Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һөнәргә лә, тормошҡа ла әҙерҙәр
Хәҙерге баҙар иҡтисады мәғариф тармағына йылдан-йыл ҡатыраҡ талап ҡуя: уҡытыуҙың һәм, ғөмүмән, белгестәр әҙерләүҙең сифаты бик тиҙ үҙгәрә барған заман ихтыяждарына тура килһен. Әҙерме быға беҙҙең юғары уҡыу йорттары?

– Эйе, талаптар юғары. Халыҡ баһаһынан тыш, милли һәм халыҡ-ара рейтингтар барлығын да онотмайыҡ, – тигәйне Башҡортостан Башлығы Рөстәм Хәмитов республиканың юғары уҡыу йорттары ректорҙары менән осрашҡанда. – Университеттар эшмәкәрлеген баһалауҙа яңынан-яңы алымдар ҡулланыла, һәм беҙгә уларҙы иҫәпкә алырға кәрәк. Шуныһы шатландыра: беҙҙең юғары уҡыу йорттары ошо рейтинг баҫҡысында аҡрынлап булһа ла өҫкә күтәрелә бара.

Тикшеренеүҙәргә ярашлы, юғары уҡыу йорттарына ҡабул итеү сифаты буйынса беҙҙең республика былтыр алдынғы төбәктәр исемлегенә ингәйне. Бюджет нигеҙендә алғанда уртаса балдың 70 булыуы – һуңғы йылдарҙағы иң яҡшы күрһәткес. Был йәһәттән Краснодар һәм Пермь крайҙары менән бергә республика етенсе урынға сыҡты. Медицина һәм нефть университеттарында әлеге күрһәткес 75 балға еткән. Башҡортостандың педагогия, авиация университеттарында ла ул 70-тән ашыу.

Республика етәксеһе әлеге осрашыуҙа Берҙәм дәүләт имтиханында 100-әр балл йыйған уҡыусылар менән һөйләшеүен хәтергә төшөрҙө. “Мәскәүҙә түгел, ә үҙебеҙҙә уҡырға инеү, артабан республикабыҙҙа эшкә ҡалыу өсөн нимәләр кәрәк?” тип һорайым уларҙан, – тине Рөстәм Зәки улы. – Күрәм: “йөҙ балсылар” ҙа Өфөләге университеттарға ынтыла. Беҙҙең бурыс – уларға был маҡсаттарында ярҙам итеү”.

Юғары уҡыу йорттарында әҙерләүҙең сифаты тураһында фекер йөрөтөү алдынан, тәбиғи, мәктәптә нисек уҡытыуҙарын иҫәпкә алырға кәрәк. Хәбәр итеүҙәренсә, математика, химия, физика, информатика, сит телдәр буйынса Берҙәм дәүләт имтиханында һуңғы бер нисә йылда уртаса балл күтәрелгән. Барлыҡ предметтар буйынса тип әйтерлек 80-дән юғарыраҡ балл йыйған уҡыусылар артҡан.

Ләкин шуныһы ла хаҡ: бындай уңышҡа өлгәшкәндәрҙең өстән бер өлөшө генә республикалағы уҡыу йорттарына бара. Нигеҙҙә, Мәскәү һәм Санкт-Петербургка юллана улар.

– Был ҡалаларҙа студенттар өсөн социаль-көнкүреш шарттарының Өфөләгенән яҡшыраҡ булыуы ла йәлеп итәлер, бәлки. Ошо йәһәттән беҙгә уйланырға, үҙебеҙҙә уңайлылыҡ тыуҙырырға кәрәк, – ти республика етәксеһе. – Унан тыш, профессорҙар һәм уҡытыусылар өсөн торлаҡ, бөтә уңайлыҡтары булған ятаҡтар төҙөү зарурлығына ла әйләнеп ҡайтыу мөһим.

Көнәркәшлек ҡанундарын инҡар итеп булмай, әлбиттә, һәм был мәғарифҡа ла ҡағыла. Шуға күрә илдең иң яҡшы уҡыу йорттарына инә алған Башҡортостан егеттәрен һәм ҡыҙҙарын хупларға кәрәктер. Әммә шуныһы: уҡыуҙы тамамлап, диплом алғас, күптәр эшкә лә шул ҡалаларҙа тороп ҡалырға тырыша. М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты ректоры Раил Әсәҙуллин аңлатыуынса, эш йүнәлеше маҡсатлы ҡабул итеүҙән маҡсатлы уҡытыуға күсергә тейеш. Муниципалитеттар үҙ абитуриентының юғары уҡыу йортона ҡабул ителеүенә генә түгел, ә уның аҙаҡ районға әйләнеп ҡайтыуына, хеҙмәт урыны һәм торлаҡ менән тәьмин ителеүенә булышлыҡ ҡылырға бурыслы.

– Рәсәй Президенты Владимир Путиндың “май указдары”ндағы профессорҙар һәм уҡытыусыларға эш хаҡын арттырыу буйынса талабы үтәлде, – ти Башҡортостан дәүләт аграр университеты ректоры Илдар Ғәбитов. – Университеттар был тәңгәлдә билдәләнгән күрһәткестәрҙе үтәй.

Автор: Г. ВАРИСОВА.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тамсы тама-тама ташты тишә

Тамсы тама-тама ташты тишә 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәндәргә ҡараш төрлөсә, берәүҙәр хуплай, икенселәр шикләнеп ҡарай. Миңә...

Тотош уҡырға 17

Бында Герой уҡыған

Бында Герой уҡыған 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд! Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге...

Тотош уҡырға 18

Ысын тормош мәктәбе

Ысын тормош мәктәбе 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Интернатым – пар ҡанатым” бер күскә тупланы. Бөгөн үҙ балаңды сит-ят кешеләр тәрбиәһенә тапшырыуҙы...

Тотош уҡырға 21

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 64

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 51

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 41

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 44

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 38

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 39

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 54

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 42

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 52