Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Рухи ҡиммәттәр үҫешен бергәләп хәстәрләйек
“Туған телебеҙҙе үҫтереүгә һәр кем үҙ өлөшөн индерергә тейеш” тигән фекер йыш әйтелә хәҙер. Хаҡ һүҙҙәр. Был ғәмәлде тормошҡа ашырыуҙың мөһим йүнәлештәренең береһе, һис шикһеҙ, милли баҫмаларыбыҙға яҙылыу.

Гәзит-журналдарыбыҙ халҡы­быҙҙың рухи-мәҙәни торошон сағылдыра, аҫаба еребеҙҙең тарихнамәһен яҙа, бөгөнгөнөң һулышын еткерә, милләт­тәштәре­беҙгә күңелендәген аҡ ҡағыҙға төшөрөп, бер-береһе менән аралашып йәшәү, фекер алышыу мөмкинлеген бирә. Был ғәмәлдәр­ҙең һәммәһе лә башҡортса алып барыла. Тимәк, туған телебеҙҙең – рухи ҡиммәтебеҙҙең – үҫешен бергәләп хәстәрләйбеҙ.

Һәр кем туған телен яҡшы белергә тейеш, шул саҡта ғына башҡа ғилемдәргә юл асыла, ти шәхестәребеҙ. “Ҡөрьән Кәрим”дең “Һине юҡтан бар иткән Аллаһ Тәғәләнең исеменән уҡы!” тигән тәүге аяты ла кешене яҙма мәғлүмәттән айырылмаҫҡа, белемде даими арттырырға, таратырға, киләһе быуындарға еткерергә әйҙәй. Ошо ҡушыл­ғандарға тоғро ҡалһаҡ, һис шикһеҙ, милли матбуғатыбыҙ йәшәр, халҡыбыҙ киләсәге тағы ла яҡтыраҡ булыр.

Арабыҙҙа ошо хәҡиҡәткә таянып ғүмер иткән дуҫтарыбыҙ байтаҡ. Мәҫәлән, “Башҡортостан” башлаған акция буйынса Бүздәк районының Сергеевка ауылынан Лүзә Әҙеһәмова гәзитебеҙгә яҙылып, квитанция күсермәһен һәм фотоһын редакцияға ебәрҙе.

— Ғаиләбеҙҙә электән йәшәп килгән йолаға тоғролоҡ һаҡлайым, – ти ул. – Әсәйем Мәүлиә Хужина ғүмер буйы “Башҡортостан” гәзитен алдырып уҡыны. Беҙ, балалары, матбуғаттың көсөн, халҡыбыҙ яҙмышындағы әһәмиәтен тәрән тойоп үҫтек. Әсәйем күптән мәрхүмә инде. Мин, ҡәҙерлемдең аманатына, күркәм тәрбиәһенә тоғро ҡалып, “Башҡортостан”ды йыл да алдырам.

Лүзә Ғәбделһаҙи ҡыҙы ире менән бергә гөрләтеп донъя көтә, күпләп ҡош-ҡорт аҫрай, мул итеп йәшелсә-емеш үҫтерә. Рухи ҡиммәттәребеҙгә, туған теле­беҙгә, милли матбуғат яҙмышына битараф булмауҙың, ата-әсә һалған юлға тоғролоҡтоң бәрәкә­телер был. Афарин, Лүзә Ғәбдел­һаҙи ҡыҙы!

Күркәм акция дауам итә. Уның тураһында туғандарығыҙға, дуҫ­та­рығыҙға, хеҙмәттәш­тәрегеҙгә еткерһәгеҙ ине.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тамсы тама-тама ташты тишә

Тамсы тама-тама ташты тишә 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәндәргә ҡараш төрлөсә, берәүҙәр хуплай, икенселәр шикләнеп ҡарай. Миңә...

Тотош уҡырға 17

Бында Герой уҡыған

Бында Герой уҡыған 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд! Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге...

Тотош уҡырға 18

Ысын тормош мәктәбе

Ысын тормош мәктәбе 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Интернатым – пар ҡанатым” бер күскә тупланы. Бөгөн үҙ балаңды сит-ят кешеләр тәрбиәһенә тапшырыуҙы...

Тотош уҡырға 21

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 64

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 51

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 41

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 44

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 38

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 39

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 54

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 42

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 52