Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ун ете бөртөк ҡыҙыбыҙ бар...”
“Ун ете бөртөк ҡыҙыбыҙ бар...”“...Буш сәңгелдәк бәүетеүҙән һаҡла мине, яҙмыш”, – тип яҙа үҙенең бер шиғырында Рауил Бикбаев. Ысынлап та, мөхәббәттәре емешһеҙ ғаиләләргә Хоҙай сабырлыҡ бирһен. Кемдәрҙер был әсе хәҡиҡәт менән килешеп, икәүҙән-икәү йәшәй бирһә, бәғзеләр ҡарауға бала ала. Стәрлетамаҡ районының Яңы Отрадовка ауылында йәшәгән Татьяна менән Иван Кравченколар ҙа дауахана юлын тапай торғас, төңөлөп, балалар йортонан бер ҡыҙ алып ҡайта. Бала шул тиклем оҡшай үҙҙәренә, хатта уның неврологик сирле икәнлегенә лә иғтибар итмәйҙәр. Һәм... өс йыл үтеүгә, был изге ғәмәлдәре өсөн Аллаһ Тәғәлә ҡатынды әсәлек бәхете менән бүләкләй! Ана шулай башлана Кравченколарҙа ҡыҙҙар тарихы.


Ошо ваҡиғанан һуң мөғжизә барлығына ышанмай ҡара инде! Артабан тағы ошондай уҡ сирле ике бала ала ғаилә, шунан үҙҙәренең ҡыҙы тыуа, сылбыр шулай дауам итә... Ә хәҙер был өйҙә 17 ҡыҙ йәшәй! Өсөһө – үҙҙәренеке, башҡаларын тәрбиәгә алғандар. Тик шуныһы: балалар араһында 15-е неврологик, психик сирҙәрҙән яфалана. Үкенескә ҡаршы, Кравченколарҙың үҙҙәренең дә икенсе ҡыҙы, ваҡытынан алда донъяға килеү сәбәпле, инвалид булып ҡала.
Ә бына балалар йортонан алын­ғандарҙың күбеһе, әңгәмәсем әйтеүенсә, үкенескә ҡаршы, биологик әсәләренең иҫерткес эсемлектәр, наркотик матдәләр, балаға уҙыуҙан һаҡланыу дарыуҙары ҡулланыуы сәбәпле ғәрип булып тыуған икән.
– Ләкин ҡыҙҙарым бирешмәй, үҫешергә тырыша, – ти өмөт менән әсәй кеше.
Эйе, 17 бала ҡарау, уларҙы кеше итеү үҙе үк ҙур иғтибарға һәм ихтирамға лайыҡ. Был хеҙмәттең ниндәй көс, сабырлыҡ, ныҡышмалылыҡ, аҡыл талап иткәнен ата-әсә үҙе генә беләлер. Ә бында... кемдер үҫеш буйынса артта ҡалған, бәғзеһе һөйләшә белмәй, ҡыҙҙарҙың береһенә ризыҡты тик иҙеп-ваҡлап ашатырға тура килһә, икенсеһе ғүмерен түшәктә ятып ҡына үткәрергә мәжбүр. Ошоларҙы күҙ алдына килтереп, Кравченколарҙың, Татьянаның әсәһе Ирина ханымдың үҙҙәрен тулыһынса балаларға арнауын нисек баһаларға?!. Бер ниндәй һүҙ ҙә етмәҫ һымаҡ. Иң мөһиме – Аллаһ Тәғәләнең рәхмәтелер.
Ысынлап та, изге ғәмәлде атҡарыуҙа Ирина Илдар ҡыҙының да өлөшө баһалап бөткөһөҙ. Был тиклем яуаплы эште Татьянаға яңғыҙ атҡарыуы бик ауырға тура килер ине: Иван көнө-төнө тигәндәй дөйөм хужалыҡ мәшәҡәттәре менән була – механизатор, ә балаларға бер-береһен ҡарашыу еңел түгел. Татьяна өҫтәүенә – башланғыс кластар уҡытыусыһы, ауыл мәктәбенә беркетелгән белгес. Балаларға өйҙә үҙе белем бирә.
– Ун ете бөртөк ҡыҙыбыҙ бар, улар тәртипле лә, тырыш та, татыу ҙа, – тип маҡтай ул күҙ нурҙарын. Ошо һүҙҙәрҙән һуң был бөйөк ҡатын өсөн йорттағы һәр бала үҙенекеләй, тулғағы тотоп тапҡандай ҡәҙерле икәненә тағы бер ҡат инанаһың. – “Ғәрип балалар менән ҡыйынмы?” тигән һорау бирергә теләйһегеҙҙер, һиҙеп торам. Эйе, ауырлыҡтар бар. Әммә ҡыҙҙарымдың ихласлығын бөгөнгө һау-сәләмәт, ләкин холҡо боҙолған ҡайһы бер балаларҙың ҡылыҡ-фиғеле менән сағыштырам да, кем һау икән, тигән һорау биреп ҡуям...
Кемдер Хоҙай бүләк иткән балаһын да ҡарай алмай, ә ошондай ғаиләләр ауырлыҡтарға ҡаршы сығып, яҙмыш һынауында ҡалғандарҙы ла яҡлай, кеше итергә тырыша. Шулай, бәхетте һәр кем үҙенсә аңлай...

Стәрлетамаҡ районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 49

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 36

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 56

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 47

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 79

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 72

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 86

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 85

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 84

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 178

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 86

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 89