Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Илдең бәҫе – мәғарифтың көсөндә
“…Һин, уҡытыусым,
шундай наҙлап
Ҡараның күҙҙәремә,
Һүнмәҫлек ҙур дәрттәр
бирҙең
Бәләкәс йөрәгемә”.
Олуғ Мостай Кәримдең “Уҡытыусыма” тигән шиғыры, йыл артынан йыл үтеүенә, быуаттың артта ҡалыуына ҡарамаҫтан, һаман да көнүҙәк булып яңғырай, күңелдәргә үтеп инә, һағышландыра, уйландыра...

Эйе, уҡытыусы абруйы һәр заманда ла юғары булып ҡала. Мәғариф өлкәһенә ниндәй генә заман технологиялары индерел­мәһен, бала янында остаз булыуы, уны аңлауы, дөрөҫ йүнәлеш биреүе мөһим.

Мәғлүм булыуынса, илдең мәғариф министры Ольга Васильева ошо вазифала эш баш­лаған сағында уҡ белем биреүҙә төп кешенең уҡытыусы булыуы хаҡында белдерҙе. Был фекер менән риза булмағандар ҙа табылды, әлбиттә. Әйтеүҙәренсә, мәктәптә төп кеше – уҡыусы, мәғариф учреждениелары уның өсөн төҙөлә. Ә министр быны инҡар итмәне, шул уҡ ваҡытта мәсьәләгә икенсе фекер өҫтәне: уҡытыусының абруйын, статусын күтәрмәйенсә тороп, илде үҫтерә, күңелдәрҙә берҙәм Рәсәй рухы тәрбиәләй алмаясаҡбыҙ. Педагог үҙен һөнәр оҫтаһы тип танымай, йәмғиәттең ихтирамын тоймай икән, халҡыбыҙҙы нығыраҡ берләштереү, дәүләтебеҙҙең нигеҙен тағы ла нығытыу, бөгөнгө хәл итәһе мәсьәләләрҙе яйға һалыу мөмкин булмаясаҡ.

Уҡытыусының хеҙмәте баһа­ла­нырға тейеш. Һуңғы йылдарҙа был йәһәттән илебеҙҙә, респуб­ликабыҙҙа маҡсатлы эштәр алып барыла. Хеҙмәт хаҡының тото­роҡ­ло үҫеүе, төрлө социаль программалар, һөнәри конкурстар, гранттар... Мәғарифҡа йәштәрҙе йәлеп итеү өсөн айырым дәртләндереү саралары бар, улар йылдан-йыл арта. Бындай мөмкинлек, әлбиттә, белем биреү өлкәһенә көслө затты ла йәлеп итә башланы. Әйҙәүсе көс ир-ат икән, һис шикһеҙ, ышаныслыраҡ: мәғарифтың яҡты киләсәгенә өмөт арта.

Белем усағы – изгеләрҙән-изге йорт. Унда киләсәгебеҙ тәрбиә­ләнә. Тимәк, донъяла үҙ урыны­быҙҙы һаҡларға, тамырҙары­быҙ­ҙы ҡоротмаҫҡа, илебеҙҙе үҫте­рергә, көс-ҡеүәтен арттырырға теләйбеҙ икән, мәктәптәребеҙҙе ҡәҙерләп тоторға, “ел-ямғыр” тей­ҙермәҫкә бурыслыбыҙ. Биналар­ҙың төҙөклөгөн хәстәрләү ҙә зарур. Был йәһәттән һуңғы осорҙа, айырыуса Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан республика­быҙҙа ҙур эштәр башҡарылыуы һөйөнөслө: “100 йыллыҡҡа – 100 объект” программаһы буйынса төбәгебеҙҙең байтаҡ райондарында мәктәптәр, балалар баҡсалары төҙөлә, заман талаптарына ярашлы яңыртыла, ремонтлана. Был, әлбиттә, бала­ларға, ата-әсәләргә генә түгел, уҡытыусылар өсөн дә ҙур ҡыуа­ныс. Төҙөк, матур, ҡупшы бинала эшләү кемдең генә күңелен күтәрмәһен! Яңы үрҙәргә этәргес, дәрт-дарман, юғары ҡаҙаныштар нигеҙе был.  

Алда әйтелгәнсә, мәғариф ни ҡәҙәр генә замансалаш­тырыл­маһын, уҡытыусынан тыш алға китә алмай. Алдынғы техника янында ла һәр саҡ аралашыу булырға тейеш. Остаз юҡ икән, ышаныслы киләсәк тә юҡ. Был хәҡиҡәтте халҡыбыҙ элек-электән тәрән аңлаған. Урамдан үтеп барғанда мөғәллимгә кәпәс һалып сәләм биргән ата-бабабыҙ. Ошо тәрбиәне бөгөн дә дауам итеү, ки­ләсәгебеҙҙе үҫтергән педагогик йәмғиәткә оло ихтирам менән ҡа­рау зарур. Уҡытыусыһы хөрмәт­ле булған ил – иң ҡеүәтлеһе, тигән мәғәнәлә фекер әйткән аҡыл эйәләре. Үҙенең хеҙмәтен генә башҡармай, йәмәғәт эштәрендә һәр саҡ алда йөрөгән, мөһим сараларҙың уртаһында ҡайнаған, төрлө йәһәттән пропаганда алып барған, шул иҫәптән милли матбуғаттың баһаһын күтәреүҙә, уны таратыуҙа төп көс булған педагогтарҙың ҡәҙерен белеү, уларҙың бәҫен арттырыу – дәүләттең дә, йәмғиәттең дә оло бурысы.

Байрамығыҙ менән, хөрмәтле уҡытыусылар!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 51

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 44

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 35

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 40

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 33

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 38

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 49

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 41

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 51

Иҫке Юлдаш мәктәбенә – 100 йыл

Иҫке Юлдаш мәктәбенә – 100 йыл 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ырымбур өлкәһенең Иҫке Юлдаш мәктәбе ошо көндәрҙә үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Унда...

Тотош уҡырға 59

Рус телен өйрәнәләр

Рус телен өйрәнәләр 10.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

12 — 14 октябрҙә Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең VI “Хәҙерге Рәсәйҙә тел...

Тотош уҡырға 51

Ил бурысын йөкмәгәндәр

Ил бурысын йөкмәгәндәр 10.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусыларға ҙур ышаныс бағлана. Бәхетленең байрамы бер көндө тигәндәй, Уҡытыусылар һәм Республика...

Тотош уҡырға 82