Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Балаға дөрөҫ йүнәлеш биреү мөһим
Шәхестәр үҙебеҙҙә үҫергә тейеш.

Илебеҙҙең киләсәге һәләтле балалар ҡулында икәнлеген һәр кем яҡшы аңлай, шуға күрә педагогтың бурысы – уларҙы ваҡытында күреү, маҡсатлы эш алып барыу, уҡыусыларҙың һәләтен үҫтереү.

Был йәһәттән Хәйбулла районы хакимиәте мәғариф бүлеге менән берлектә тығыҙ эш алып бара.

Төбәктә бер нисә йыл рәттән һәләтле балаларҙы дәртләндереү маҡсатында район хакимиәте баш­лығының премияһы булды­рылған, күп йүнәлештәге профилле лагерҙар эшләй. Рәсәй олимпиадаһында еңеүселәрҙе Ҡара диңгеҙ буйына ял итергә ебәреү, төрлө ерҙәргә экскурсия­ларға йөрөтөү ҡаралған. Ғәмәлдә бындай йүнәлештәге эштәр Аҡъяр­ҙың 2-се мәктәбендә маҡ­сатҡа ярашлы алып барыла. Был хаҡта мәктәп директоры Нияз Хәмзә улы Рыҫҡолов бына ни һөйләй:

– Һәләтле баланы күрә белеү тәү сиратта уҡытыусынан тора. Уның талантын бар яҡлап асыуҙа ата-әсәнең һәм мәктәп етәкселе­генең дә әһәмиәте ҙур. Берен­сенән, баланы ҡыҙыҡһындырыу кәрәк, икенсенән, уны дәртлән­дереү мотлаҡ. Ошо тәңгәлдә эш алып барғанда ғына һәйбәт һөҙөмтәләргә өлгәшергә мөмкин.

Беҙҙең мәктәптә һәр баланы шәхес итеп үҫтереү, уның бар яҡлап һәләтен асыу, талантын ки­ңәйтеү маҡсатында эҙмә-эҙлекле эш алып барыла. Бында иң тәүҙә түңәрәктәрҙең әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ. Төрлө түңәрәк­тәрҙә һәм спорт секцияларында шөғөлләнеү баланың үҫешенә ыңғай йоғонто яһап ҡына ҡалмай, уны оло тормошҡа әҙерләй. Иң мөһиме – үҙенә оҡшаған ҡыҙыҡ­һы­ныуын ҡәнәғәт­ләндерә, килә­сәккә һөнәр һайлауҙа дөрөҫ йүнә­леш бирә, һәләтен бар тулы­лығында асыуға булышлыҡ итә.

Мордва Республикаһының Саранск лицейында белем алған Тимур Дәүләтбаев – мәктәбебеҙ уҡыусыһы. Уның бөгөнгө Бөтә донъя олимпиадаһындағы ҡаҙа­ныш­тарына тәүге баҫҡыстар тап беҙҙең белем усағында һалынған. Әгәр ҙә республикала Тимур кеүек һәләтлеләрҙе артабан үҫтереү йүнәлешендәге мәктәп­тәр булғанда, күпме бала үҙебеҙ­ҙең Башҡортостан данын яҡлар ине!

Үҙебеҙҙең төбәккә килгәндә, беҙҙең ра­йон­да был яҡтан эш яҡ­шы ойошторолған. “Робот тех­никаһы”, “Авиамодель”, “Судомодель” йүнәлешендә буласаҡ инженер­ҙарҙы тәрбиәләгән түңә­рәктәр эшләй. Каникул осоронда балаларҙың һәләтен үҫтереү һәм нығытыу маҡсатында ошо йүнә­лештәге профилле лагерҙар ойошторола. Йәйге миҙгелдә балалар ял итеп кенә ултырмай, техник белемдәрен һәм оҫталыҡ­тарын арттыра, үҙ-ара тәжрибә уртаҡлаша.

Беҙҙең мәктәп уҡыусыһы Яҙ­гөл Тө­рөп­ҡолова әле Ҡара диңгеҙ буйында ял итә. Ул – район, республика, Рәсәй олим­пиа­даһы еңеүсеһе. Һәләтте үҫтереүҙең төп шарты уҡыусыны ҡыҙыҡһын­дырыу һәм дәртләндереү икәнлеген бер кем онот­маҫ­ҡа тейеш, шул иҫәптән ата-әсә лә, уҡытыусы ла.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш

Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 34

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бәләкәстәр уйынға шул хәтлем мөкиббән бирелгән, хатта бүлмәгә килеп ингән ағай-апайҙарҙы ла...

Тотош уҡырға 34

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә 128 мәктәп, лицей һәм гимназияның 69-ында уҡытыу ике сменала ойошторолған....

Тотош уҡырға 32

Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 42

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 75

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 42

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 62

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 51

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 84

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 76

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 91

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 92