Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Тирмәкәй”ҙә кем йәшәй?
Ҡалала башҡорт теленең тамырын нығытыусылар.

Икеһе лә башҡорт булһа ла, ҡала мөхите йоғонтоһонда үҙ-ара тик русса һөйләшкән таныштарым кескәй ҡыҙҙарын ҡалабыҙҙағы берҙән-бер башҡорт балалар баҡсаһы “Тирмәкәй”гә бирҙе. Бер осрашҡанда улар кинйәбикәләренең уңыштары тураһында ҡыуана-ҡыуана һөйләне. Баҡтиһәң, бәләкәс хәҙер башҡортса һөйләшергә өйрәнгән, йырлап та ебәрә, тыпырҙап бейеп тә китә икән. Әсәһе менән атаһын да башҡортса һөйләштерергә маташып бер була, ти. Тәрбиәсеһен шул тиклем яратҡан ҡыҙ: уны күреү өсөн баҡсаға көн дә йөрөргә риза икән. Ирекһеҙҙән йылмайып ҡуям: минең кинйә улым Азамат та ял көндәрендә дүшәмбене дүрт күҙ менән көтә торғайны. Ул да заманында “Тирмәкәй”ҙә тәрбиәләнде бит.

Ҙур ышаныс белдерелгәс...

Бына шулай кескәйҙәрҙе үҙенә магнит кеүек тартып торған балалар баҡсаһы бар Белорет ҡалаһында. Исеменең есеменә тап килеп тороуын әйт әле! Хас та әкиәттәге йорт ке­үек ыҡсым һәм матур ул. Билә­мәләге уйын ҡаласыҡтары, төрлө әкиәт, йәнһүрәт геройҙарының һын­дары шундай оҫта итеп яһалған – һоҡланмау мөмкин түгел. Түтәл­дәр­ҙәге гөл-сәскәләр, сағыу төҫтәрен баҙ­латып, иртә яҙҙан ҡара көҙгәсә күҙҙәрҙе һәм күңелдәрҙе иркәләй. Ике ҡатлы бинаның эсе лә һоҡлан­ғыс – өйҙәгеләй йылылыҡ, ҡот бөркө­лөп торған мөхиткә сума­һың. Зауыҡ менән йыһазлан­ды­рылған, милли ерлеккә өҫтөнлөк биреп биҙәлгән яҡты, таҙа бүлмәләрҙән балаларҙың шат тауышы яңғырап тора. Икенсе ҡаттағы музыка залынан кескәй­ҙәрҙең пианиноға ҡушылып йырла­ғаны ишетелә. Аш-һыу бүлмәһенән килгән тәмле еҫ танауҙы ҡытыҡлай...

1995 йылда Белоретта беренсе башҡорт гимназияһы асылғас, киләсәктә уны туған телен яҡшы белгән рухлы уҡыусылар менән тулыландырыу өсөн милли балалар баҡсаһы булдырыу бурысы алға баҫа. Һәм, ниһайәт, 2003 йылда төрлө ҡыйынлыҡтар, ҡаршылыҡтар аша маҡсатҡа өлгәшелә. Балалар баҡсаһының мөдире итеп Таңсулпан Бүләкбаева тәғәйенләнә.

– Ҙур яуаплылыҡ талап ителгән етәкселек йөгөн тартырға икеләнеү­һеҙ ризалаштым, – ти ул. – Ә балалар баҡсаһында тәүге осорҙа баш­ҡараһы эштәр, бойомға ашыраһы хыялдар шул тиклем күп ине, хатта бер аҙға ҡайһыһынан башлап китергә белмәй аптырап ҡалдым. Хәҙер инде ул ауырлыҡтар артта. Ун биш йыл дауамында балалар баҡсаһын төҙөк­лән­дереү, матди хәлен яҡшыртыу, заман шарттарына ярашлы йыһаз­ландырыу, кескәй­ҙәрҙең һәләтен үҫтереү маҡсатында әсбаптар, ҡорамалдар менән тулыландырыу йәһәтенән күп эш баш­ҡарылды һәм артабан да дауам итә. Бында, әлбиттә, ҡала хаки­миәте, уның мәғариф идаралығы етәкселегенә, ата-әсәләргә сикһеҙ рәхмәтлебеҙ.

Эште башлаған саҡта башҡортса дәреслектәр, методик әсбаптар, күргәҙмә материалдар йүнләү, белем һәм тәрбиә биреүҙе милли йүнәлештә алып барыуҙың төрлө юлдарын эҙләү бурыстары торҙо алдыбыҙҙа. Һынат­маны тәрбиәселә­ребеҙ, юҡтан бар яһаны: үҙҙәре программа, пландар төҙөнө, байрам саралары, иртәлектәр өсөн башҡортса сценарийҙар яҙҙы. Әйткәндәй, эш һорап килгәндәргә төп талаптарыбыҙҙың береһе – башҡорт­са иркен һөйләшеү. Беҙҙең маҡсат бит – кескәйҙәргә туған телен өйрәтеү, уларҙың телмәр байлығын үҫтереү, ғөмүмән, милли үҙаңлы, рухлы шәхес формалашыуына нигеҙ һалыу. Милләтте йәшәтеүсе, һаҡ­лау­сы көстөң туған тел икәнен яҡшы аңлап, беҙҙең хеҙмәткәрҙәр эштә лә, өйҙә лә тик башҡортса һөйләшә.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ҡала ерендә йәшәгән ҡайһы бер милләттәш­тәребеҙ балалары менән туған телендә аралашып бармай шул. Һөҙөмтәлә сабыйҙың үҫешенә зыян килтерәләр. Беҙҙең сағыштырғыһыҙ моңло йырҙарыбыҙ, дәртле бейеүҙә­ребеҙ, аҫыл йолаларыбыҙ, меңәр йыллыҡ тарих һаҡлаған эпос-леген­даларыбыҙ бар. Уларҙы белмәгән кеше үҙ халҡынан айырыла, шул уҡ ваҡытта яттар араһында ла урын таба алмай. Туған телебеҙҙең беҙҙе рухи яҡтан байытҡанын ата-әсә аңлаһын ине.

Халҡыбыҙ элек-электән белемгә ынтылыуы, уҡымышлылығы менән айырылып торған. Беҙҙә тәрбиә­ләнгән балалар ҙа ошо рухҡа тап төшөрмәй, тырышып белем ала. Күбеһе ҡалалағы Я. Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһына бара.



Мин – тәрбиәсе!

Таңсулпан Нуретдин ҡыҙы әйтеүенсә, балалар баҡсаһында тәжрибәле, талантлы педагогтарҙан, тәрбиәсе ярҙамсыларынан ныҡлы коллектив тупланған. Эльвира Рамаҙанова, Гүзәл Атйетәрова, Вәсилә Моратова, Гөлназ Абҡа­дирова, Әлиә Мәжитова, Зәлиә Ғәйфуллина, Ғәсимә Орел, Динара Солтанова, Гөлназ Солтанморатова, Гөлгөнә Хөснитдинова, Ләйсән Ғәзизова, Гүзәл Шәйәхмәтова – һәр балаға шәхес итеп ҡараған изге күңелле тәрбиәселәр.

– Хеҙмәттәштәрем белемен федераль стандарттарға ярашлы камиллаштырыу маҡсатында төрлө курстарға йөрөй, урындағы методик ойошмалар эшендә әүҙем ҡатнаша, – ти өлкән тәрбиәсе-методист Миләүшә Әхмәтнурова. – Районда беҙҙең идея нигеҙендә булдырылған “Мин – тәрбиәсе” конкурсында ла һынатмай улар. Ҡала, республика, Рәсәй, хатта халыҡ-ара кимәлдә ойошторолған төрлө ярыштарҙа, викториналарҙа, олимпиадаларҙа яулаған уңыштарыбыҙ ҙа етерлек. Халҡыбыҙҙың ғөрөф-ғәҙәттәрен, йолаларын тергеҙеүгә күп көс һалабыҙ, боронғо милли байрамдарҙы үткәреү традицияға әйләнгән.

Миләүшә Таһир ҡыҙы әйтеүенсә, быйыл район һабантуйында тирмә­ләр конкурсында ҡатнашып, гран-приға лайыҡ булғандар. Халыҡҡа башҡорттоң онотолоп барған “Ҡатыҡ тәмләү” йолаһын сәхнәләштереп күрһәткәндәр. Сығыштарын һәр кем яратып ҡабул иткән. “Тирмәкәй” тәр­биә­селәре 2020 йылда үтәсәк Донъя фольклориадаһына арнап йәй уҙғарылған слетта ҡатнашырға ла өлгөргән, икенсе урын яулап ҡайтҡан.
– ГТО нормаларын тапшырыуҙы, олимпия уйындарын, “Атай, әсәй һәм мин – спорт яратҡан ғаилә” конкурсын бәләкәстәр ҙә, өлкәндәр ҙә көтөп ала һәм ихлас ҡатнаша, – ти тәрбиәсе-методист. – Беҙҙең бала­ларҙың ата-әсәһе шул ҡәҙәр әүҙем, дәртле, ярҙамсыл. “Тирмәкәй”ҙең тор­мошонда бергә ҡайнап йәшәүҙәре өсөн уларға ҙур рәхмәт!

Бында тәрбиәселәр, уларҙың ярҙамсылары үҙҙәре лә байрам­дарҙа ихлас ҡатнаша. Мәҫәлән, әкиәт ҡуйғанда ролдәрен шул тиклем килештереп башҡаралар, кәрәк урында йырлап ебәрәләр, бейеп китәләр, төрлө музыка ҡорал­дарында һыҙҙы­рып уйнайҙар. Ошондай ихлас апай­ҙарын балалар нисек яратмаһын инде?! Күмәкләшеп ай һайын “Тирмә­кәй” тигән гәзит сыға­рыуҙары ла маҡтауға лайыҡ. Унда тәрбиәлә­неүселәрҙең шиғырҙары, әкиәттәре, һүрәттәре менән бер рәттән, тәр­биәсе-педагогтарҙың балалар баҡ­саһы тормошон яҡтыртҡан мәҡә­ләләре, ата-әсә өсөн файҙалы кәңәштәр урын ала.

Бөгөн “Тирмәкәй” 150-нән ашыу кескәй дуҫын үҙенә һыйындырған. Башҡорт балалар баҡсаһы матди-техник хәленең ныҡлы булыуы менән дә, белем һәм тәрбиә биреү­ҙең юғары сифаты яғынан да Белорет ҡалаһы­ның иң алдынғы, абруйлы мәктәпкәсә учреждениелары рәтендә. Был ҡаҙа­ныш, әлбиттә, алдынғы ҡарашлы, егәрле етәксе­нең, берҙәм коллек­тивтың тырыш хеҙмәт күрһәткесе. “Тирмәкәй”ҙә тәрбиәләнгән кескәй­ҙәрҙең киләсәктә халҡыбыҙҙың аҫыл улдары һәм ҡыҙҙары сафын тулыландырырына иманыбыҙ камил.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тамсы тама-тама ташты тишә

Тамсы тама-тама ташты тишә 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәндәргә ҡараш төрлөсә, берәүҙәр хуплай, икенселәр шикләнеп ҡарай. Миңә...

Тотош уҡырға 17

Бында Герой уҡыған

Бында Герой уҡыған 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд! Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге...

Тотош уҡырға 18

Ысын тормош мәктәбе

Ысын тормош мәктәбе 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Интернатым – пар ҡанатым” бер күскә тупланы. Бөгөн үҙ балаңды сит-ят кешеләр тәрбиәһенә тапшырыуҙы...

Тотош уҡырға 21

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 64

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 51

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 41

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 44

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 38

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 39

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 54

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 42

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 52