һанайым.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 40

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 60

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 58

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 71

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 73

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 73

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 156

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 80

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 81

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 94

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 02.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә педагог-психолог Наза Миңлеғәлиева менән Афған һуғышы хәрәкәте...

Тотош уҡырға 65

Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап

Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап 30.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Донъяла һәр милләттең рухи хазинаһы, уны халыҡ иткән булмышы бар. Ул – туған тел – халыҡтың иң...

Тотош уҡырға 127