Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ғаиләнән уңған – бәхеткә тулған
Ғаиләнән уңған – бәхеткә тулғанҺәр ғаиләнең үҙ эше, үҙ бәхете, үҙ яҙмышы. Әммә иманлы, бәрәкәтле нигеҙҙә генә изгелек, мәрхәмәтлек шытып сыға. Ошо төшөнсәләрҙең барыһы ла нәҫелебеҙҙән күсә килә. Белорет районының Егәҙе ауылында йәшәгән Рауил Ғилмановтың күңеленә лә матур сифаттарҙы олатай-өләсәйе һалған.

Баҡыйҙа тыуып үҫкән егеттең оло маҡсаттар ҡуйып йәшәүенә ғәжәпләнәһе лә түгел, сөнки Советтар Союзы Геройы Зөбәй Үтәғоловты үҫтергән ауыл элек-электән юғары аңлы, көслө рухлы, маҡсатлы кешеләре менән данлы. Урмансы һөнәрен һайлаған Рауил Солтан улын да мәңгелек урман илһамландыра, рухландыра, дәртләндерә, яңынан-яңы үрҙәргә әйҙәй. Хис-тойғоһон гармун телдәренә күсерә, яратҡан урманына барып индеме – моңло ла, дәртле лә йырҙарын һуҙа.
Рауил Солтан улының ғүмерен ике өлөшкә бүлергә була. Береһендә ул Көйөк ауылынан Миңзилә Тимербай ҡыҙы менән 20 йылдан ашыу матур донъя көтөп, бына тигән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерә. Дөрөҫөн әйткәндә, ҡатынын юғалтҡанда “ҡошсоҡ”­тарының икеһе мәктәптә уҡып йөрөгән була. Хәҙер улар – ике улы һәм ике ҡыҙы – атай-әсәй булып, матур донъя көтә, тыуған нигеҙен дә онотмай. Балалары менән килеп йөрөйҙәр, төрлө эштә ярҙам итәләр.
Атай абруйының шул тиклем юғары булыуы һоҡландыра. Атанан күргән – уҡ юнған, әсәнән күргән – тун бескән, тигәндәй, Рауил Солтан улының балалары Әлмират, Фидаил, Гөлдәр, Алһыуҙың булдыҡлылығына, тырышлығына хайран ҡалырлыҡ.
Ҡатынын юғалтһа ла, көслө рухлы уҙаман бөгөлөп төшмәй, балалары хаҡына үҙендә артабан йәшәүгә көс таба. Күңел яралары уңала төшкәс, яңғыҙы ул тәрбиәләгән Эльвира Рәшит ҡыҙына өйләнә. Икенсе ҡатыны ла донъя көтөргә сос, уңған, бала йәнле булып сыға. Эльвира үҙе лә ишле ғаиләлә тыуып үҫкән. Хәҙер инде улар 12-се йыл бер-береһен аңлап, гөрләтеп донъя көтә, мал, ҡош-ҡорт аҫрай, умарта тота.
Эльвира Рәшит ҡыҙы менән Рауил Солтан улы тағы ла алты балаға ғүмер бүләк итә. Хәҙер Рауил Ғилманов – 11 балаға хәстәрлекле атай һәм туғыҙ ейәнсәргә олатай. Быйыл хаҡлы ялға сығыуына ҡарамаҫтан, дәртләнеп эшләп йөрөй. Ә инде Эльвира Рәшит ҡыҙы балалар менән өйҙә, сөнки иң өлкәндәре IX класҡа күсһә, кинйәләре Рамзанға әле йәш тә ун ай. Уларҙың һәр береһен мәктәпкә әҙерләргә, төрлө түңәрәктәргә йөрөтөргә кәрәк. Мәҫәлән, иң өлкәне Айгиз футбол, музыка менән шөғөлләнә, йырлай, хоккей, саңғы ярыштарында ла ҡатнаша. IV класҡа күскән Нәркәс тә музыка, бейеү серҙәренә өйрәнә, баскетбол, волейбол секцияларына йөрөй. I класты тамамлаған Сабина ла апаһынан һис ҡалышмай, бейеүгә әүәҫ. Азалия быйыл уҡырға бара, ә Самира менән Руфина балалар баҡсаһына йөрөй.
Күп бала тәрбиәләү ауырҙыр инде, тигәс, хужабикә: “Юҡ, – тип яуапланы. – Сирләп китһәләр генә ҡыйын инде, ә былай улар бер-береһен ҡарап, терәк-таяныс булып үҫә. Иремдән уңдым, хәстәрлекле, йүнсел, уңған кешегә тап булыуыма ҡыуанам”.
Оҙаҡ йылдар Егәҙе урмансылығына етәкселек итеү менән бергә ауыл Советы депутаты вазифаһын да еренә еткереп атҡара, һәр сарала ҡатнаша Рауил Солтан улы. Тырыш хеҙмәте Маҡтау ҡағыҙҙары, Рәхмәт хаттары һәм ҡиммәтле бүләктәр менән баһаланған.
Эйе, балалар киләсәген ҡайғыртып йәшәгән ғаиләләрҙең һәр көнөн, сәғәтен ҡаһарманлыҡҡа тиңләргә мөмкин, сөнки улар илебеҙҙең, милләтебеҙҙең киләсәгенә тос өлөш индерә. Ә инде үҙенең булдыҡлылығын һүҙ түгел, эше менән раҫлаған Рауил Солтан улы кеүек ир-егеттәрҙе “ил ағаһы” тип ҙурлау бер ҙә хата булмаҫ. Ғаилә, балалар, эш бәхетенән дә юғарыраҡ нимә бар һуң был донъяла?! Иң ҙур байлыҡ та, йәшәү мәғәнәһе лә бит улар.

Белорет районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 40

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 60

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 58

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 71

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 73

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 73

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 156

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 80

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 81

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 94

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана?

Илһөйәрлек ҡайҙан башлана? 02.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Асҡын ауылының 2-се урта мәктәбендә педагог-психолог Наза Миңлеғәлиева менән Афған һуғышы хәрәкәте...

Тотош уҡырға 65

Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап

Халҡыбыҙҙың мәнфәғәтен яҡлап 30.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Донъяла һәр милләттең рухи хазинаһы, уны халыҡ иткән булмышы бар. Ул – туған тел – халыҡтың иң...

Тотош уҡырға 127