Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Иң мөһиме – ышаныс белдереү
Бала ниңә өйҙә “бәпес”кә әүерелә?

Ата-әсәнең күбеһенә шундай күренеш таныштыр: сабый балалар баҡсаһында уйынсыҡтарын бер урынға рәтләп йыйып ҡуя, ботинкаларын тыңлаусан рәүештә кейә, үҙаллы ашай, өйҙә иһә – бөтөнләй киреһе. Ни өсөн шулай? Яуап ябай: балағыҙ һеҙҙең уны бер нигә ҡарамайынса яратыуығыҙҙы белә. Шулай ҙа хәлде үҙгәртә, холҡон яҡшырта алаһығыҙ.


1. Күберәкте көтөгөҙ.

Ышаныс белдерәһең икән, һәр кеше уны аҡларға тырыша. Был мәктәпкәсә йәштәгеләргә лә хас. Балалар баҡсаһында тәрбиәселәр сабыйҙың кейемен шкафҡа рәтләп элеп ҡуйыуын, ашағандан һуң һауыт-һабаны йыуырға алып килеп тапшырыуын, бассейнға әҙерләнеүен һ.б. көтә. Ышаныс аҡлана: бала әкренләп үҙаллылыҡҡа өйрәнә. Өйгә ҡайтһа иһә бер ни булдыра алмаған, ярҙамға можтаж сабыйға әйләнә лә ҡуя. Һығымта: ата-әсәгә балаһына ышаныс белдереү мөһим.

2. Үҙе башҡарыр эште ҡулынан тартып алмағыҙ.

Ата-әсә ул-был эште тиҙерәк башҡарырға теләп, балаға өндәшеп тормай. Мәҫәлән, өйҙө йәһәтерәк йыйыштырыу ниәтендә туҙып ятҡан уйынсыҡтарҙы үҙе йыя, сабыйҙы шәп-шәп кейендерә, төймәләрен элә. Һөҙөмтәлә балаға бер ниндәй эш ҡалдырмай, уның бурыстарын ҡулынан “тартып ала”. Сабыйының башҡарғанын көтөп торорға түҙемлеге, ваҡыты етмәй. Был, әлбиттә, ата-әсәнең үҙенә лә, балаға ла кире йоғонто яһай.

Алда әйтелгәнсә, сабыйға ышаныс белдерергә кәрәк. Был йәһәттән уға иң ябай һәм йоғонтоло һорау шул – “Һин минең ярҙам итеүемде теләйһеңме, әллә үҙең булдыра алаһыңмы?” Ошо һүҙҙәр балаға ныҡ тәьҫир итә, һөҙөмтәлә бығаса көсө етмәгәнде лә башҡарыуы ихтимал. Һәр сабыйҙың бит үҙен ҙур кеше итеп күрһәткеһе килә.

3. Артынан төҙәтмәгеҙ.

Бала ниндәйҙер эште башҡарҙы икән, эстән ҡәнәғәтһеҙлек тойоп, артынан төҙәтеп йөрөмәгеҙ. Мәҫәлән, йоҡлаған урынын йыйыштырып ҡуйҙы, ти. Эш һеҙ теләгәнсә үтәлмәһә лә, теймәгеҙ, шулай ҡалһын. Уңғанлығы, булдыҡлылығы өсөн маҡтағыҙ ғына. Үҙе шкафтан кейем һайлап алып кейергә теләһә лә, ҡаршы килмәгеҙ. Булдырған “стилен” хуплағыҙ. Ҡыҫылмау мөмкин булмаған осраҡта ғына хатаһын йомшаҡ һүҙҙәр менән аңлатығыҙ, кәңәш бирегеҙ.

Әгәр инде балаға етешһеҙлектәре туранан-тура әйтелһә, уның башҡа эшләгеһе килмәйәсәк, дәрте һүнәсәк. Сабыйҙың бөтә нәмәне еренә еткереп, өлкәндәрсә башҡарыуын көтөү – уның үҫешен тотҡарлау, киләсәктә уңышҡа өлгәшеү мөмкинлегенә аяҡ салыу.

4. Айырым бурыстар йөкмәтегеҙ.

Балала үҙ көсөнә ышаныс тыуҙырыу, уны теүәллеккә өйрәтеү мөһим. Был йәһәттән сабыйға өйҙә айырым бурыстар йөкмәтергә кәрәк. Мәҫәлән, гөлгә һыу ҡойоу, йыуылған керҙәрен элеү, йәшелсә түтәлен тәрбиәләү һ.б. Бындай бурыстарҙы атҡарған бала һеҙҙән аяҡ кейеменең бауын бәйләтеп ултырмаҫ.

Шул уҡ ваҡытта сабыйға тәғәйенләнгән бурыстарҙың ғаилә өсөн файҙалы булыуына, мөһимлегенә иғтибар итегеҙ. Кәрәкмәгән эш ҡушмағыҙ. Бала күңеле һиҙгер – тиҙ төшөнәсәк. Файҙалы бурыстарҙы башҡарған сабый үҙен кәрәкле кеше, ғаиләнең тулы ағзаһы итеп тойоп үҫәсәк.

5. Урынһыҙға маҡтамағыҙ.

Баланың тырышлығы, уңыштары билдәләнергә тейеш. Әммә аҙым һайын маҡтау дөрөҫ түгел. Мәҫәлән, сабый иртәнсәк йыуынған һайын тешен таҙартырға күнекте икән, уға көн дә иғтибар итеп, хуплап тороу артыҡ. Бала быны мотлаҡ башҡарылырға тейеш ғәмәл тип ҡабул итһен. Гел маҡтап тораһың икән, шунан файҙаланыуы ихтимал. Мәҫәлән, “уйынсыҡ алып бирмәһәң, тешемде таҙартмайым” тиеүе бар.
Маҡтауҙың – үҙ урыны, ул баланы яңы уңыштарға дәртләндерергә тейеш.

6. Ваҡыттың ни икәненә төшөндөрөгөҙ.

Сабый балалар баҡсаһында ҡасан ни эшләргә икәнен белә: килгәс, сисенеп үтеү, ашағандан һуң тышта уйнау, күнекмәләр, унан – төшкө аш, ике сәғәтлек йоҡо, артабан йәнә уйындар, түңәрәктәр, киске аш һ.б. Өйҙә иһә бала “иреккә сыға”. Тәртипкә өйрәтеү өсөн, әлбиттә, балалар баҡсаһындағы кеүек режим булдырыу артыҡ, шулай ҙа айырым ҡағиҙәләрҙе үтәү зарурлығына төшөндөрөү мөһим. Мәҫәлән, иртәнсәк туғыҙынсы яртыла өйҙән сығырға кәрәк, ә бала уйынға бирелгән икән, ваҡыт билдәләгеҙ. “Биш минутта уйынсыҡтарыңды йыйырға өлгөрә алырһыңмы, әллә ярҙам итәйемме?” – тиһәң, сабый был бурысын йәһәт үтәп, сығырға кейенә лә башлар. Алда әйтелгәнсә, һәр осраҡта ышаныс белдереү мөһим.
Кис әкиәт һөйләүгә “кәрәкһеҙ шөғөл” тип ҡарарға ярамай. Балалар баҡсаһында тәрбиәселәр шуға өйрәткәс, сабый өйҙә лә ошондай иғтибар көтә. Кире осраҡта хатта үҙен кәрәкһеҙ тип тойоуы ла ихтимал. Ғөмүмән, өй һәм балалар баҡсаһындағы тәрбиә бер-береһенә яҡын булырға тейеш. Әкиәттең иһә сабыйҙың һәр яҡлап үҫешендә баһалап бөткөһөҙ көсөн оноторға ярамай.

7. Араға ҡыҫылмағыҙ.

Сабыйҙың өйҙә тыңлашмауы, тейешле бурыстарын башҡармауы, киреләнеүе балалар баҡсаһында үҙен яңғыҙ тойоуы, иптәш таба алмауы менән дә бәйле булыуы ихтимал. Ауыр кисерештәрен ул ата-әсәһенә “ауҙара”. Шуға күрә баланың тиҫтерҙәре менән мөнәсәбәтенә ныҡлы иғтибар бүлеү мөһим.

Күп осраҡта, сер түгел, сабыйҙың балалар баҡсаһында үҙ урынын таба алмауына ата-әсә үҙе ғәйепле. Бәғзеләр бит тәрбиәсегә бәләкәстәр алдында дәғүә белдерә, ыҙғышҡа юл асып ҡына тора. Улымды йә ҡыҙымды ниңә рәнйеттең, тип баланың тиңдәштәрен әрләргә тартынмағандар ҙа табыла. Ҡырҡ һигеҙ йыллыҡ эш тәжрибәмдән сығып, шуны әйтәм: сабыйҙарҙың араһына ҡыҫылырға ярамай. Улар хәҙер ыҙғыша ла хәҙер яраша – бер-береһенә үпкәләре шунда уҡ онотола. Ә инде араға өлкәндәр килеп ҡушылһа, урынһыҙға дәғүә белдерһә, бының күңелдә ғүмерлек яра булып ҡалыуы ихтимал.

Сабый балалар баҡсаһында йәшәргә өйрәнә, тәүге тормош һабағы ала. Уға ошо “дәрес”тә ҡамасауларға ярамай. Барыһын да үҙе хәл итергә өйрәнһен, берҙәмлектә көс икәнен күңеленә һала башлаһын. Тиҫтерҙәренән айыраһың икән, сабый йәшәргә өйрәнә алмаҫ, һөҙөмтәлә өйҙә лә гелән ярҙамға мохтаж булып ҡалыр, бының ауыр йөгө ата-әсә иңенә ятыр.

Балаларыбыҙҙы яратайыҡ, бергәләп тәрбиәләйек!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тамсы тама-тама ташты тишә

Тамсы тама-тама ташты тишә 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәндәргә ҡараш төрлөсә, берәүҙәр хуплай, икенселәр шикләнеп ҡарай. Миңә...

Тотош уҡырға 17

Бында Герой уҡыған

Бында Герой уҡыған 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд! Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге...

Тотош уҡырға 18

Ысын тормош мәктәбе

Ысын тормош мәктәбе 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Интернатым – пар ҡанатым” бер күскә тупланы. Бөгөн үҙ балаңды сит-ят кешеләр тәрбиәһенә тапшырыуҙы...

Тотош уҡырға 21

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 64

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 51

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 41

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 44

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 38

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 39

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 54

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 42

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 52