Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Милли мәғариф ни хәлдә?
Милли мәғариф ни хәлдә?М. Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында “Милли мәғариф: бөгөнгө көн һәм үҫеш перспективалары” тип аталған фекер алышыу майҙансығы ойошторолдо. Сарала мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова, уның урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова һәм башҡа белгестәр, мәғариф идаралыҡтары методистары, уҡытыусылар ҡатнашты.

– Беҙҙең милли белем биреү тармағы күп төбәктәр өсөн өлгө булып тора. Төп бурыстарыбыҙҙың береһе – уны һаҡлап ҡалыу, милли уҡыу йорттарына белгестәр әҙерләү, ғилми-методик базаны нығытыу, – тине министр, форумды асып.
Кәңәшмәлә “Донъяуи кафе” үҙенсәлекле яңылыҡ булып яңғыраны. Ул милли мәға­рифтың көн үҙәгендә торған мәсьә­ләләрҙе күтәреп сығып, уртаға һалып һөйләшеү һәм һәр кемдең үҙ фекерен башҡаларға еткереү мөмкинлеге менән уңышлы булды. Ғәҙәти булмаған был алым, модераторҙар әйтеүенсә, белгестәргә командалағы эште ойоштороу өсөн уңайлы. Уның маҡсаты – Башҡортостанда Туған телдәрҙе уҡытыу концепцияһы өсөн яңы идеялар әҙерләү. “Донъяуи кафе” – киләсәктә уҡытыусы­ларға туған телдәрҙе үҙҙәре тәҡдим иткән, кәрәкле тип һанаған алымдарҙы ҡулланып, өйрәтеү өсөн шәп мөмкинлек.
Уҡытыу барышында нимәгә таянып эш итергә? Методиканың көслө яҡтарын билдәләү менән бер рәттән, етешһеҙ­лектәрен нисек асыҡларға? Концепцияла яҡтыртыласаҡ иң мөһим һәм әһәмиәтле һорауҙарға нисек яуап әҙерләргә? “Донъяуи кафе”ның бурыстары тап ошонан ғибәрәт ине. Педагогтарҙың барыһы ла был яңы алымға ыңғай ҡараш белдерҙе, күп методистар үҙ райондарында ла пленар ултырыштарҙы ошо формала үткәрергә кәрәк тигән ҡарарға килде.
“Уҡыусы дәрестән күңеле менән күреп һәм ишетеп сығырға тейеш”. Ошо фекер иҫтә уйылып ҡалды туған тел уҡытыусыла­рының оҫталыҡ дәрестәрендә. Сығыш яһаған һәр педагог хеҙмәттәштәре менән тәжрибә уртаҡлашты, дәрестәрҙә ҡулла­ныл­ған тәғәйен алымдар аша балаға нисек ҡоро белем биреп кенә ҡалмай, күңелендә илһөйәрлек тойғоһо тәрбиәләү, был тормошта үҙ урынын табырға ярҙам итеү, йәшәргә өйрәтеү хаҡында һүҙ алып барҙы.
Фекер алышыу майҙансығының эше “түңәрәк өҫтәл” менән тамамланды. Ҡат­нашыусылар яңы уҡыу йылында Баш­ҡортостандың белем биреү ойошмаларын­да дәүләт һәм туған телдәрҙе өйрәтеүҙе ойоштороуҙың көнүҙәк мәсьәләләре тураһында әңгәмәләште.
– Туған телдәрҙе һаҡлау маҡсатында һәр кем ҡулынан килгәнде эшләргә тейеш. Был осраҡта һәр ата-әсәнән гражданлыҡ позицияһы талап ителә, – тине мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитетының баш белгесе Рәйсә Күзбәкова ла “туған телгә һөйөү, уны һаҡлау, мәктәптәрҙә өйрәнеүгә нигеҙ ғаиләләрҙә һалынырға тейеш” тигән фекер белдерҙе:
– Яңы Федераль дәүләт белем биреү стандарттары буйынса 10-11-се кластарҙа башҡорт теленең мәжбүри булмауы бошондора, әлбиттә. Һәр уҡыусының башҡорт телен үҙ теләгенән сығып өйрәнеү мәсьәләһенә килгәндә, шуны әйтер инем: ата-әсәләр комиссияһы булдырылды һәм уның эшмәкәрлеге ярҙамында күпселеккә туған телде өйрәнеүҙең мөһимлеген, әһәмиәтен аңлата алырбыҙ, сөнки хәҙер замандаштарыбыҙ туған телдең кәрәклеген, балаларға халҡыбыҙҙың быуаттар буйы йыйылып килгән рухи ҡиммәттәре, йолалары, ғөрөф-ғәҙәттәре нигеҙендә генә ысын тәрбиә биреп булғанын төшөнә, шуға күрә дөрөҫлөк юлына баҫҡандар һаны киләсәктә артасаҡ тигән ышаныстамын.
Ғөмүмән алғанда, кәңәшмәнең әһәмиәте ифрат ҙур булды. Райондарҙан килгән уҡытыусылар, методистар фекерҙәрҙе тыңлап ҡына ҡалманы, ә милли мәғариф проблемаларын хәл итеү буйынса туранан-тура эштәрҙә лә ҡатнашты. Һәр береһенең үҙ фекерен еткереүе, тәҡдимен индереүе буйынса һайланылған формат һәм йөкмәткеһе йәһәтенән кәңәшмә уңышлы үтте. Бындай сараларҙы киңерәк майҙанда үткәрергә кәрәк, был осраҡта һөҙөмтә ҙурыраҡ булыр, тигән фекергә килде йыйында ҡатнашыусылар.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш

Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 58

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бәләкәстәр уйынға шул хәтлем мөкиббән бирелгән, хатта бүлмәгә килеп ингән ағай-апайҙарҙы ла...

Тотош уҡырға 79

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә 128 мәктәп, лицей һәм гимназияның 69-ында уҡытыу ике сменала ойошторолған....

Тотош уҡырға 40

Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 43

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 77

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 43

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 62

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 51

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 84

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 77

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 91

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 93