Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Халыҡ бергәләп тотонғас...
Халыҡ бергәләп тотонғас...Яңы уҡыу йылын Төрөкмән урта мәктәбе уҡыусылары йылы һәм яҡты бүлмәләрҙә ҡаршылай. “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”на ярашлы, белем усағының тәҙрәләре өр-яңыға алмаштырылған. Моҡас ауыл биләмәһе башлығы Илдар Бүләкәнов әйтеүенсә, яҡын арала ошо уҡ ғәмәл мәктәптең Әхмәрҙәге филиалында ла атҡарыласаҡ.


Төрөкмәндә эш тамамланыуға табан бара. Проекттың дөйөм хаҡы – 1 миллион 300 мең һум. Шуның 134 меңен ауыл халҡы тулыландырған, һәр йорттан 600 һум йыйыу ҡаралһа ла, күптәр берәр мең һум аҡса тапшырған. Әхмәр халҡы ла үҙен күптән борсоған проблеманы хәл итеү – белем усағының тәҙрәләрен замансаға алмаштырыу – өсөн тауыш биреп яңылышмаған. Тиҙ арала улар 100 мең һум йыйыуға өлгәшкән, был эштә барыһы ла ҙур әүҙемлек күрһәткән. Проекттың хаҡы – 999,9 мең һум.
Мәктәптәрҙе яңыртыу эшенә бағыу­сылар ҙа тос өлөш индергән – барлығы 60 мең һум йыйып тапшырған. Айырыуса “Толпар” яуаплылығы сикләнгән йәмғиә­тенә, фермер Иштуған Сабитовҡа, шәхси эшҡыуарҙар Руслан Ғайсинға, Гөлназ менән Гөлнара Мәҡсүтоваларға, Ләйсән Үләкәноваға, Булат Байбуловҡа, Фәнис һәм Мөҙәрис Кәримовтарға рәхмәтле ауыл халҡы.
Уҙған быуаттың етмешенсе йылдарында төҙөлгән Төрөкмән урта мәктәбе, төрлө һынауҙарҙы лайыҡлы үтеп, ниһайәт, быйылдан заманса төҫ ала. Күптән түгел белем усағының спорт залы “Балалар спорты” федераль программаһына ярашлы тулыһынса төҙөкләндерелгән. Хеҙ­мәткәрҙәрҙең бындай ҡаҙанышҡа һөйөнөсө сикһеҙ. Мәктәптә оҙаҡ йылдар башланғыс кластар уҡытыусыһы булып эшләгән Гөлсибәр Абдуллинаның да кәйефе күтәренке. Балаларҙы йылы, яҡты бүлмәләрҙә ҡаршылау үҙе бәхет бит!
– Мәктәп коллективының, ауылдаш­тарҙың “Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһы”ның мөһимлеген аңлап ҡабул итеүе һәм күптән хәл ителеүҙе көткән проектҡа тауыш биреүе ҡыуандырҙы, – ти Гөлсибәр Ғәлим ҡыҙы. – Беҙ уҡыусылар менән проектты яҡлап һүрәттәр төшөрҙөк: кемдер ярыҡ тәҙрәләр янында өшөп ултырған уҡыусыны сағылдырһа, икенсеһе быяла ярсығына ҡулын ҡырҡҡан баланы эшләне. Төрлө-төрлө булһа ла, был эштәрҙең мәғәнәһе бер ине: мәктәпкә яңы тәҙрәләр кәрәк! Быны һәр кемдең аңлап ҡабул итеүенә, проект өсөн тауыш биреүенә рәхмәт. Ауыл халҡының берҙәм эш алып барыуы һөҙөмтәһендә яңы уҡыу йылын яңыр­тылған бинала ҡаршылайбыҙ. Хәҙер балалар дәрескә ҡат-ҡат кейенеп килмәҫ, мәктәп формаһында рәхәтләнеп уҡыр. Төбәк яҙмышы өсөн ғәжәп әһәмиәтле ваҡиға был.

Баймаҡ районы.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






2015 йылдан уҡ көтәләр...

2015 йылдан уҡ көтәләр... 20.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Стәрлетамаҡтағы 33-сө балалар баҡсаһы 2015 йылдың аҙағында эшләй башларға тейеш була. Әммә...

Тотош уҡырға 41

Афарин, Бишбүләк уҡыусылары!

Афарин, Бишбүләк уҡыусылары! 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн республика тарихында тағы ла бер ҙур мәҙәни, әҙәби сараға нигеҙ һалынды: I Сафуан Яҡшығолов...

Тотош уҡырға 59

Күпме стипендия биреләсәк?

Күпме стипендия биреләсәк? 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға бирелә торған стипендиялар тураһында Башҡортостан...

Тотош уҡырға 78

Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп...

Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп... 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтындағы 4-се дөйөм ятаҡ республика юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған...

Тотош уҡырға 51

Атайсалын һөйгән абынмаҫ

Атайсалын һөйгән абынмаҫ 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Бүребай урта мәктәбендә проект-тикшеренеү эштәре...

Тотош уҡырға 56

Бала күңелен аса белгән уҡытыусылар

Бала күңелен аса белгән уҡытыусылар 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Мәжитовтарҙың педагогик хеҙмәт стажы – 80 йыл....

Тотош уҡырға 60

“Урал батыр” йыйҙы балаларын

“Урал батыр” йыйҙы балаларын 18.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорттоң рухи хазинаһы булған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын үткәреү Сибайҙың...

Тотош уҡырға 112

Ошондай пазлдар кемгә оҡшамаҫ!

Ошондай пазлдар кемгә оҡшамаҫ! 17.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә эштәре менән һоҡландырмай бөгөн! Мәҫәлән, районда йәшәгән гүзәл...

Тотош уҡырға 103

Иң шәп уҡыу кабинеты – Темәстә!

Иң шәп уҡыу кабинеты – Темәстә! 17.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан иң яҡшы уҡыу...

Тотош уҡырға 121

"Асыҡ ишектәр көнө"нә килегеҙ!

"Асыҡ ишектәр көнө"нә килегеҙ! 15.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Уҡырға ҡайҙа барырға? Сығарылыш класс уҡыусылары араһынан берәүҙәр буласаҡ һөнәрен күптән билдәләп,...

Тотош уҡырға 146

"Дозор" ышаныслы һаҡлай

"Дозор" ышаныслы һаҡлай 15.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Хәйбулла районының барлыҡ белем усаҡтарында һәм мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларында лиценциялы һаҡ...

Тотош уҡырға 183

Урҙайҙағы  бер көн

Урҙайҙағы бер көн 15.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Урҙай” нимә ул тиһегеҙме? Хәрби лагерь. Беҙ ҙә бөгөн урҙай ҡороп алдыҡ. Ҡәлғәбеҙ – ситәндән. Ике...

Тотош уҡырға 169