Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ауыл үҫә, уҡыусылар һаны арта

Мәктәп коллективы йәш быуынға белем, тәрбиә биреү эшендә һынатмай.

Район үҙәгендәге Данис Тикәев исемендәге 4-се урта дөйөм белем биреү мәктәбе 2001 йылда үҙ ишектәрен аса. Ул – Иглин ауылының тимер юл менән бүленгән һәм һуңғы йылдарҙа йылдам үҫешкән өлөшө өсөн тәғәйен берҙән-бер белем усағы. Шуға күрә йылдан-йыл уҡыусылар һанының артыуы һис тә ғәжәп түгел. Мәҫәлән, быйылғы уҡыу йылында туғыҙ I класс асылған!

“Бер сменала уҡырға хыялланабыҙ”

4-се урта мәктәптә 1545 уҡыусы иҫәпләнә. Һәр класс алты-ете параллелдән тора, уларҙың һәр береһендә 27-28 бала. Уҡытыу ике сменала ойошторолған.

Беҙ барып ингәндә, төшкә тиклем уҡыған башланғыс кластарҙың дәрестәре бөтөп тора ине. Мәктәп коридоры ҡырмыҫҡа иләүеләй геүләй, алма төшөр урын юҡ. Хеҙ­мәткәрҙәр кейенеү-сисенеү бүлмә­һенә һәр класты сират менән генә индерә, шунһыҙ мөмкин дә түгел.

– Әлбиттә, бер сменала уҡытыу тураһында хыялланабыҙ. Ҡаса­ба­ның яңы биҫтәһендә төҙөлөп ятҡан яңы мәктәп бер ни тиклем мәсьә­ләне хәл итәсәк, әммә тулыһынса түгел. Әгәр хыялыбыҙ тормошҡа ашһа, түңәрәктәр эшен йәнләнде­реү, кластан тыш саралар уҙғарыу, балаларҙың һәләттәрен асыу йәһәтенән мөмкинлектәр киңәйер ине, – ти мәктәп директоры Хөрмәт Айытбаев.

Бәғзе бер төбәктәрҙә, балалар һаны аҙ булыу сәбәпле, мәктәптәр ябылыуға дусар ителгәндә, Иглин мәктәптәрендәге хәл, бер уйлаһаң, ҡыуаныслы күренеш. Тимәк, халыҡ һаны арта, ауыл үҫә, ҙурая.

Тығыҙлыҡҡа ҡарамай, 4-се мәктәптең берҙәм коллективы йәш быуынға төплө белем, яҡшы тәрбиә биреү эшендә һис һынатмай. Ра­йон, республика кимәлендәге олим­пиадаларҙа, төрлө конкурстарҙа яуланған уңыш-ҡаҙаныштар ҙа ошо хаҡта һөйләй.

Ғалим исеменә тиңләшеп

Үрҙә яҙып үтеүебеҙсә, мәктәп билдәле ғалим, филология фәндә­ре докторы, профессор Данис Ти­кәев исемен йөрөтә. Телебеҙ нес­кәлектәрен ентекле өйрәнгән, ошо йүнәлештә байтаҡ ғилми хеҙ­мәттәр авторы булған Данис Солтан улы райондың Иҫке Ҡобау ауылында тыуып үҫкән. Ғалим һәм уҡы­тыусы булараҡ, эшмәкәрлеге баш­лыса Стәрлетамаҡ дәүләт педа­гогия институты менән бәйле була.

Белем усағына данлыҡлы яҡташ­тарының исеме бирелгәс, мәктәп коллективы фән эшмәкә­ренең тормошона һәм хеҙмәтенә, тыуған төйәкте өйрәнеүгә ҡағы­лыш­лы мәғлүмәт йыйыу, музей ойош­тороу эшенә тотона. Тиҙҙән Стәрле­та­маҡтан Д.С. Тикәевтең эш бүлмә­һендәге йыһаздарҙы күсерәләр. Шулай итеп, музей байый, тулылана. Бөгөн бында, тыу­ған яҡты өйрәнеү бүлмәһе бу­лараҡ, дәрестәр үткә­релә, уҡыусы­лар һәм ҡунаҡтар Иглин еренең данлы улы­ның тормош юлы һәм ғил­ми эшмә­кәрлеге менән яҡындан таныша.

Ғалим исемен йөрөтөүҙән тыш, 4-се мәктәп ЮНЕСКО ҡарама­ғындағы белем усағы һанала. Был дәрәжәгә эйә булыу өсөн дә ҙур тырышлыҡ күрһәтергә, маҡсатлы эштәр алып барырға тура килгән.

Тел һәм рухиәт һағында

Әле 4-се урта мәктәптә 19 мил­ләт вәкиле белем ала. Тел һәм мәҙәниәттәр төрлөлөгө шарттарында дәүләт һәм аҫаба халыҡ теле булараҡ, башҡорт теленә тейешле иғтибарҙы һаҡлап ҡала алыуҙары – үҙе ҙур ҡаҙаныш.

– Туған телде ата-әсәнең ғариза­һына ярашлы һайлау алымы инде­релгәс, төплө, ентекле аңла­тыу эше алып барҙыҡ. Ата-әсәләр йыйылышында был мәсьәләгә үҙебеҙ­ҙең аныҡ ҡарашты белдер­ҙек. Һөҙөмтәлә бер ниндәй ҙә аңлашыл­маусанлыҡҡа юл ҡуйыл­маны. Әл­биттә, башҡа милләт балалары араһында башҡорт теле урынына тыуған яҡты өйрәнеү йүнәлешен­дәге курсты һайлаусы­лар ҙа бар. Был дәрестә беҙ туған Башҡортос­таныбыҙ тураһында мөмкин тиклем тулыраҡ мәғлүмәт бирергә, төрлө милләт балаларын йәшәгән еренең тарихы, бөгөнгөһө менән танышты­рыр­ға тырышабыҙ. Әгәр уҡыусы­лар­ҙа ҡыҙыҡһыныу уята алһаң, улар бөтәһен дә шундай ҙур теләк менән өйрәнә. Һөҙөм­тәне күреп, үҙең дә дәртләнәһең, – ти директор урынбаҫары, баш­ҡорт теле һәм әҙә­биәте уҡытыу­сыһы Эльвир Әғзәмов.

Район кимәлендә үткәрелгән “Урал батыр” эпосын һөйләүселәр, “Һаумы, һаумы, әкиәт!” конкурстары ла тап 4-се мәктәп базаһында ойошторола.

Етеҙерәк. Бейегерәк. Көслөрәк

Белем усағы спорт йәһәтенән дә көслөләрҙән һанала. Мәктәптең “Эдельвейс” йыйылма командаһы өс йыл рәттән уҡыусыларҙың район спартакиадаһында беренселекте бирмәй. Район намыҫын яҡлап республика ярыштарына ла йыш йөрө­гән командаға урындағы хакимиәт етәкселеге ярҙамы менән спорт костюмдары тектергәндәр. Маҡсат­лы алып барылған эш һөҙөмтә бирмәй ҡалмай. Мәҫәлән, XI класс уҡыусыһы Виктория Әхмәтшина еңел атлетика буйынса Рәсәйҙең Олимпия резервына индерелгән.

Уҡыусылар ҙа, уҡытыусылар ҙа ГТО нормаларын тапшырыуҙа әүҙем ҡатнаша. Алтын, көмөш бил­дәләргә эйә булыусылар бихисап.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара!

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара! 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Мәғариф министрлығы...

Тотош уҡырға 75

Апрель нимә вәғәҙә итә?

Апрель нимә вәғәҙә итә? 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың – 100 һәм Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 62

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ...

Тотош уҡырға 45

Изгелек һәм  тыныслыҡ йырсыһы

Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына...

Тотош уҡырға 108

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!"

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!" 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөләге 69-сы мәктәптең IX класс уҡыусыларын физкультура дәресе урынына тышҡа ҡар көрәргә...

Тотош уҡырға 167

Финанс белемлелек көн дә кәрәк

Финанс белемлелек көн дә кәрәк 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында дөйөм һәм һөнәри белем тармағында финанс белемде...

Тотош уҡырға 92

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтына, шул яҡ төбәк йәштәренән тыш, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, сит...

Тотош уҡырға 76

“Ҡояшҡай” балаһының теләге

“Ҡояшҡай” балаһының теләге 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Борай ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы – районда һәр йәһәттән дә алдынғылар исемлегендә. Белем...

Тотош уҡырға 95

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡурсаҡ иң боронғо уйынсыҡтарҙан һанала. Өлкәндәр был тәтәйгә ҙур иғтибар биргән, сөнки ул –...

Тотош уҡырға 91

“Ура, карантин!”

“Ура, карантин!” 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирусы инфекцияһы сирҙәре таралыу кимәле юғары булыу сәбәпле, Өфөлә 12...

Тотош уҡырға 111

Упҡын ситендә торғанда...

Упҡын ситендә торғанда... 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сит илдәрҙең күбеһендә һәр өлкән кешенең шәхси психологы булыуын беләһегеҙме? Төшөнкөлөккә...

Тотош уҡырға 73

Бүләктең дә ниндәйе!

Бүләктең дә ниндәйе! 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

50 йыллыҡ бай тарихы булған Мөсәлиә Хәйруллина исемендәге Кәшкәләү урта мәктәбен Борай районында...

Тотош уҡырға 147