Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд!

Тәтешле районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге начальнигы Әҙеһәм Фәрүәзетдиновтың ҡырҡҡа ярылырҙай булып йөрөгәнен белә тороп, уға интервью алырға барҙыҡ. Ошо яуаплы вазифаны биләүенән тыш, ул – төбәк башҡорттары ҡоролтайы етәксеһе. Эшенең күплегенә ҡарамаҫтан, беҙҙе ҡабул итергә ваҡыт тапты. “Бимазалап йөрөмәһәгеҙ ҙә була инде” тип зарланыу урынына, киреһенсә, шат йылмайып килеп күреште ул. “Сәфәрҙе район үҙәгендәге 1-се мәктәптән башлайыҡ улай булғас”, – тип Үрге Тәтешле ауылының үҙәгенә алып китте. Ә унда Тәтешлеләге 1-се урта мәктәп директоры Флүрә МӘХМҮТОВА менән осрашып әңгәмәләштек.

– Заман башҡа – заң башҡа тигәндәй, бөгөнгө уҡытыусы ниндәй булырға тейеш?

– Иртә нисек матур башлана, көн шулай уңышлы дауам итәсәк тигән ышаныу йәшәй бит. Ата-әсәһе күтәренке кәйеф бүләк итеп, ҙур маҡсаттарға әйҙәп оҙатып ҡалған баланы көләс йөҙ менән ҡаршы алыу – мөғәллимдәрҙең мөҡәддәс бурысы. “Һеҙ – киләсәк!”, “Һәр берегеҙ ил етәкселәре булырға ынтылырға тейешһегеҙ” тигәнерәк юғары һүҙҙәр менән иңдәренә ҡанат ҡуябыҙ. “Һеҙ Советтар Союзы Геройы белем алған мәктәптә уҡыйһығыҙ!” тип тә өҫтәйбеҙ. Мотоуҡсылар полкының пулеметсылар командиры старшина Николай Ведерников иҫтәлегенә төрлө саралар уҙғарыу – илһөйәрлек тәрбиәләүҙең бер алымы.

Хәҙер иһә мәғлүмәттең ниндәйе генә юҡ, шуға күрә лә ҡыҙ һәм малайҙарға дөрөҫ йүнәлеш биреүҙе тәрбиә мәсьәләһендә иң көнү­ҙәктәрҙең береһе тип һанайбыҙ. Үҫмергә юлдан яҙыу өсөн күп кәрәкмәй, ә бына уны шул ҡапҡандан ысҡындырыу байтаҡ ваҡыт талап итә. Ошо мәғлүмәт яланынан сәскә шикелле яҡшы хәбәрҙе, күркәм яңылыҡты эҙләргә ярҙам итеү өсөн ҡулдан килгәндең барыһын да бойомға ашырырға тырышабыҙ. Мәғлүмәт тураһында һүҙ башлауым юҡҡа түгел, мөғәл­лимдең киң белем даирәһе – уңыштың яртыһы. Әйткәндәй, Үрге Тәтешле ауылында тәүге земство мәктәбе 1895 йылда асылған, 1937 йылдан ул урта мәктәп статусы алған, ә 1973 йылда 1-се мәктәп тип үҙгәртелгән.

– Уҡытыусы апай менән етәкләшеп класс тупһаһын аша атлап инеү, уның әсәйемдең кәңәшен тотоп, алғы рәттәге партаға ултыртыуы кисәгеләй күҙ алдымда. Һеҙҙә быйыл I класҡа нисә бала килде?
– Беҙҙең мәктәбебеҙ һәр йәһәттән дә дан тота. Уҡыу сифаты һәм өлгәш буйынса алдынғылыҡты бирмәү, тәртип яғынан да өлгө һаналыу – шуға асыҡ миҫал. Бынан тыш, уҡыусыларҙың һаны буйынса беҙгә еткәндәр юҡ. Быйыл I класҡа 100-гә яҡын баланың килеүе – рекорд!

Тарихта беренсе тапҡыр! Шул 93 баланы – 2010, 2011 һәм 2012 йылда тыуғандарҙы – параллель дүрт класҡа бүлдек. Беләһегеҙме, шул хәтлем алсаҡ та, асыҡ та балалар килде көҙ. Матур итеп яттан шиғыр һөйләйҙәр, йырлағандарын тыңлауы күңелле, ә бына сәхнәне дер һелкетеп бейегәндәрен күр­һәгеҙсе! Иҫең китерлек. Һәр береһе менән бергә шатланған, улар өсөн борсолған-көйгән уҡытыусыларға маҡтауҙан тыш һүҙ әйтерлек түгел. Зинира Минхамматова, Лилиә Әхмәтова, Альбина Фәметдинова һәм Гөлназ Борхановаларҙың дәрестәре йәнле үтә, һәр кем ҡатнашып ултырһын өсөн төрлө эш алымы ҡулланалар.

– Флүрә Васильевна, һеҙҙә 700-ҙән ашыу уҡыусы. Ҡайһы бер ҡала мәктәптәрендә улай күп түгел әле. Уҡыу нисек ойошторолған?

– Уҡыу-уҡытыу эше ике сменала алып барыла. Бының өсөн беҙҙә бөтә шарттар ҙа тыуҙырылған. Кабинеттар йыһазландырылған, түңә­рәктәрҙең өҙөклөгөнә юл ҡуйылмай, уҡытыусыларға ҡытлыҡ юҡ. Мәктәп тормошондағы сараларҙа әүҙем ҡатнаша балалар. Быйыл XI класты 34 егет һәм ҡыҙ тамамланы, улар менән осрашҡанда кемдеңдер әйткәне хәтерҙән сыҡмай. “Мәктәптә күңелле үткән йылдарымды һағы­нам, күмәк кеше араһында үҙемде ышаныслы тоторға өйрәндем, коллективҡа ылыҡтым”, – тигәйне ул.

– Ярышта еңеү яуламаһаң да, борсолорға ярамай, иң мөһиме – унда ҡатнашыу, тиҙәр. Ошо фекергә ҡарашығыҙ нисек?

– Педагогтарҙың балаларҙы төрлө конкурстарға мөмкин тиклем йышыраҡ йөрөтөргә ынтылышын күреп һөйөнәм. Ярай, тәүҙә еңеү ҙә яуламаһындар, ти. Улар бит шул саҡта беренсе сынығыуҙы ала, киләһе бәйгеләргә иһә төплө әҙерлек һәм ҙур амбиция менән барасаҡ райондағы бәйгеләргә. Бынан тыш республика һәм ил кимәлендәгеләргә лә сығабыҙ. Шул да мәғлүм булһын, 2016 йылда илдә иң юғары күрһәткестәргә өлгәшкән тәүге 200 мәктәп исемлегенә индек, быйыл да шундай юғары баһа бирелде. Былтыр Рәсәйҙең 300 мәктәбе араһында иң яҡшыһы тип билдәләндек. 2006 йылда миллион һумлыҡ грант алыуҙы оло ҡаҙанышҡа тиңләмәү мөмкин түгел.

– Шундай ҙур мәктәптә уҡытыусылар – һәр йәһәттән дә төп терәк һәм таяныс. Башҡорт теле һәм әҙәбиәте кабинетының биҙәлеше шунда уҡ күҙгә ташлана, музейҙан һис кәм түгел. Кемдәр улар матурлыҡ тыуҙырыусылар?

– Беҙҙең мәктәптә бөтә уҡытыу­сылар ҙа – үҙ һөнәренең оҫтаһы. Шул иҫәптән башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары. Альбина Әүхәҙиева, Айгөл Мулланурова, Руфина Ғәлимйәнова, Лиза Фәтхул­линаларҙың тырышлығы иғтибарға лайыҡ, бүтәндәргә өлгө. “Һәр бала туған телен өйрәнергә тейеш”, “һәр бала туған телендә белем алһын” тигән принцип яҡлы улар.

– Һеҙҙең тарафтан алмаш тураһында хәстәрлек күреү күҙгә ташлана. Бая үҙегеҙ ҙә “һәр берегеҙ ил етәкселәре булырға ынтылырға тейешһегеҙ” тип дәртләнде­рәбеҙ, тинегеҙ. Үҙидара көнөн етәкселәр әҙерләүҙең бер баҫҡысы тип ҡарау дөрөҫмө?

– VIII–XI кластағы егет һәм ҡыҙҙарға уҡытыу-тәрбиә эштәрен ойоштороуға ҙур мөмкинлектәр бирелгән. Өлкән кластағыларҙың үҙидара көнөн көтөп алыуына ҡыуанабыҙ. Улар бер көн эсендә тыштан да, эстән дә ныҡ үҙгәрә. Иң мөһиме – һәр береһендә мәктәп тормошона бүтән ҡараш тыуа. Уҡытыусы роленә ингән үҫмерҙәр бурысына шул тиклем яуаплы ҡарай, дәрескә төплө әҙерләнә. Хәҙер бит компьютер заманы, уны дәрестә бик оҫта һәм иркен ҡулланалар. Яңы һүҙ, яңы фекер яңғырай. Шунан сығып, ҙур етәкселәр бында әҙерләнә тимәй ҡара!

– Флүрә Васильевна, йөкмә­т­келе әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт. Мәктәп ишеген йыл да күберәк кескәй ҡыҙ һәм малайҙар асып инһен!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аҡыл һәм йөрәк үлсәме аша

Аҡыл һәм йөрәк үлсәме аша 21.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең йәш ғаиләләр менән эшләү бүлеге...

Тотош уҡырға 31

Ҡырыҫ түгел миңә был яҡтар...

Ҡырыҫ түгел миңә был яҡтар... 21.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Мәктәп — минең өсөн яҡтылыҡ, изгелек иле”, — ти алдынғы уҡытыусы. Уҡытыусы — ул талапсан һәм...

Тотош уҡырға 39

“Балалар мәктәпкә һалҡын автобуста йөрөргә тейеш түгел”

“Балалар мәктәпкә һалҡын автобуста йөрөргә тейеш түгел” 20.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә: “Балаларҙы мәктәпкә һалҡын...

Тотош уҡырға 49

Ирәндектең аҫыл ҡыҙы Әлнисә

Ирәндектең аҫыл ҡыҙы Әлнисә 20.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мөғәллимә өсөн иң ҙур баһа – уҡыусыларының рәхмәте. “Һандығы семәрлелер, күңелдәре серлелер” тигән...

Тотош уҡырға 92

Бында балалар өйҙәгенән яҡшыраҡ туҡлана

Бында балалар өйҙәгенән яҡшыраҡ туҡлана 20.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Тағы ла күп уңайлы шарттар булдырылған. Район үҙәгендәге 5-се балалар баҡсаһын ҡарап хайран ҡалып...

Тотош уҡырға 60

Түбә яңыртыласаҡ

Түбә яңыртыласаҡ 18.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Туймазы районының Собханғол ауылындағы балалар баҡсаһына 140-тан ашыу бала йөрөй. Бында...

Тотош уҡырға 58

Сиратты кәметеү юлы бар!

Сиратты кәметеү юлы бар! 17.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре...

Тотош уҡырға 51

Мәктәптә тығыҙ булмаһын

Мәктәптә тығыҙ булмаһын 17.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназия уҡыусылары менән осрашҡанда Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 63

Федоровка районында урыҫ телен яҡшы беләләр

Федоровка районында урыҫ телен яҡшы беләләр 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Урыҫ теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында район мәктәптәре яҡшы күрһәткестәргә иреште: бер еңеүсе...

Тотош уҡырға 59

Һөнәри оҫталыҡтарын һынайҙар

Һөнәри оҫталыҡтарын һынайҙар 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Туймазы юридик колледжында “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) IV төбәк чемпионатының “Хоҡуҡ...

Тотош уҡырға 72

Тел асҡысын табышайыҡ

Тел асҡысын табышайыҡ 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Элек өләсәйҙәребеҙ теләк теләгәндә, “Хоҙай балама тел асҡыстары бирһен” тип тә өҫтәй торғайны....

Тотош уҡырға 109

Лайыҡлы алмаш килә

Лайыҡлы алмаш килә 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Рәсәйҙә балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһенә 100 йыл тулыуҙы әлшәйҙәр матур саралар һәм уңыштар...

Тотош уҡырға 76