Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Байрамдары уңайынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачев “Башҡортостандың йыл уҡытыусыһы”, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” республика конкурстары еңеүселәрен ҡотланы.

– Һеҙ төплө белем биреп кенә ҡалмайһығыҙ, ә шәхес тәрбиәләүҙә лә әүҙем ҡатнашаһығыҙ, – тине Константин Борисович. – Бөгөн мәғариф системаһын үҫтереү буйынса илебеҙ етәкселеге тарафынан ифрат ҙур эштәр баш­ҡарыла, мәғариф тармағы – дәүләт сәйәсәтенең өҫтөнлөклө йүнә­лештәренең береһе. Рәсәй Президенты ла был хаҡта йыш сығыш яһай.

Парламент спикеры билдәлә­үен­сә, уҡытыусы һәр ваҡыт эҙлә­нергә, белемен камиллаштырырға тейеш, сөнки хәҙер төрлө яҡтан мәғлүмәт күп ағыла. Балаларҙы яҡ­шылыҡҡа өндәү, изге маҡсаттарға дәртләндереү белем биреү менән бергә алып барыла.

Константин Толкачев сәфәре барышында халыҡ, бигерәк тә педагогтар менән даими осрашыуы тураһында һөйләне, мөғәл­лимде борсоған мәсьәлә уға ла ят булмауын һыҙыҡ өҫтөнә алды, хәл-торошто еңеләйтеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да тормошҡа ашырырға тырышыуҙы белдерҙе.

Өфө ҡалаһындағы 5-се ли­цейҙың башҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыусыһы, быйыл баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары араһында ойошторолған республика конкурсында еңеү яулаған Нурзилә Нәҙерғолованың һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, ул быға тиклем дә үткәрелгән бәйгеләрҙә ҡат­нашып әҙме-күпме сыныҡҡан. Мәҫәлән, студент йылдарында башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыларының төбәк-ара ярышында II урынды алған, артабан инде ҡала кимәлендәгеһендә “Милли традицияларҙы һаҡлау” номинацияһында алдынғылыҡты бирмәгән. Төрлө конкурстарҙа ҡатнашыу дуҫтар табыуға булыш­лыҡ иткән, ул аныҡ маҡсаттар билдәләргә өйрәткән.

– Бөгөнгө башҡорт теле уҡы­тыусыһы заман менән бергә ат­ларға, яңы алымдарҙы ҡулланырға тейеш, – тине сығышы менән Йылайыр районының Ҡашҡар ауылынан булған Нурзилә Дәүләт­гәрәй ҡыҙы. – Үҙем уҡытыусылар ғаиләһендә үҫтем, атайым да, әсәйем дә һәр ваҡыт һәр йәһәттән дә үҫеш яғында булды.

Шулай уҡ Өфө ҡалаһының 110-сы мәктәбенән Любовь Александрова (физика уҡытыусыһы), 60-сы лицейҙан Евгения Рощупкина (биология), 130-сы мәктәптән Артем Баянов (математика), Стәрлетамаҡ ҡалаһының 20-се мәктәбенән Римма Ғәлиева (татар теле һәм әҙәбиәте), 7-се мәктәптән Олег Саргаев (информатика) Дәүләт Йыйылышы – Ҡорол­тайҙың Маҡтау хаты менән бү­ләкләнде.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары

Уҡыусыларға – Мостай Кәрим исемендәге фонд гранттары 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мостай Кәрим исемендәге 158-се башҡорт гимназияһында арҙаҡлы шәхес Мостай Кәримдең тыуыуына 99 йыл...

Тотош уҡырға 48

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән

Йөрәктәргә һалыр ҡуҙҙар һүнмәгән 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусы һәр дәүерҙә бөйөк булып ҡала белә. Матбуғатта уҡытыусыларға арнап яҙылған биниһая шиғри...

Тотош уҡырға 42

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр

Уҡыған – уҙыр, уҡымаған – туҙыр 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Хәтеремдә, беҙ мәктәптә уҡыған йылдарҙа класс етәксеһе балаларҙың айына түгел, ә аҙнаһына күпме...

Тотош уҡырға 32

Йәш белгестәр  бында ынтыла

Йәш белгестәр бында ынтыла 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусылар көнө алдынан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай Рәйесе Константин Толкачевтың бер төркөм хеҙмәт...

Тотош уҡырға 38

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ”

Киләсәкте яҡтыртыр “Баҙлауыҡ” 19.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ата-әсә менән кәңәшләшеп эшләү мөһимлеген раҫлай улар. Был төбәктә һәр ваҡыт эшсәнлек, дәрт-дарман...

Тотош уҡырға 31

Нуғайҙарҙың шатлығы

Нуғайҙарҙың шатлығы 17.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфө эргәһендәге Нуғай ауылында 147-се мәктәп тулы ҡеүәтенә эшләй башланы. Бында 950 уҡыусыға...

Тотош уҡырға 35

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала

Бала саҡтың сағыу мәле — баҡсала 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт теленә һөйөү тәрбиәләнә. Йәй – һәр кемдең яратҡан миҙгеле — был юлы ла хәтерҙә ҡалды....

Тотош уҡырға 47

Ялсыҡайҙың  йөҙөк ҡашы

Ялсыҡайҙың йөҙөк ҡашы 16.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Китапханасы Мәҙинә Ҡунаҡҡолованы яҡташы, шағирә Миңлегөл Хисамованың олпат юбилейына әҙерләнеп,...

Тотош уҡырға 39

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп

Халыҡтың һаулығын хәстәрләп 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика көнөн Ишембай районының Йәнырыҫ ауылы халҡы айырыуса ҡыуанып ҡаршыланы. Бында бөтә...

Тотош уҡырға 48

Иҫке Юлдаш мәктәбенә – 100 йыл

Иҫке Юлдаш мәктәбенә – 100 йыл 11.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ырымбур өлкәһенең Иҫке Юлдаш мәктәбе ошо көндәрҙә үҙенең 100 йыллыҡ юбилейын билдәләне. Унда...

Тотош уҡырға 56

Рус телен өйрәнәләр

Рус телен өйрәнәләр 10.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

12 — 14 октябрҙә Өфөлә Рәсәй рус теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары йәмғиәтенең VI “Хәҙерге Рәсәйҙә тел...

Тотош уҡырға 49

Ил бурысын йөкмәгәндәр

Ил бурысын йөкмәгәндәр 10.10.2018 // Белем һәм тәрбиә

Уҡытыусыларға ҙур ышаныс бағлана. Бәхетленең байрамы бер көндө тигәндәй, Уҡытыусылар һәм Республика...

Тотош уҡырға 79