Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Йөрәгемде балаларға бирәм...”
“Уҡытыусынан башҡа һөнәрҙе күҙ алдына ла килтермәйем”

Данлы уҡытыусылар династияһы Таулыҡаевтарҙың нәҫелен лайыҡлы дауам итеүселәрҙең береһе Айгөл Байғужина менән яҡындан аралашҡас, уның был һөнәрҙе дөрөҫ һайлауына шаһит булдым. Ундайҙар хаҡында: “Хоҙайҙан бирелгән һәләте бар”, – тиҙәр. Эшенә мөкиббән бирелгән, төплө белемле, балаларҙы яратҡан мөғәллимә менән аралашыу ҡыҙыҡ та, күңелле лә.

Бала саҡтан уҡытыусы булып уйнаған...

Сығышы менән Айгөл Рәшит ҡыҙы – Йәнтеш ауылынан. Уҡытыусылар ғаилә­һендә тыуып үҫкәнгәме, әллә бала сағы мәктәптә, әсәһе уҡытҡан класта үткәнгәме, уның алдында кем булырға, ҡайҙа уҡырға барырға тигән мәсьәлә тормаған. Үҙе иҫ белгәндән алып уҡытыусы һөнәрен яҡын күргән, бар ғүмерен ошо изге эшкә бағышларға хыялланған.

– Ғаиләлә дүрт бала үҫтек, өсөбөҙ – атай-әсәйебеҙ юлын – уҡытыусы һөнәрен һайланыҡ, ағайыбыҙ – табип. Бәләкәйҙән әсәйем менән бергә мәктәпкә йөрөү булышлыҡ иттеме, әллә әсәйемдең шул тиклем уҡыусылар менән яратып эшләүен күреп үҫкәнгәме, минең тиҙерәк ҙурайғым һәм уның кеүек уҡытыусы булғым килә торғайны, – ти әңгәмәсем.

Тәрбиә ғаиләнән башлана. Таулы­ҡаевтарҙың балаларының һәр береһе уҡыуға отҡор, зирәк, аҡыллы булып үҫә, ата-әсә фатихаһын алып, юғары уҡыу йортон уңышлы тамамлап, хеҙмәт юлын башлай.

Айгөл дә, туғыҙынсы класты тамамла­ғандан һуң, документтарын Сибай педагогия училищеһына тапшыра. Ҡулына диплом алған йәш белгес артабан белемен камиллаштырыу маҡсатында Башҡорт дәүләт педагогия институтына уҡырға керә. Хеҙмәт юлын Быҙаулыҡ урта мәктә­бендә география уҡытыусыһы булып башлай. 1992 йылда Аҡъярҙың 2-се мәктәбенә биология һәм география уҡытыусыһы булып эшкә күсә. Шунан алып әлегә тиклем балаларға биология фәне серҙәрен өйрәтә. Юғары категориялы уҡытыусы, Баш­ҡортос­тандың мәғариф алдынғыһы, Рәсәй Президентының Маҡтау ҡағыҙына лайыҡ булған тәжрибәле уҡытыусы оҙаҡ йылдар райондың биология уҡытыусыларының методик берекмәһе етәксеһе вазифаһын башҡара. Төрлө йылдарҙа район һәм республика кимәлендә “Йыл уҡытыусыһы” бәйгеләрендә ҡатнашып, призлы урындар яулаған. Айгөл Рәшит ҡыҙының кеше менән тиҙ уртаҡ тел табыуы, яғымлы, иғтибарлы булыуы коллективта ла, үҙе етәкләгән методик берекмәлә лә татыулыҡ һәм берҙәмлек тыуҙыра. Үҙенә ҡарата талапсан, ғәҙел, белемле, эшенең оҫтаһына әүерелгән мөғәллимә хеҙмәттәштәренән дә шуны талап итә. Биология фәненә ҡарата уҡыусыларҙа ҡыҙыҡһыныу уятыу, беҙҙе уратып алған тирә-яҡ мөхиткә, үҫемлектәр, хайуандар донъяһына һөйөү тәрбиәләү, үҙебеҙҙең сәләмәтлегебеҙгә иғтибарлы булыу кәрәклеген һәр дәрестә бала күңеленә һеңдерергә тырыша ул. Һуңғы йылдарҙа экологик тәрбиә мәсьәләһе лә көнүҙәк темаға әйләнде. Был юҫыҡта ла уҡытыусы маҡсатлы эш алып бара. “Биология – бик ҡыҙыҡлы фән. Уның менән ҡыҙыҡһынған бала тормошта ниндәй хәл тыуғанда ла юғалып ҡалмаясаҡ”, – ти уҡытыусы.

Берҙәм дәүләт имтиханын һайлаусылар араһында йыл һайын сығарылыш класс уҡыусыларының күбеһе ошо фәнде һайлауы ла юҡҡа түгел. Был тәңгәлдә лә уҡыусылар менән етди шөғөлләнә Айгөл Байғужина. Ғәмәли дәрестәр булһынмы, төрлө конкурстармы, район һәм республика олимпиадалары, докладтар менән сығыш яһаһындармы, тәжрибә үткәрһендәрме – һәр ерҙә уҡыусыларының ышаныслы терәге һәм остазы булараҡ ярҙам итә, кәңәштәрен бирә.

Әйткәндәй, мәктәп янындағы майҙанда йыл һайын төрлө емеш-йәшелсәләрҙең, сәскәләрҙең гөрләп үҫеүендә уның өлөшө баһалап бөткөһөҙ.
Көслө рухлы ҡатын

Ғаиләһенән дә уңған Айгөл ханым. Тормош иптәше Юлай Килдебай улы менән улар матур, татыу донъя көтә. Яҙын көтмәгәндә Айгөл Рәшит ҡыҙы бәләгә тарый: аварияға осрап, һаулығына зыян килә. Өс ай буйы түшәктә ятырға, ауыр мәлде үткәрергә тура килә. Әммә йәшәүгә ынтылыш, рух көсөнөң ныҡлығы, тормош иптәшенең терәк булыуы, туғандарының өҙөлөп тороуы уға көс бирә, тиҙерәк аяҡҡа баҫырға ярҙам итә. Төрлө күнекмәләр ярҙамында, әллә күпме әрнеү-һыҙланыуҙар аша көслө рухлы ҡатын ҡайтанан яратҡан эшенә әйләнеп ҡайта.

Беҙҙең менән осрашыуға ла ул ҡанатланып, мәктәбен һағынып килде. “Һеҙ саҡырғас, миндә ҡанаттар үҫкәндәй тойолдо, атлап түгел, осоп килдем. Яңы уҡыу йылынан уҡыусыларыма дәрес бирергә ашҡынам, эшемде шул тиклем һағындым”, – тигән һүҙҙәрҙән һуң тәжрибәле уҡытыусының күҙҙәре янып, балҡып китте. Ғөмүмән, уҡытыусылар династияһын лайыҡлы дауам иткән Таулыҡаевтар нәҫеленең туған йәнле, татыу һәм берҙәм булыуы хаҡында ла әйтеп үтергә кәрәктер. Милләт тамыры – татыулыҡта, тигәндәй, бер-береһен яратып, өҙөлөп тора улар. Әйткәндәй, йыл һайын “Һуңғы ҡыңғырау” тантанаһында Таулыҡаевтар династияһы премияһын булдырып, ата-әсәһе эшләгән Йәнтеш мәктәбендәге һәләтле өс балаға тапшыралар.

Уҡымышлы һәм белемле нәҫелдән сыҡҡан Айгөл Рәшит ҡыҙының мәҙәниәт­легенә, аҡылына, тәрбиәлелегенә аптырарлыҡ түгел. Иң мөһиме – ул уҡыусыларҙың көтөп алған уҡытыусыһы, үҙ эшенең оҫтаһы. Яңы уҡыу йылы геройыма тик уңыштар һәм ҡаҙаныштар килтерһен!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 32

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 54

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 47

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 75

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 70

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 86

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 83

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 83

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 173

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 85

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 87

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 102