Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Тәрбиәсе лә ярышта оҫтара

Абсолют еңеүсе – Стәрлетамаҡ ҡалаһынан Мария Заплохова.

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институтында ойошторолған “Йыл тәрбиәсеһе-2018” республика конкурсы барышында үткән быуаттың 80-се йылдарында яратып ҡараған “Усатый нянь” музыкаль комедияһы иҫкә төштө. Тиҙҙән армияға алынасаҡ Иннокентий исемле егет бер эш урынында оҙаҡ тотҡарлана алмай. Сираттағыһында ул балалар баҡсаһына төнгө һаҡсы булып урынлаша, бында тәрбиәсе роленә лә инеп, төрлө көлкөлө хәлдәргә тарып бөтә. Ҡыҫҡаһы, кескәйҙәр менән бер ҡасан да күңелһеҙ түгел, әммә балалар баҡсаһында тәрбиәсе булып тик ҡатын-ҡыҙ эшләргә тейештер.

Шул иғтибарға лайыҡ: әлеге конкурста ҡатнашыусылар йылдан-йыл арта, быйыл республи­кабыҙҙың 51 ҡала-районынан һынау тоттолар. Бәйге өс өлөш­кә бүлеп үткәрелде. Тәүгеһе интернет аша булһа, икенсеһе “Балалар менән педагогик сара һәм уны анализлау” тип аталды, өсөнсөһөндә иһә “Педагогик табыш”, “Оҫталыҡ дәресе”, “Түңәрәк өҫтәл”дә һөйләшеү” сараларында һәр конкурсантҡа үҙен танытыу өсөн ҙур мөмкинлектәр бирелде.

Республиканың мәғариф министры Гөлназ Шафиҡова йыл дауамында педагогтар ара­һында үткәрелгән конкурс­тарҙы барлап, “Йыл тәрбиәсеһе”нең иң сағыуҙарҙың береһе икәнен билдәләне.

– Һеҙ – кескәйҙәргә бәхетле бала саҡ бүләк итеүсе, – тине Гөлназ Радмил ҡыҙы, кон­курсанттарға мөрәжәғәт итеп. – Бер яҡтан ҡарағанда, хеҙмәтегеҙ күләгәлә ҡалғандай тойола. Тимәк, был тармаҡта эште тағы ла йәнләндереү, ошондай конкурстарҙы күберәк үткәреү, кескәйҙәр араһында ла төрлө бәйгеләрҙе йышыраҡ ойоштороу зарур.

Артабан ярыштың алдын­ғылары билдәләнде. Бөтөн һынауҙарҙы уңышлы үтеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының 77-се балалар баҡсаһы өлкән тәрбиәсеһе Мария Заплохова абсолют еңеүсе тип табылды.

Сараны музыкаль яҡтан Өфө ҡалаһындағы Комаров исемендәге балалар ижад йортоноң өлгөлө коллективы, Өфө сәнғәт училищеһы студенты Анастасия Сәмсетди­нова, халыҡ-ара конкурстар лауреаты Рөстәм Ғүмәров, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фирҙүс Шәрәфуллин, Күгәрсен районы Мораҡ ауылының “Инешкәй” балалар баҡсаһы тәрбиәсеһе Эльза Вәлиева һәм башҡаларҙың сығыштары биҙәне.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Түбә яңыртыласаҡ

Түбә яңыртыласаҡ 18.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Туймазы районының Собханғол ауылындағы балалар баҡсаһына 140-тан ашыу бала йөрөй. Бында...

Тотош уҡырға 41

Сиратты кәметеү юлы бар!

Сиратты кәметеү юлы бар! 17.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Башлығы вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Радий Хәбиров Октябрьский ҡалаһына эш сәфәре...

Тотош уҡырға 41

Мәктәптә тығыҙ булмаһын

Мәктәптә тығыҙ булмаһын 17.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Октябрьский ҡалаһындағы 2-се гимназия уҡыусылары менән осрашҡанда Башҡортостан Башлығы вазифаһын...

Тотош уҡырға 50

Федоровка районында урыҫ телен яҡшы беләләр

Федоровка районында урыҫ телен яҡшы беләләр 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Урыҫ теле буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһында район мәктәптәре яҡшы күрһәткестәргә иреште: бер еңеүсе...

Тотош уҡырға 56

Һөнәри оҫталыҡтарын һынайҙар

Һөнәри оҫталыҡтарын һынайҙар 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Туймазы юридик колледжында “Йәш профессионалдар” (WorldSkills Russia) IV төбәк чемпионатының “Хоҡуҡ...

Тотош уҡырға 69

Тел асҡысын табышайыҡ

Тел асҡысын табышайыҡ 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Элек өләсәйҙәребеҙ теләк теләгәндә, “Хоҙай балама тел асҡыстары бирһен” тип тә өҫтәй торғайны....

Тотош уҡырға 106

Лайыҡлы алмаш килә

Лайыҡлы алмаш килә 14.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Рәсәйҙә балаларға өҫтәмә белем биреү өлкәһенә 100 йыл тулыуҙы әлшәйҙәр матур саралар һәм уңыштар...

Тотош уҡырға 72

Яңы мәктәп автобустары кемгә эләгер?

Яңы мәктәп автобустары кемгә эләгер? 13.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Йыл аҙағынаса Башҡортостан 47 яңы мәктәп автобусы аласаҡ. Республиканың мәғариф министрлығы ошо...

Тотош уҡырға 63

Ауыл үҫә, уҡыусылар һаны арта

Ауыл үҫә, уҡыусылар һаны арта 13.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Мәктәп коллективы йәш быуынға белем, тәрбиә биреү эшендә һынатмай. Район үҙәгендәге Данис Тикәев...

Тотош уҡырға 83

“Алпамыш”та ваҡыт бушҡа үтмәй

“Алпамыш”та ваҡыт бушҡа үтмәй 13.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Үҫмерҙәр клубы иртәнән кискә тиклем гөрләп тора. Бөгөн йәш быуынды физик йәһәттән сәләмәт, һәр...

Тотош уҡырға 106

“Хатта таптырып алалар”

“Хатта таптырып алалар” 10.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһында Зәйнәб Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтенең филиалы – “Башҡорт китабы” – асылды....

Тотош уҡырға 160

Мәктәпкә нимә бүләк итергә?

Мәктәпкә нимә бүләк итергә? 10.11.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бишбүләк районының Йылболаҡтамаҡ ауылында матур йола барлыҡҡа килгән: һәр көҙ Рәсилә менән Азамат...

Тотош уҡырға 114