Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Миңә — әсәй, иптәштәремә — икенсе әсәй
Яңы тыуған бала тәпәй баҫып, беренсе аҙымын яһағансы әле күпме тәрбиәләргә, өйрәтергә, күңел, йөрәк йылыһын һалырға кәрәк әсә кешегә. Оло тормош юлына сығарған уҡытыусы ла, әсә кеүек үк, балаларға үҙ булмышының ҙур өлөшөн бүлеп бирә. Шунһыҙ уның уҡыусыһы тормош диңгеҙендә ишкәкһеҙ һәм елкәнһеҙ кәмәлә ултырған хәлдә ҡала. Уҡытыусы эше абруйлы ғына түгел, үтә лә яуаплы, халыҡтың, илдең киләсәге уның ҡулында булыуы менән үҙенсәлекле.

Хыялдар ғәмәлгә аша

Совет осороноң башында фирҡә ҡушыуы буйынса ликбез программаһы булдырылып, бөтә ил буйынса төрлө төбәктәргә уҡытыусылар ебәрелгән. Шул мәлдәнерәк башландымы икән уларҙы алмаштырып ҡарау? Һәр яңы ғәмәлгә кире, ҡырын һөйрәгән көстәр, әлбиттә, заманаһына күрә табылып торған.

Беҙ уҡырға төшкән мәлдәрҙә лә мөғәллим-мөғәллимәләргә хөрмәт, ихтирам иҫ киткес ҙур булды. Бала-саға ғына түгел, ғөмүмән, барса халыҡ оло ҡәҙер, абруй күрһәтеп ҡараны. Ил тарафынан иңенә ҙур һәм әһәмиәтле эш йөкмәтелгәненә күрә, беҙ уҡытыусыларыбыҙҙың һүҙенән ситкә тайпылманыҡ, әйткәндәрен, ҡушҡандарын теүәл үтәргә тырыштыҡ.

Ә миңә, әсәйем уҡытыусы булған кешегә, был талап икеләтә артты. Шаярырға ярамаған осраҡтар ҙа күп булды. Кеше, үҙенең балаһына “бишле” билдәһен ҡуйған, тип әйтмәһен өсөн дә “дүртле”не алып, күңелем ниндәйҙер кимәлдә төшкән осраҡтар ҙа булғыланы.

Әсәйем, Таңсулпан Сәләхетдин ҡыҙы Юнысова (Мөхәмәтова), беренсе уҡытыусым да. Ул Әбйәлил районының Мөхәмәт ауылында зыялылар ғаиләһендә тыуа. Олатайым Сәләхетдин Мотаһар улы бөтә ғүмерен балаларға белем биреүгә бағышлай. Райондың Салауат, Ташбулат, Байым мәктәптәрендә рус теле һәм әҙәбиәтен алып барғаны, директор булғаны ла мәғлүм.

Өләсәйем Хәҙисә, йәш балаһын ҡосаҡлаған килеш, ямғыр-бурандарҙа егеүле ат менән силсәүит эштәре буйынса сапҡан. Элек бит бала ҡарарға оҙайлы ваҡыт бирелмәгән. Олатайымдың атаһы Мотаһар уҡымышлы мулла, тирә-яҡта исеме таралған бағымсы була.

Мәғрифәтсе Сәләхетдин олатайым, өҫтә әйтеп үтелгәнсә, ликбез программаһында әүҙем ҡатнаша. Балалары алдынғы белем, тәрбиә ала, йыр-моңға әүәҫ була.

Әсәйем, ғаиләлә икенсе бала булараҡ, 1928 йылда тыуа. Бала сағы һуғыш осорона тап килеп, һарына ҡаҙып, балтырған, ҡуҙғалаҡ, кесерткән, йыуа ашы менән туҡланып үҫкән быуын вәкиле була. Аслыҡ-яланғаслыҡты, әҙәм күтәргеһеҙ ауырлыҡтарҙы үҙ иңендә татыған, рухтары нығынған. Әсәһе ауыл Советында эшләгән арҡала, балаларына аҙ ваҡыт бүлгәнлектән, үҙенә тәғәйенләп алынған тауарҙан һигеҙ генә йәшендә, барыһын аптыратып, күлдәк тегеп кейгән. Был сыҙамһыҙлығы таһыллығынан, көслө теләгенән булғандыр.

Башҡалар менән бер рәттән ун ике генә йәшендә төптән егелеп, Еңеүҙе яҡынайтыуҙа — ырҙын табағында мал аҙығы әҙерләү, ҡара таңдан төнгә хәтлем иген келәтендә орлоҡ елгәреү, бойҙайҙы сортҡа айырыу эштәрендә ҡатнаша. Еңеү яуланып, донъялар тынысланғас ҡына, 1947 йылда, имтихандарын уңышлы тапшырып, Белорет педагогия училищеһына уҡырға инә. Ленинградтан эвакуацияланып килгән төплө белемле кешеләр эшләгәс, уҡыу-уҡытыу кимәле көслө була. Уҡыған йылдарында мандолина дәрестәрен дә бик яҡшы үҙләштерә. Музыкаль һәләте лә булғас, һуңыраҡ мандолинала виртуоз уйнап, ауылдаштарын хайран итә.

Ҡарар күҙгә тумалаҡ ҡына булһа ла, еңел атлетика ярыштарында алдынғылыҡты бирмәй, курсташтарын шаҡ ҡатыра. Педагогия училищеһында фәһем алған йылдарын ғүмеренең иң матур мәле тип хәтерләй.

Олатайым ҡыҙының үҙен алмаштырыр уҡытыусы буласағына һис кенә лә шикләнмәй. Ысынлап та, атаһының да, үҙенең дә хыялы сәскә ата.
— Ҡайҙа ебәрһәгеҙ ҙә ризамын, мәктәп, балалар булһа, шул етә, — тип һала әсәйем.

Яҡшылыҡҡа рухландырған мөхит

Шулай итеп, райондағы Урал мәктәбенә килеп эләгә. Рус мәктәбе булһа ла, ауылда күбеһе немецтар йәшәй. Улар менән тиҙ уртаҡ тел табып, дуҫлашып китә. Башҡорт Таңсулпан апайҙарын уҡыусылары әсәләре һымаҡ күреп ярата. Яратырлыҡ та булғандыр шул. Эшләүенең беренсе көнөндә үк улар хаҡында хәстәрлек күрә. Балаларҙың тамағы ас, өҫтәре яланғас саҡ. Кейеп йөрөгән иҫке-моҫҡо апайҙарын аптырата. Бер саҡ шулай, оҙаҡ уйлап тормай, бер уҡыусыһына пальто теккән дә биргән. Малай ҡыуанысынан йыл аҙағына тиклем тырышып уҡып, отличниктар рәтенә ингән. Пальто уңышлы, ҡупшы килеп сыҡҡас, үҙенә лә оҡшап, мәктәпкә энә, еп, ямаулыҡ алып йөрөй башлаған. Ошо йылдарҙа ижтимағи өлкәлә даими рәүештә эшләп, агитатор-пропагандист ғәмәлдәрен бойомға ашырып, “Сиҙәм ерҙәрен күтәреүҙә әүҙем ҡатнашҡаны өсөн” миҙалы менән бүләкләнә.

1956 йылда донъялағы иң ҡәҙерле кешеләремдең береһе Рәхмәт башланғыс мәктәбенә күсерелеп, хаҡлы ялға сыҡҡансы шунда янып хеҙмәт итә. Изгелеклелек, илтифатлылыҡ, кеселеклелек тойғолары, тәрән ижади фекерләүе менән һуғарылған илһам шишмәләренә ижтиһадын ҡушып, башкөллө эшкә сума.

Әсәйем Рәхмәткә күсерелгәндә, мәктәптә Зәки Вәлиәхмәт улы Хәсәнов эшләгән. Һуғыштан һуң тормош ярайһы уҡ яҡшырған. Ауылыбыҙ ҡараған “Ҡыҙыл маяҡ” күп келәтле, күп техникалы бай колхоздан һаналған. Тынғыһыҙ йән эйәһе күңелендә балаларға бер иш кейем — форма булдырыу тураһындағы хыялын тормошҡа ашыра. Матур мәктәп формалары үҙе ни тора! Ҡыҙҙарҙа — аҡ алъяпҡыстар, аҡ яғалар, аҡ еңсәләр, малайҙарҙа — значоклы формалар, түштәрендә йә октябрят значоктары, йә ҡыҙыл ялҡынлы пионер галстуктары елберләй.

Барса ғаләм тантана төҫөн ала, сағыу йөкмәткеле байрамдарҙы күреп, бөтә халыҡ шатлана, ата-әсәләрҙең күңеле күтәрелә. Ырыҫ, бәхет, ҡот ҡайта ауылға. Һиҙгер күңелле уҡытыусы кескәйҙәргә ҡанат ҡуя белә. Беренсе уҡыусылары араһында танылыу яулаған Ҡадир Барый улы Мәғәфүров — ауыл хужалығы өлкәһендә ҙур ҡаҙаныштарға өлгәшкән профессор, ауыл хужалығы фәндәре докторы, Салауат Ғәли улы Баһауетдинов оҙаҡ йылдар Министрҙар Советында иҡтисадсы булып эшләгән. Йәшәйешен, бар булмышын балаларға, милләтенең киләсәгенә арнаған Таңсулпан апай тураһындағы хәтирәләр, үҙебеҙҙең еҙ ҡыңғыраулы мәктәп йылдары ғүмеребеҙҙең иң бәхетле саҡтарына алып ҡайта.

“Бәхетле” тигән һүҙгә баҫым яһайым, ысын мәғәнәһендә бәхетле, көр күңеллелек, саф кәйефтәр, дәртебеҙ мөлдөрәмә ташып тора ине ул саҡтарҙа. Яҙмышыбыҙҙың мәғәнәһе, көс-ҡеүәте, киләсәге лә уҡытыусыларыбыҙҙан тора. Шуға ла уларға ҙур дәрәжәле хөрмәт, ихтирам, ҡәҙер күрһәттек. Беҙ, балалар ғына түгел, ауыл халҡы ла иң яҡшы мөнәсәбәттә булды. Атай-әсәйҙәрҙең изге йәндәргә булған ҡарашы беҙгә лә күсмәй ҡалмағандыр.

Кескәй дуҫтарын ысын йөрәктән ихлас яратыуын аңлатып бөткөһөҙ Таңсулпан апайҙың. Йөҙҙәрендә ҡояш балҡый, шул нурҙарҙы ул һәр беребеҙгә өләшә. Ҡәләм тоторға өйрәтеүе, һаҡ ҡына ҡулдарыбыҙға ҡағылыуы, мөләйем көләс ҡараштары, яғымлы, наҙлы һүҙҙәре — барыһы ла йөрәк түрендә.

Беҙ уҡырға төшкәндә, ҡараға манып тимер ҡаурый (перо) менән яҙырға өйрәндек. Ҡара һауыттарыбыҙҙы түгеп ебәрмәйек тип, партала ипле генә ултырабыҙ. Иркәләтеп, ләззәтләндереп уҡытыуы талапсан булыуға һис ҡамасауламаны.

Һәр көн дәрескә уҡытыусыбыҙ ҙа, беҙ ҙә байрамса кейенеп киләбеҙ. Мәктәп формаһын бер ҡасан да икенсе кейемгә алмаштырып кеймәнек. Беҙҙең өсөн ҡәтғи рәүештә күңелдәребеҙгә шулай һалынған, йәнәһе, ул тырышып уҡырға, үҙеңде тейешле кимәлдә тоторға ярҙам итә, һәр хәлдә, уҡыусының да, уҡытыусының да дәрәжәһен күтәрә. Алдынғы ҡарашлы хеҙмәткәр һәр уҡыусы менән шәхсән эшләп, һәр береһендә оло шәхес тәрбиәләргә тырышты һәм яңылышманы. Дәрес барышында ғына түгел, тәнәфес мәлендә лә бер генә бала ла күҙ уңынан ысҡынмай. Уйнатып, йырлатып, йәнле аралашыу, бергәләп ярышыу, күмәкләп тырышыу менән белемгә, тәрбиәгә ылыҡтырҙы.

Класыбыҙ йылы, бөхтә итеп йыйыштырылған. Кәрәкле стена гәзиттәре, “Класс мөйөшө” матур яҙыуы менән биҙәлгән. Яҙыуы иҫ китмәле матур булды һәм һуңғы көнгәсә үҙгәрмәүе һис аңлатып булмаған нәмә. Яҡшылыҡҡа, матурлыҡҡа рухландырып, әйҙәп торған мөхит булдырылды.

Шуныһы иҫтә: ярышыу йүгереүҙә генә түгел, ә ғилем алыуҙа ла ойошторолдо. “Класс мөйөшө”ндә кеҫә итеп эшләнелгән ракета, самолет, поезд, пароход, гөбөргәйел һүрәттәрендә кем нисек уҡығаны яҡтыртылған исемлек. Уҡыусыһы Рәжәп Зәбир улы Мәсәлимов хәтерләүе буйынса, ул бер ҡасан да самолеттан аҫҡа төшмәгән икән.

Һөнәри ҡомар сере

Тылсым эйәһе үҙ эшенә иғтибарлы булып, яуаплы ҡарағанғалыр, ҡалыплаштырылған дәрестәр үткәрмәй, киреһенсә, ижади фекерләп, төрлө һәм яңынан-яңы ысулдар ҡулланып, тулыландырып ойоштора. Мәктәптә ул эшләмәне, ә һөнәри ҡомарҙа янып йәшәне, тиһәм дә була. Һәр дәресен планлаштырып, уйлап, матур итеп биҙәлгән үҙенсәлекле дидактик материалдар менән бирҙе. Йәш быуынды тәрән аң-белемгә, көслө тәртипкә талпындырып, сәмләндереп торған талаптар ҡуйҙы.

Туған тел, тәбиғәтте өйрәнеү дәрестәрендә ергә, илгә, үҙебеҙҙең ер-һыу, тау, йылға атамаларына, тарихҡа иғтибарын йәлеп итте. Милли рухиәтте үҫтереү һәм нығытыу, йолалар, ғөрөф-ғәҙәттәр көн дә күҙ уңында. Беҙ, кескәйҙәр, ошо ҡөҙрәтле затҡа мохтажбыҙ һәм күҙҙәребеҙ уға төбәлгән, бәләкәс ҡулдарыбыҙ уға һуҙылған. Тылсым эйәһе күҙҙәребеҙгә сихри нурҙар бөркөп, ҡулдарыбыҙҙы йылы устарына алып, йылы яҡты нурҙарға ҡойондора-ҡойондора мөғжизәле әкиәт донъяһына әйҙәй. Йылдар буйы туплаған тәжрибәм етер тип туҡтап ҡалмай бер ҡасан да, выждан ҡушҡанса, Мәғарифты үҫтереү институтына йүнәлтмә алып, белемен даими камиллаштыра, нигеҙле уй-теләктәр тыуҙыра.

Өйгә өлкәндәргә лә, балаларға ла тиҫтәләрсә башҡортса баҫмалар алдырып, илебеҙҙәге сәйәсәттең көнүҙәк мәсьәләләре менән танышып, ауылдаштарына халыҡ-ара хәл тураһында лекциялар уҡыны. Әйтергә кәрәк, атайым менән икеһе кемуҙарҙан уҡый ине. Йә булмаһа сәйәсәттәге берәй сетерекле хәл тураһында икеһе араһында бәхәс тә ҡупҡыланы. Атайым да алдынғы ҡарашлы, илдәге хәл-торош менән ныҡ яҡын таныш булды, балыҡ күлдә йөҙгән һымаҡ ине.

Әсәйем — Таңсулпан апай тураһында һүҙҙе дауам итеп, шуны әйтке килә: ул моңло тауышы, дәртле бейеүе, мандолинала оҫта уйнауы, ҡумыҙҙа аһәңле сиртеүе менән бөтә ҡәүемдең һөйөүен яуланы. Бәләкәстәрҙең, беҙҙең апайыбыҙ матур бейей, тип ғорурланып йөрөгәндәре лә урынлылыр.

Йәш быуынды октрябрятҡа, пионерға алыу сараларын, иҫтәлекле даталарҙы ҙур ойошҡанлыҡ менән йөкмәткеле итеп үткәреүе — оло быуын өсөн күркәм, тантаналы байрам. “Гөлнәзирә”, “Бесәнселәр” һәм башҡа бейеүҙәре һәр кластың күңелдәренә һеңгән, ватансылыҡ менән һуғарылған сәмле йырҙары йөрәктәрҙә сыңлай. Бейеткәндә, йырлатҡанда үҙе сирткән мандолинаһының илһамлы аһәңе бөтәһен дә күктәргә ымһындыра.

Үҙе үк сәхнә кейемдәрен тегеп биреүе бөтәһенә лә мәғлүм. Башҡортса күлдәктәр, кәзәкейҙәр, ҡашмауҙар, билбауҙар, хатта Яңы йыл байрамына ҡыҙҙарға Ҡарһылыу күлдәктәре һәм ҡашмауҙары — барыһы ла уның алтын ҡулдары менән эшләнелде. Хәҙер хайран ҡалам, нисек өлгөргәндер ул? Ә бәләкәстәрен яратыуы, һәр береһен тиң, ҙур шәхес күреп, ихтирам итеп ололап тәрбиәләүе?.. Үҙе олоғайғас та, эшләп йөрөгән уҡыусыларын ҙурлап, исем-шәрифтәре менән өндәшеүе ҡыҙыҡ. Уҡыусыларының шатлыҡтарына, уңыштарына үҙенекеләй күреп ҡыуанды. Бар ғүмерен аң-белем өләшеүгә бағышлаған яҡын кешеләрен һәр класс уҡыусылары тик яҡты һәм йылы һүҙҙәр менән генә иҫкә ала.

— Таңсулпан апайҙың һары төҫтәге портфеле булды. Шуны тотошоп ҡайтырға сират булдырып алдыҡ. Кем яҡыныраҡ йәшәй, тәүҙә шул тота. Иң беренсе — Нәйрә, шунан мин, шунан Файза, унан Зарифа, Фәһимә. Ул беҙҙе, беҙ уны яраттыҡ. Беҙгә бер ҡасан да тауыш күтәрмәне. Ҡысҡырып һөйләшеү уға бөтөнләй ят булды. Апай менән осрашыу, дәрестәре күңел байрамына әүерелер ине. Яғымлы, наҙлы тауышы — йөрәккә дауа. Һәр беребеҙҙең күңеленә юл яра белде, серҙәшебеҙ булды, — тип хәтер ептәрен барлай уҡыусыһы Сәриә Низамова.

Тағы ла шуныһы бар: мәктәптән эйәреп ҡайтҡан дәфтәрҙәрҙе тикшереүҙән, план ҡороуҙан тыш, агитатор хеҙмәте лә ситтә тороп ҡалманы. Мал фермаһына йыл әйләнәһенә, ырҙын табағына иртә яҙҙан — сәсеүҙән башлап ҡара көҙгәсә — урып йыйыу эштәре тамамланғанға тиклем “Ҡыҙыл мөйөш” гәзиттәре, “Боевой листок”, “Молния”, “Маяҡ” һымаҡ өгөт-нәсихәт лис­товкалары бер туҡтауһыҙ яңыртылып торҙо. Бында инде тимер ҡаурыйҙы гуашҡа манып, тиҙ генә яҙып ҡуя, һүрәттәре лә йәтеш килеп сыға.

Бесән сабырға, сөгөлдөр утарға, һарыҡ ҡырҡырға тигән һымаҡ колхоз эштәренән дә тороп ҡалманы. Ҡоролоҡ йылы бөтә ауыл халҡы менән миндек бәйләргә етеште. Йәмәғәт саралары шуның менән генә тамамланмай, ул ауылдағы мәҙәниәт тамашаларын йәнләндереп, гөрләтеп ебәрҙе. Элек, концерттар алдынан, ялҡынлы телмәр тотҡандар, лекция уҡығандар. Быныһына ла өлгөрҙө. Рухландырғыс шиғырҙар уҡыһынмы, оҫта итеп мандолинала уйнаһынмы, тыпырҙатып бейеһенме, ҡумыҙын сиртһенме — бөтәһе лә эске күңеленең ҡеүәһе, ауазы.

Бейеүсе лә, тегенсе лә

Байым урта мәктәбенең мәғариф алдынғыһы, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Миҙәхәт Мортаза улы Мәғәсүмов Таңсулпан апайҙың өс кешегә бейеү һалып, 1957 йылда Өфө ҡалаһында йәштәрҙең үҙешмәкәр сәнғәт фестива­лендә ҡатнашып, лауреат дипломына лайыҡ булыуҙары тураһында һөйләне. Тағы ла уның сығарылыш кластары, Байымға килгән башҡа ауылдарҙыҡы менән сағыштырғанда, төплө белемле, йыр-моңға әүәҫ булыуы менән айырылып тора, тип билдәләне.

Эйе шул. Уҡыусылары яратҡан Таңсулпан апайҙарының йөҙөн ҡыҙартмай. Һәр ҡайһыһы махсус урта һәм юғары белем үҙләштереп, илебеҙҙең төрлө тармаҡтарында намыҫлы хеҙмәт итә. Апайҙарын ташламанылар, онотманылар, хатта яҙышып, аралашып, шатлыҡ-ҡыуаныстары менән уртаҡлашып торҙолар.

Беренселәрҙән булып башына сәй сервизы ҡуйылған батмус ултыртып сәхнәлә бейеүе ғәжәп хәл булды. Башында бәрәс тиреһенән ҡырпыулап тегелгән яҫы түбәле бүрек тә юҡ. Ялтыр самауыр тирәләй алты пар сынаяҡ, эсендә сылтырап йөрөгән көмөш ҡалаҡтар, ҡуйылған батмусты толомдарын үреп төшөргән ебәк сәсенә ҡуйып бейергә йөрьәт иткәндә ниндәй ғәйәт ҙур, илаһи көс ташып торҙо икән?! Шундай мөғәллимә колхоз, район һабантуйҙарынан нисек төшөп ҡалһын инде?! Милли кейемдә бейеп, ҡумыҙҙа уйнап ҡунаҡтарҙы һөйөндөрҙө. Атайым менән Учалы районының “Байрамғол” совхозы һабантуйҙарына ла барып еттеләр. Атайым ифрат моңло тауышлы булды. Ул “Сибай”, “Ғүмәров”, “Һарысәс” һәм башҡа күп халыҡ йырҙарын башҡара ине. “Еҙ ҡыңғырау моңдары” тигәнен сәхнәнән гел әсәйемә арнап йырлаған.

Беҙ бәләкәй саҡта әсәйем һымаҡ башҡортса милли кейем кейеп йөрөгән кеше бөтөнләй булмаған, шуға ла уға “суҡтыҡай” тигән ҡушамат таҡҡандарҙыр. Ә ул бер нисә пар үҙе тегеп, алмашлап, ғорурланып, башҡорттоң ниндәй затлы, дәрәжәле (ҡәүем) халыҡ икәнен күрһәтергә тырышып кейеп, кинәнес таба.

Тегенергә оҫта икәнен белеп алған ауыл апайҙары, инәйҙәре күлдәктәр, кәзәкейҙәр, блузкалар һорай башлай. Әлбиттә, уларҙың үтенестәре ҡупшы, ыҫпай итеп тегелгән шарттарҙа үтәлә. Заказ бирергә теләүселәр күбәйә генә, әммә береһенән дә хаҡ алмай ҙа, һорамай ҙа. Ҡул барағаһы тип артып ҡалғанын ҡалдырһа ла риза, ҡалдырмаһа ла риза ул.

Ҡулының алтынлығына йәшәгән һайын инана барам. Ҡәҙерлеләрҙән-ҡәҙерле әсәйемдең һарыҡ йөнөн, кәзә мамығын нәҙек кенә, тигеҙ итеп иләп, төрлө төҫкә буяғанын күҙәткәнем дә бар. Илаһи минуттар...

Телләп, сәскәләп шәл дә бәйләне. Бейәләй, бирсәткә, ойоҡбаштарҙы йәһәт биҙәкләп ебәрҙе. Апайым менән беҙ әсәйем тегеп кейҙергән күлдәктәрҙә үҫтек. Студент саҡта бер ҡайтыуыма күҙҙең яуын алып торған башҡортса күлдәк тегеп ҡуйған. Әле һаман рәхәтләнеп кейәм. Ҡайһы берҙә өсәүебеҙгә лә бер иштән тегеп ебәрә ине. Бәләкәй саҡтарҙа яңы күлдәктәребеҙҙе кейеп, Рәхмәттәге Ишкилде олатайыма, Тәслимә өләсәйемә күрһәтергә, маҡтанырға апайым менән етәкләшеп йүгерәбеҙ.

Күпереп торған юрған һырырға ла, сағыу биҙәктәрҙән торған ғәжәйеп матур ҡорамалар ҡорорға ла иренмәне ғәзиз кешебеҙ. Шуның араһында тәртипкә, эшһөйәрлеккә өндәгән талаптарын иҫебеҙгә төшөрә: “Эшләүең миңә булһа, өйрәнеүең үҙеңә”, “Кеше эш менән бәхетле”, “Кешенең белмәгән эше булмай, эш үҙе өйрәтә”. Хилафлыҡ, этлек ҡылыуҙан ҡурсалаған әйтемдәре: “Кешегә үлем теләмә, үҙеңә йөрөм телә”, “Эт ҡарғышы бүрегә йоҡмай”, “Бүренеке уртаҡ, ҡоҙғондоҡо ағас башында”. Аңлаған кешегә һәр бер һүҙе фәһемле.

Ғаиләләге алты балаға, балаларының атаһына ла хәстәрлек күрһәтергә онотмай. Йорт янында емеш-еләккә, йәшелсәгә төрөнгән, төрлө матур сәскәләргә күмелгән бай баҡса ла үҫтерә. Емеш-еләгенән ҡайнатмалар, йәшелсәләренән тоҙлап ҡышҡылыҡҡа танһыҡ булырҙай ризыҡтар әҙерләй.

Ҡояшлы йөрәктән сыҡҡан нурҙар

Кәртә-ҡурала һыйыр, һарыҡ, кәзә малы ла ҡараулы, ҡош-ҡорт та туҡ. Ҡаҙҙары оҙаҡ йылдар уңды. Һап-һары ғына йомшаҡ ҡаҙ бәпкәләрен көтөү — бала саҡтың үҙе бер матур хәтирәләре. Көҙгө һыуыҡтар төшкәс, ошо ҡаҙҙарҙы яңғыҙы эшкәрткән, беҙ бәләкәйерәк булғас, ярҙамлашыу ҡайҙа ул!

Ҡаҙҙарҙы йолҡоп, эшкәртеп, таҙалап элеп ҡуйғас та, эше бөтмәй әле. Иҙәндәрҙе йыуып, йыйыштырып ҡуя ла, онотолоп барған балаға күҙ теймәһен тип, ҡаҙ үңәсен өрөп бишеккә элеү йолаһын үтәй. Сәңгелдәктән күптән төшкәнбеҙ инде, шулай ҙа ҡаҙ үңәстәрен өрөп тултырып, төрлө төҫкә буяп, һәр беребеҙҙең карауат башына элеп ҡуя. Шул ваҡыттар мөҡәддәс хистәр уяна, кәйефтәр күккә күтәрелә, илһам өҫтәлә. Быларҙың бөтәһенә лә һуңынан ғына төшөнәһең икән. Бала саҡта бөтә нәмәне лә ғәҙәти тип ҡабул ителгән.

Зауыҡлы, әкиәти донъя итеп өйөбөҙҙө биҙәй. Балалы өй — болалы өй, тиҙәр бит. Алты бала үҫкән йортто нисек тәртиптә тотто икән? Аҡ эзбизға буялған, зәңгәр төҫтә сәскәләр төшөрөлгән стена. Трафарет ҡуйып берәм-бөртөкләп буяп сыға ине сәскәләрҙе. Тәҙрәлә аҡтан үҙе сигеп элгән ҡорғандар, карауаттарҙа сағыу һары төҫтәге хәтфә япмалар, өҫтөндә сигелгән аҡ тыштар кейҙерелгән күпереп торған яҫтыҡтар. Һап-һарыға буялған иҙәндә Хәҙисә өләсәйемдең һуғып һәм баҫып эшләгән, ырыҫ, бәхет, бәрәкәт билдәһе булған бирнә кейеҙҙәре...

Атанан күргән — уҡ юнған, әсәнән күргән — тун бескән, тигәндәй, ҡул эшенә оҫталығы әсәһенән киләлер. Тик ул кейеҙ баҫманы. Өләсәйемдең кейеҙ һуғып ултырғаны күҙ алдымда. Ул баҡыйлыҡҡа күскәс, станогын бер мәктәпкә музейға алып торҙолар ҙа кире ҡайтарманылар. Шулайтып эше лә туҡталды.

Уның ҡарауы, мин үҙем кейеҙ баҫа башланым. Бында инде көслө теләк тә, ҡара тырышлыҡ та, ныҡышмалы тәҡәт тә кәрәк. Сабырлыҡтың төбө — һары алтын, тигәнде кейеҙ баҫҡан кеше самалай алыр. Әсәкәйемдең күңелен биреп, ижтиһадын һалып, күҙ нурҙарын ҡушып эшләгән ҡаралтыһы күптәрҙе әсир итте. Мөйөштәге һандыҡ өҫтөнә түшәмгә ҡәҙәр арҡыры һәм ябына торған ҡорама юрғандарын, матур-матур балаҫтарын өйөп ҡуйғайны шул. Әлеге көнгә тиклем төрлө күргәҙмәләрҙә, милли байрамдарҙа ҡатнашалар.

Хаҡлы ялға сыҡҡас, мәктәптән һәм уҡыусыларынан айырылыуын ауыр кисерҙе. Ауыл клубы мөдире булып эшләгән мәлендә матур эстәлекле концерттар, тамашалар менән халыҡты ҡыуандырып күңелен баҫты. Әсәйемә быйыл 90 йәш булыр ине. Ошо уҡ йәштәге әхирәте Нурлығаян инәй һөйләгәне:

— Таңсулпан бейей, ҡумыҙҙа уйнай, мин шиғыр һөйләйем. Римма Вәли ҡыҙы бер саранан да беҙҙе ситтә ҡалдырманы. “Ҡурсаҡ әбейҙәр”егеҙҙе онотмағыҙ, тип саҡырып алалар беҙҙе.

Үҙе ихлас көлә. Ҡушаматтары ҡыҙыҡ бит. Улар икеһе лә кәүҙәгә лә бер иш, йәштәре лә бер сама. Ҡупшы ғына итеп кейенеп алһалар, ҡурсаҡҡа оҡшағандарҙыр инде.

Әсәйем, уҡытыусы, тегенсе, оҫта ҡуллы кеше булараҡ, бик бөхтә, нескә зауыҡлы, ыҫпай, ҡупшы кейенеп йөрөнө. Кешенең күңеле лә, тышҡы ҡиәфәте лә матур булырға тейеш, тигән һүҙ – уның асылы, ябай булмышы. Ауылдаштары кәңәш-төңәш һорап килһәләр, береһен дә кире бороп сығармай, хәленән килгәнсә, ихлас ярҙам итә. Үҙе тирәләй нурлы, ҡояшлы, йәйғорло мөхит булдырып, ҡот, бәрәкәт арттырып йәшәне. Хеҙмәтенә күрә — хөрмәте, партия етәкселеге фиҙакәр хеҙмәтен баһалап, йәш быуынды тәрбиәләгәндәге ҡаҙаныштары өсөн тиҫтәләгән Маҡтау грамотаһы менән бүләкләнгән. Хеҙмәт һәм тыл ветераны ла ул, I һәм II дәрәжә “Әсәлек даны” миҙалына ла лайыҡ. Уҡыусыларын әсә мөхәббәте менән яратҡанға күрә, баҡыйлыҡҡа күскәнсе, Таңсулпан апайҙарын әсәләре һымаҡ күреп яратҡан балалары иң изге теләктәрен рәхмәт хаттары, ҡотлау открыткалары, телеграммалары менән яуҙырҙы. Ә был инде – бүләктең иң ҡиммәтлеһе.

— Ҡояшлы йөрәктән сыҡҡан яҡты нурҙар балҡышы беҙҙең йөрәктәрҙә. Ул мөҡәддәс ялҡын бер ҡасан да һүнмәйәсәк, һүрелмәйәсәк. Беҙ уны балаларыбыҙға, балаларыбыҙҙың балаларына тапшыра­саҡбыҙ, — ти уҡыусылары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш

Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 34

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бәләкәстәр уйынға шул хәтлем мөкиббән бирелгән, хатта бүлмәгә килеп ингән ағай-апайҙарҙы ла...

Тотош уҡырға 34

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә 128 мәктәп, лицей һәм гимназияның 69-ында уҡытыу ике сменала ойошторолған....

Тотош уҡырға 32

Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 42

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 75

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 42

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 62

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 51

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 84

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 76

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 91

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 92