Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Хәҙер яңыса йәшәйәсәкбеҙ”

Бындай хәстәрлеккә яуап – яҡшы уҡыу, өлгөлө тәртип.

Хәҙерге белем биреү йорттары ниндәй булырға тейеш? Уҡытыу сифатына, методикаһына, уҡыу процесына талап артҡан мәлдә, мәктәптәр өсөн санитария-эпидемология нормалары һәм ҡағиҙәләре лә ныҡлы үҙгәреш кисерә. Ҡануниәткә һуңғы төҙәтмәләр ике йыл элек индерелде, һәм улар мотлаҡ норматив, техник документтарҙа сағылыш табырға тейеш, тип билдәләнде. Баҡалы ауылында республиканың 100 йыллығы уңайынан төҙөлөп ятҡан 825 урынлыҡ мөһабәт мәктәптең уҡыусылар ғына түгел, ата-әсәләр, педагогтар, ғөмүмән, бөтә халыҡ өсөн күптән көтөп алынған оло бүләк булыуы бәхәсһеҙ.

– Төҙөлөштөң тамамланыуға яҡынлашыуын күреп барыбыҙ ҙа шатланабыҙ, – ти мәктәп директоры Таһир Фәрүәзов. – Балалар уҡыясаҡ бинала уңайлы шарттарҙан тыш, хәүефһеҙлек талаптары үтәләсәк, биләмәләр иркенерәк, һулар һауа таҙараҡ, спорт менән шөғөлләнеү өсөн мөмкинлектәр яҡшырасаҡ була­саҡ. Быға тиклем хыялланырға ла ҡыймаған ҙур туҡланыу комплексы күп баланы ығы-зығыһыҙ ашатып-эсерергә мөмкинлек бирер, тип өмөтләнәбеҙ.

Яңы заманса ҡорамалдар, интерактив таҡталар, ике спорт залы, кейем алмаштырыу һәм ял бүлмәләре – бөтәһе лә заман стандарттарына яуап бирә, әммә бында сәләмәтлеге сикләнгән­дәрҙе хәстәрләп, иң һуңғы технологиялы өс лифтты эшкә ҡушасаҡтарын белгәс, һоҡла­ныуы­быҙҙың сиге булманы.

Төҙөлөш участкаһы начальнигы Сергей Ханило әйтеүенсә, бынан тап ике йыл элек аукцион һөҙөмтәләре буйынса подрядсы “Империя” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте менән дәүләт контракты төҙөлгән. “Беҙ эшкә тотонғанда нигеҙ соҡоро ғына бар ине. Өс ҡатлы мәктәптең смета хаҡы 390 миллион һумға яҡын, эш барышында ҡайһы бер мәсьәләләр күҙ уңынан ысҡындырылғанға күрә, өҫтәмә аҡса юлларға, ҡәҙерле ваҡытты һуҙырға тура килде. Объектты яңы йылға тапшырыу уйы менән янабыҙ. Оҙаҡ­ламай мәктәпкә йылы биреләсәк, әлегә эстә биҙәкләү-буяу эштәре дәррәү дауам итә”, – ти Сергей Константинович.

Төҙөүселәр йылы көндәргә һаран көҙҙөң һәр уңайлы мәлен, сәғәтен тигәндәй үҙ файҙаһына ҡулланып ҡалырға тырыша. Октябрҙең сыуағы мәктәптең тирә-яғын төҙөкләндереү, фасад эштәрен башҡарыу өсөн бик тә яйлы булған. Юлдарҙан яңы асфальт еҫе аңҡый, плитә түшәлгән тротуарҙарҙан оҙаҡламай тиктор­маҫ ҡыҙ һәм малайҙарҙың күңелле йүгерешеүен күреп, күптәр үҙҙәренең алыҫта ҡалған бала сағын иҫенә төшөрөр, сағыштырыр… Ә биләмә иҫ киткес ҙур – йәш спортсылар өсөн майҙансыҡтар, зәңгәр шыршылар аллеяһы, сәскә клумбалары – яҙ етеү менән уларҙың барыһы ла Баҡалы ерен йәмгә, матурлыҡҡа күмәсәк.

Әлегә оҫталар бина эсендә интернет селтәрен үткәрә, видео­күҙәтеү ҡуя, ә монтажсы Дим Ғилманов менән Артем Сергеев фасад өсөн кәрәк-яраҡ әҙерләй, материалдарҙы үлсәй, ҡырҡа, эшселәргә йәһәтерәк өлгөртөргә тырыша. Фасад тигәндән, ул эш ҡатмарлы, яуаплы, физик әҙерлекте талап иткән хеҙмәт икән. Көҙгө әсе ел уйнап торған көндә, таған баҫҡыстарға баҫып бина тышын көпләүселәр ара­һында ҡыҙ-ҡырҡын затын күреп, аптырап ҡалдыҡ. “Ул бит беҙҙең альпинистка, барыбыҙҙы ла уҙҙыра”, – тип егеттәр ҙә уға һүҙ тейҙермәй.


Баҡһаң, Кристина Суворова Өфөлә альпинистар түңәрәгендә бер аҙ шөғөлләнеп алған. Ундағы күнекмәләр, тәжрибә был эштә бик тә ярап ҡалған.

Бөгөн төҙөлөш материалдары өйөлөп ятҡан ерҙә киләсәктә тәбиғәтте өйрәнеү мөйөшө буласағын, төрлө үҫемлектәр ултыртыласағын белдек. Быйыл 100 йыллығын билдәләгән иҫке мәктәпкә әллә күпме йәш быуынды тәрбиәләйәсәк, заман талаптарына бар яҡтан да яуап бирәсәк лайыҡлы алмаш килә, тип һөйөндөк. Дүрт йөҙ уҡыусыға иҫәпләнгән иҫке уҡыу йортонда әле ике тапҡырға күберәк бала белем ала, санитария-гигиена шарттарының, янғынға ҡаршы талаптарҙың ниндәй көсөргәнеш тыуҙырыуын аңлатып тораһы ла юҡ. Өҫтәүенә бында күрше-тирә ауылдарҙан йөрөп уҡыусылар ҙа байтаҡ.

– Беҙ хәҙер яңыса йәшәйә­сәкбеҙ, – ти Таһир Әнис улы. – Бындай оло хәстәрлеккә бары бер яуаптың ғына булыуы мөмкин: яҡшы уҡыу, өлгөлө тәртип.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА әҙерләне
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотолары


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Аҡыл һәм йөрәк үлсәме аша

Аҡыл һәм йөрәк үлсәме аша 21.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йәштәр социаль-психологик һәм мәғлүмәти-методик үҙәгенең йәш ғаиләләр менән эшләү бүлеге...

Тотош уҡырға 31

Ҡырыҫ түгел миңә был яҡтар...

Ҡырыҫ түгел миңә был яҡтар... 21.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

“Мәктәп — минең өсөн яҡтылыҡ, изгелек иле”, — ти алдынғы уҡытыусы. Уҡытыусы — ул талапсан һәм...

Тотош уҡырға 39

“Балалар мәктәпкә һалҡын автобуста йөрөргә тейеш түгел”

“Балалар мәктәпкә һалҡын автобуста йөрөргә тейеш түгел” 20.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Радий Хәбиров Башҡортостан Хөкүмәтендә үткән оператив кәңәшмәлә: “Балаларҙы мәктәпкә һалҡын...

Тотош уҡырға 49

Ирәндектең аҫыл ҡыҙы Әлнисә

Ирәндектең аҫыл ҡыҙы Әлнисә 20.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мөғәллимә өсөн иң ҙур баһа – уҡыусыларының рәхмәте. “Һандығы семәрлелер, күңелдәре серлелер” тигән...

Тотош уҡырға 92

Бында балалар өйҙәгенән яҡшыраҡ туҡлана

Бында балалар өйҙәгенән яҡшыраҡ туҡлана 20.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Тағы ла күп уңайлы шарттар булдырылған. Район үҙәгендәге 5-се балалар баҡсаһын ҡарап хайран ҡалып...

Тотош уҡырға 60

Түбә яңыртыласаҡ

Түбә яңыртыласаҡ 18.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Туймазы районының Собханғол ауылындағы балалар баҡсаһына 140-тан ашыу бала йөрөй. Бында...

Тотош уҡырға 58

Сиратты кәметеү юлы бар!

Сиратты кәметеү юлы бар! 17.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре...

Тотош уҡырға 51

Мәктәптә тығыҙ булмаһын

Мәктәптә тығыҙ булмаһын 17.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназия уҡыусылары менән осрашҡанда Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 63

Федоровка районында урыҫ телен яҡшы беләләр

Федоровка районында урыҫ телен яҡшы беләләр 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Урыҫ теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында район мәктәптәре яҡшы күрһәткестәргә иреште: бер еңеүсе...

Тотош уҡырға 59

Һөнәри оҫталыҡтарын һынайҙар

Һөнәри оҫталыҡтарын һынайҙар 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Туймазы юридик колледжында “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) IV төбәк чемпионатының “Хоҡуҡ...

Тотош уҡырға 72

Тел асҡысын табышайыҡ

Тел асҡысын табышайыҡ 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Элек өләсәйҙәребеҙ теләк теләгәндә, “Хоҙай балама тел асҡыстары бирһен” тип тә өҫтәй торғайны....

Тотош уҡырға 109

Лайыҡлы алмаш килә

Лайыҡлы алмаш килә 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Рәсәйҙә балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһенә 100 йыл тулыуҙы әлшәйҙәр матур саралар һәм уңыштар...

Тотош уҡырға 76