Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Өфөлә “Уңышлы һәм шөғөллө булыу – трендлы булыу” I республика форумы үтте.

Хеҙмәт баҙарында йәш белгескә ихтыяж бармы? Йәштәр үҙ һөнәре буйынса эшләйме? Эш биреүсе барыһын да асыҡ йөҙ менән ҡаршылаймы? Ҡыҙҙар һәм егеттәрҙең ситкә китеп эш табыуы дөрөҫмө? Уңыш сере нимәлә? Ғөмүмән, йәштәргә ҡағылышлы саралар беҙҙә йыш ойошторола. Киләсәк өсөн һөнәр һайлау – көнүҙәк тема. Кисә Өфөлә йәштәр өсөн Карьера төҙөү көндәре башланды. Сара сиктәрендә Конгресс-холда йәштәрҙең мәшғүллегенә арналған “Уңышлы һәм шөғөллө булыу – трендлы булыу” (PROFуспех) тигән I республика форумы үтте. Сараның маҡсаты – студенттарҙы, X-XI класс уҡыусыларын төрлө тармаҡ эш биреүселәре менән таныштырыу, әүҙем йәштәрҙе дәүләт һәм муниципаль власть вәкилдәре менән осраштырыу.

Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов билдәләүенсә, зал йәштәр менән шығырым тулы икән, был тиккә түгел.
– Башҡортостан – йәш респуб­ликаларҙың береһе, беҙҙә урта­са күрһәткес 38 йәш, – тине Рөс­тәм Зәки улы. – Бөгөн баҙар иҡти­садында йәшәйбеҙ. Ошондай шарттарҙа нимәгәлер өлгәшеү – уңыш. Нисек кенә булмаһын, күпте белергә һәм өйрәнергә кәрәк. Шул уҡ ваҡытта аңлау бер, ә нимә­нелер үҙгәртеү үҙеңә генә бәйле.

Республика етәксеһенең, тамаша залына мөрәжәғәт итеп, өлкән йәш­тәгеләр менән йәш­тәр араһындағы бәйләнеш ептәренең нә­ҙе­гәйә барыуын, үҫеп килгән йәш бы­уындың яңғыҙ тороп ҡалыуын билдәләп, егет һәм ҡыҙҙарҙың янында өйрә­теүсе йәки уҡытыусы булһа, бик тә яҡшы булыр ине, тип теләктәшлеккә өндәүе осраҡлы түгел. Рөстәм Хә­митовтың һүҙҙәренә ҡарағанда, йәштәр тураһында һәр йәһәттән дә хәстәрлек күреү – өлкәндәрҙең мө­ҡәд­дәс бурысы. Өлкәндәр йәш ҡыҙ һәм егеттәр менән тығыҙ бәйләнештә тороп, һәр саҡ ярҙам итергә тейеш.

Ысынлап та, тормош беҙ уйла­ғанса ҡорол­ма­ған, ә ҡатмарлы. Үҙеңә ышаныу күпте хәл итә. Быны Рөстәм Хәмитов та һыҙыҡ өҫтөнә алды.
Башҡортостан Башлығы Ҡытай эшҡыуары Джек Ман тураһында ла бер нисә һүҙ әйтте. Баҡтиһәң, билдәле бизнесмен эшҡыуарлыҡты ҡалдырып, яңынан педагогик эшмәкәрлеккә ҡайтырға теләүен белдергән. Күптәр уның тормошта кинәт боролош яһауы менән ҡыҙыҡһынған. “Йәштәр менән бергә ҡалырға булдым, уларға белем эстәү хаҡын­да уйланам. Һәр береһе хаталарҙы еңел йырып сыҡһын – шуға ынтыласаҡмын”, – тип яуап биргән ул.

– Джек Мандың үҙгәреш яҡлы бу­лыуы минең өсөн дә бик ҡы­ҙыҡлы, – тине Рөстәм Зәки улы. – Тағы ла бер миҫал. Нью-Йоркта Үҙәк паркты ирекмәндәр тәртипкә килтерә һәм һәр ваҡыт таҙа тота. Улар юғарынан бер ниндәй ҙә күрһәтмә көтмәй, быны күңел ҡушыуы буйынса башҡара. Шул иғтибарҙы йәлеп итә: парк – ул социаль тигеҙлек урыны, үҙ сиратында, кешеләр уны һаҡлауҙы үҙҙәренең бурысы итеп һанай.
Пленар өлөштән һуң face2face исеме аҫтында ун әңгәмәләшеү майҙаны эшләне, “түңәрәк өҫтәл” ойошторолдо, оҫталыҡ дәресе үткәрелде, семинар-практикумда ҡатнашыу­сы­лар ҙа күп булды, ғалимдар лекция уҡыны.

12-13 сентябрҙә сара сиктәрендә ВДНХ-Экспо күргәҙмәләр комплексында фестиваль үтәсәк. Сарала Рәсәй төбәктәренән дә йәштәр ҡатнаша.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш

Өфө йәштәр ҡалаһына әйләнергә тейеш 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров республиканың Дәүләт Йыйылышы –...

Тотош уҡырға 58

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс

Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бәләкәстәр уйынға шул хәтлем мөкиббән бирелгән, хатта бүлмәгә килеп ингән ағай-апайҙарҙы ла...

Тотош уҡырға 79

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ

Икенсе смена: уйҙырма һәм ысынбарлыҡ 18.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә 128 мәктәп, лицей һәм гимназияның 69-ында уҡытыу ике сменала ойошторолған....

Тотош уҡырға 40

Башҡорт телен данланылар

Башҡорт телен данланылар 17.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Яңауыл районының үҙәк китапханаһында Башҡорт теле көнө айҡанлы “Быуаттарҙы ашҡан туған телем” тип...

Тотош уҡырға 43

Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 77

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 43

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 62

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 51

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 84

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 77

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 91

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 93