Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Яҡтылыҡҡа илтер “алтын һуҡмаҡ”
...Ҡыңғырау шылтырау менән уҡыусылар геү килешеп дәрескә ашыҡты. Коридорҙа сәғәттең текелдәгәне генә ишетелә. Бына башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты. Дәресте изге теләк, өгөт-нәсихәт менән башлап ебәргән уҡытыусының тыныс тауышы ишетелә: “Эргә-тирәләге һәр кемгә иғтибарлы булығыҙ, бәләкәстәргә – кеселеклелек, өлкәндәргә хөрмәт һулар һауалай кәрәк...”

Шишмә районы гимназияһы директоры Румия Ғайнанованың тәҡдиме менән беҙ ҙә башҡорт теле дәресен ҡарап сығыу бәхетенә өлгәштек.

Тәжрибәле уҡытыусы, Башҡортос­тандың мәғариф алдынғыһы Раузана Хәйруллина – эшен, балаларҙы мөкиббән яратҡан һөнәр эйәһе.
– Бөгөнгө балаларҙың шул ҡәҙәр аҡыллы булыуына хайран ҡалам, һоҡланам, – ти ул. – Белемгә ынтылыштары көслө, төрлө идея менән янып йәшәйҙәр, гимназия тормошонда әүҙем ҡатнашалар. Эшһөйәр үҙҙәре, һөнәр белеп үҫәләр. Күптән түгел, мәҫәлән, көҙгө йәрминкә ойошторолғайны. Балалар йәшелсәләрҙән оҫта итеп яһаған һындары, фантазияға байлығы менән тағы бер ҡат һоҡландырҙы. Һата белеү маһирлыҡтарына йәнә һөйөндөк.

Раузана Әсғәт ҡыҙы республикала бөгөнгө башҡорт теле уҡытыусыларына үҫешеү, белемде камиллаштырыу, сифатҡа йүнәлтелгән эшмәкәрлек ойоштороу, ижади хеҙмәт, үҙ көсөңдө күрһәтеү өсөн киң мөмкинлектәр асылғанына һөйөнөүен белдерҙе. Шул уҡ ваҡытта бала күңеленә туған телгә һөйөү тойғоһо һалыуҙың ни ҡәҙәр ҙур әһәмиәткә эйә икәнлегенә үҙ өлгөһөндә инандырҙы.

– Дәрестә был маҡсатҡа ҙур урын бирергә тырышам, – ти Раузана Әсғәт ҡыҙы. – Әҙиптәрҙең әҫәрҙәрен өйрәнеүгә ныҡлы иғтибар бүләбеҙ. Тәү сиратта балаларҙың телмәрен, фекерләү ҡеүәһен үҫтереү мөһим тип һанайым.

Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинеты ифрат бай: стендтар, күргәҙмә материалдар, әсбаптар, әҙиптәрҙең портреттары, улар хаҡында белешмәләр, милли баҫмалар... Бөйөк яҡташтары Мостай Кәримдең тормошо һәм эшмәкәрлегенә бағышланған стендтан айырым күңел йылыһы бәрелеп торғандай.

Шишмә ҡасабаһында гимназия асылыуға быйыл 50 йыл тулған. Белем усағы һәр йәһәттән дә алдынғылыҡты бирмәй, өлгөлө эшмәкәрлек алып бара. Уҡыусылар ҙа тырыш, һәләтле. Мәҫәлән, 2017/18 уҡыу йылында X кластан Камил Тәминдәров Башҡортостан Башлығы стипендияһына лайыҡ булған.

Директор Румия Ғайнанованың билдәләүенсә, юғары эш һөҙөмтәһенә педагог та, уҡыусы ла берҙәй тырыш булғанда ғына өлгәшергә мөмкин. Камил кеүек өлгөлө балалар бихисап гимназияла. Уларҙың, заман технологияларын яҡшы белеүе менән бер рәттән, китап, гәзит-журнал уҡырға яратыуы йәнә һөйөндөрҙө. Уҡыған аҙашмаҫ, тигән ата-бабабыҙ.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Тамсы тама-тама ташты тишә

Тамсы тама-тама ташты тишә 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Оҙаҡ йылдар бер урында эшләгәндәргә ҡараш төрлөсә, берәүҙәр хуплай, икенселәр шикләнеп ҡарай. Миңә...

Тотош уҡырға 17

Бында Герой уҡыған

Бында Герой уҡыған 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд! Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге...

Тотош уҡырға 18

Ысын тормош мәктәбе

Ысын тормош мәктәбе 23.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Интернатым – пар ҡанатым” бер күскә тупланы. Бөгөн үҙ балаңды сит-ят кешеләр тәрбиәһенә тапшырыуҙы...

Тотош уҡырға 21

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 64

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 51

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 41

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 44

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 38

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 39

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 54

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 42

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 52