Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Һәләтле балалар – илдең киләсәге
Башҡортостандың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова Бөтә Рәсәй олимпиада һәм конкурс призерҙары һәм еңеүселәре, “Йәш профессионалдар” VI милли чемпионат финалы призерҙары менән осрашты. Сарала шулай уҡ республикабыҙҙың юғары уҡыу йорттары ректорҙары, проректорҙары ҡатнашты.

Фойела үҫмерҙәрҙең һөйләшеп һүҙҙәре бөтмәй. Кемдер донъя кимәлендәге ярышта дан ҡаҙанған, икенселәр ил буйынса бәйгелә алдынғылыҡты бирмәгән, республи­кабыҙ кимәлен яҡлаған.

– Һеҙҙе традицион “Башҡортос­тан өмөтө” форумында күреүгә бик шатбыҙ. Сара тиккә генә шулай атал­май, тәү сиратта, беҙ нәҡ ошонда киләсәктә республикабыҙ үҫешенә өлөш индерәсәк йәштәрҙе күрәбеҙ, – тине Гөлназ Радмил ҡы­ҙы. – Әле янығыҙҙа ректор­ҙар ултыра. Әйткәндәй, һеҙҙең арала буласаҡ министрҙарҙы һәм ректорҙарҙы ла төҫмөрләйбеҙ. Бынан ары инде бергәләп һеҙҙең һәләтегеҙҙе үҫтереү тәңгәлендә эшләрбеҙ тип уйлайбыҙ.

Гөлназ Шафиҡова белдереүен­сә, Баш­ҡорт­останда баланың һә­ләтен үҫтереү буйынса күп уй-ниәттәр бойомға ашырыла. Был эш кескәй саҡтан уҡ башлана, мәктәпкәсә йәштәге ҡыҙ һәм малайҙар төрлө олимпиа­даларҙа ҡатнаша. Ошо залда ултырған үҫмерҙәрҙең күбеһе бәләкәйҙән үк ниндәйҙер бәйгеләргә йөрөгән.

Башҡортостан Мәғарифты үҫте­реү институтының Уҡыусы­ларҙың һәләтен үҫтереү ғилми-методик үҙә­ге директоры урынбаҫары филология фәндәре кандидаты Гөлназ Әхмәҙуллина һөйләүенсә, һуңғы йылдарҙа һәләтле балалар менән эшләү бик йәнләнгән. Айырыуса республика етәкселегенең даими хәстәре тойола, һәләтле студент­тарға стипендия түләү ҡаралған, халыҡ-ара һәм Рәсәй кимәлендәге конкурстарҙа еңеүселәр юғары уҡыу йорттарына конкурстан тыш уҡырға алына.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса ойошторолған олимпиадала еңеү яулаған, хәҙер Туймазы юридик колледжы студенты Дилара Ғабдрафиҡова әйтеүенсә, Баш­ҡортостанда балаға төрлө яҡлап үҫешеү өсөн яҡшы шарттар булды­рылған. Ул бәләкәйҙән һәр төрлө конкурстарҙа ҡатнашып, тәүге урындарҙы яулаған.

– Ниәтем – Өфө дәүләт нефть техник университетына уҡырға инеү, – тип һөйләй Илеш райо­ны­ның Муса Гәрәев исемендәге Биш­ҡурай урта мәктәбенең XI класс уҡыусыһы Айнур Ғилманов. – Бәлә­кәйҙән техниканы үҙ иттем, уйын­сыҡ автомобиль булһынмы, бүтән төрлө конструкциямы, ҡыҙыҡ­һынып, уны һүтеп йыйырға яраттым.

Был егет һәм ҡыҙҙарҙың барлыҡ уй-хыялдары тормошҡа ашыр, үҙҙәре Башҡортостаныбыҙға файҙа килтерер, тип ныҡлы ышанабыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тамсы тама-тама ташты тишә

Тамсы тама-тама ташты тишә 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәндәргә ҡараш төрлөсә, берәүҙәр хуплай, икенселәр шикләнеп ҡарай. Миңә...

Тотош уҡырға 17

Бында Герой уҡыған

Бында Герой уҡыған 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд! Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге...

Тотош уҡырға 18

Ысын тормош мәктәбе

Ысын тормош мәктәбе 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Интернатым – пар ҡанатым” бер күскә тупланы. Бөгөн үҙ балаңды сит-ят кешеләр тәрбиәһенә тапшырыуҙы...

Тотош уҡырға 21

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 64

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 51

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 41

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 44

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 38

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 39

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 54

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 42

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 52