Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ирәндектең аҫыл ҡыҙы Әлнисә

Мөғәллимә өсөн иң ҙур баһа – уҡыусыларының рәхмәте.

“Һандығы семәрлелер, күңелдәре серлелер” тигән үҙенсәлекле исемле афишаны күреүселәр тамашаға ҙур ҡыҙыҡһыныу менән килде. Зал шығырым тулы. Сибай гимназия-интернатында уҡыусыларға башҡорт теле һәм әҙәбиәте серҙәрен төшөндөргән Рәсәй мәғарифының почетлы хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, йөҙгә яҡын йыр һүҙҙәре, бихисап хикәйәләр, методик ҡулланмалар, йыйынтыҡтар авторы, Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың Журналистар союзы ағзаһы Әлнисә Алдырханова-Кәримованың ижад кисәһе сағыу байрамға әйләнде.

Сәхнә уртаһындағы күҙҙең яуын алырлыҡ семәрле һандыҡ тамашасыны баштан уҡ үҙенә арбаны. Кисәне алып барыусы Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Фәрүәз Урманшин менән уның өләсәһе ролендәге А. Мөбәрәков исемендәге Сибай дәүләт башҡорт драма театры актрисаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Нурзиә Әбдрәшитова тамаша барышында серле һандыҡ эйәһен һәр йәһәттән асып, уның бихисап һәләт­тәре, таланты, һоҡланғыс сифаттары менән таныштырҙы. Кисәлә Әлнисә Алдырханова-Кәримова һүҙҙәренә ижад ителгән йырҙар яңғыраны, ул дәртле таҡмаҡтары менән биҙәгән бейеүҙәр тәҡдим ителде. Сарала Сибай филар­монияһы тотош коллектив менән сығыш яһап, уҡытыусының тынғыһыҙ, фиҙакәр хеҙмәтенә оло ихтирамын белдерҙе.

Сибай гимназия-интернаты директоры Роза Бикбова, ауылдаштары – Бай­маҡ районының Моҡас ауылы вәкил­дәре, БДУ-ла бергә уҡыған төркөм­дәштәре – “Тамаша” журналының бүлек мө­хәррире Сәриә Ишемғолова, “Йән­шишмә” гәзите мөхәррире Мирсәйет Юнысов, Ш. Хоҙайбирҙин исемендәге балалар йорто директоры Фәнисә Бәҙретдинова, Белорет районының Аҙналы мәктәбе директоры Айрат Тажетдинов, Ишембай ҡалаһынан уҡы­тыусы Фаягөл Әмирханова, Сибай-ТВ мөхәррире Гөлсәриә Әбилева кисә хужабикәһе Әлнисә Рәхимйән ҡыҙын ихлас күңелдән тәбрикләне.

Әйткәндәй, һабаҡташы Сәриә Ишем­ғо­лова уның “Батырлыҡ тәңкәһе” хикә­йәһен (атаһы Рәхимйән Алдырхановтың тыуыуына 100 йыл тулыуға арналған) тәржемә итеп, Бөтә Рәсәй әҙәби конкурсына ебәрә. Сара барышында авторға финалист дипломы һәм Рәсәй миҙалы тапшырылды.
Иҫ киткес күп яҡлы талант эйәһе ул Әлнисә. Күптәр уны, абруйлы уҡытыусы булыуҙан тыш, оҫта журналист тип белә. Матбуғат биттәрендә исем-шәрифен йыш күрәбеҙ. Яҙмалары буйынса фекер йөрөтөргә теләһәң, “Гөлләмә” тип аталған китабына бер ҡараш ташлау ҙа етә. Бай йөкмәткеле йыйынтыҡ Сибай ҡалаһының юбилейы айҡанлы әҙерләнгән.

Уҙған быуаттың 90-сы йылдарында Татарстандың Яр Саллы ҡалаһында йә­шәгәнендә, Әлнисә Алдырханова беренселәрҙән булып башҡорт йәкшәм­бе мәктәбе аса, “Юлдаш” башҡорт ойошмаһы төҙөй. Әле лә уның ойоштороу һәләтенә һоҡланабыҙ: нисә йыл рәттән Сибай ҡалаһында Башҡортос­тандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғари­пова исемендәге призға шиғриәт байрамы үткәреп килә. Былтыр Баймаҡ районының Моҫтай ауылында республика кимәлендәге “Ирәндек” этнотурын асыу тантанаһы уҙҙы. Унда ла Ә. Алдырханова ойоштороу эштәренә тос өлөш индерҙе.
Быйылғы Ғаилә йылында Сибай исеменән Күсәмишевтәрҙе республика конкурсына әҙерләне, улар “Йо­ла тотҡан яҙлыҡмаҫ” номинация­һында еңеп ҡайтты. Әлнисә “Миләш” халыҡ вокаль ансамблендә йырлай, байрам­дарға сценарий яҙа, күп сараларҙы үҙе алып бара.

Ә инде уҡытыусы булараҡ эш һөҙөм­тәләрен һанай китһәң, гәзит бите генә ет­мәҫ, моғайын. Республиканың Мәға­риф министрлығы тәҡдиме менән З. Бии­шева исемендәге “Китап” нәшриә­тен­дә дүрт методик ҡулланмаһы донъя күрҙе, унан тыш тағы ла дүрт китабы Сибай типографияһында баҫылды. Йыл һайын бер нисә уҡыусыһының остазы юлын – филология йүнәлешен һайлауы ла күп нәмә тураһында һөйләй.

Мәктәп һәм ҡала буйынса үткәргән саралары юғары кимәлдә үтә. Ул бер ваҡытта ла ҡулына ҡағыҙ тотоп сығыш яһамай. Уның асыҡ дәрестәрен Урал аръяғы, республика уҡытыусылары, директорҙар ҡарап, юғары баһаланы. Билдәле ғалимдар Мирас Иҙелбаев менән Салауат Ғәлин дәрестәренә бик матур баһаламалар яҙған.

Әлнисә Рәхимйән ҡыҙы башҡорт фольклоры буйынса диссертация яҙа. Халыҡ ижады өлгөләре тураһында фәнни мәҡәләләре менән республика, Бөтә Рәсәй, халыҡ-ара конферен­цияларҙа сығыш яһай, мәҡәләләре йыйынтыҡтарҙа баҫыла.

Ниндәй генә эшкә тотонмаһын, бөтә күңелен биреп, ихлас башҡарыу хас Әлнисәгә. “Аҡ ҡауырһын” түңәрәгендә балаларға ижад серҙәрен өйрәтә, уҡыусыларын төрлө яҡлап үҫтереүгә ғәйәт ҙур көс һала. Әллә күпме тарихты туплап, туған мәктәбенә – Сибай гимназия-интернатына арналған “Интернатта нығый пар ҡанат” исемле йыйын­тыҡ әҙерләне, ул З. Биишева исемендәге “Китап” нәшриәтендә донъя күрҙе.

Эйе, Әлнисә Рәхимйән ҡыҙының уңыштары тос, ҡаҙаныштары күп, ләкин уға һауаланыу хас түгел. Үҙе әйтмеш­ләй, иң ҙур баһа – уҡыусыларының рәх­мәте. Әлеге көндә яҡташтары менән берлектә Башҡортостандың 100 йыллы­ғына “Ирәндектең йөҙ аҫыл­ташы” тигән китап әҙерләй. Ул тыуған төйәгенән – “Ирәндек” совхозынан сыҡҡан йөҙ шәхес тураһында буласаҡ.

Балаларҙы, халҡын, тыуған ерен ихлас яратҡан, үҙ эшенең оҫтаһы булған оло йөрәкле, көслө рухлы, донъяға киң ҡарашлы заман уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова-Кәримова менән сикһеҙ ғорурланам. Тап уның кеүек талантлы, ҡырмыҫҡалай егәрле, бай фантазиялы уҡытыусылар бөгөнгө мәғарифтың йөҙөн билдәләй.
Тормош иптәше Марат – һәр баш­лан­ғысында уң ҡанаты. Ҡыҙы Наҙлыгөл менән улы Айназ юғары белем алып, һөнәре буйынса эшләй. Наҙлыгөл ҡыҙы менән Денис кейәүе Әҙилә исемле ейәнсәр ҙә бүләк итте. Айназ кәләше Гөлназ менән Когалым ҡалаһында төпләнгән.

Исеме есеменә тап килә Әлнисәнең. Ҡөрьәндә һәр сүрә “Әл” һүҙенән башлана, ә “ниса” – ҡатындар сүрәһе. Аллаһ Тәғәләнең яратҡан, уңышлы балаһы ул.

Семәрле һандығы рухи ҡиммәттәр менән тулы, күңелендә әллә күпме асылмаған серҙәр һаҡланалыр әле. Ижади ҡомарың һүрелмәһен, гел шулай халҡыңды уңыштарың, ҡаҙаныштарың, аҫыл хеҙмәтең менән ҡыуандырып йәшә, Ирәндектең аҫыл ҡыҙы Әлнисә!



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






150 тирәһе автобус кәрәк

150 тирәһе автобус кәрәк 21.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаларына тағы ла 150 самаһы төрлө маркалағы мәктәп...

Тотош уҡырға 30

Атайлы бала – арҡалы

Атайлы бала – арҡалы 21.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә “Бала тәрбиәләүҙә атай кәңәшенең өлөшө” тип аталған конференция...

Тотош уҡырға 51

Афарин, Сибай егеттәре!

Афарин, Сибай егеттәре! 21.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Белемгә ынтылған, маҡсаттарына тоғро, хыялға бай йәштәр белем ала Башҡорт дәүләт университетының...

Тотош уҡырға 66

Үҙенән ишетеү яҡшы булды

Үҙенән ишетеү яҡшы булды 21.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Благовещен ҡалаһында Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин менән Дәүләт...

Тотош уҡырға 41

Сибайҙың киләсәге – телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр ҡулында!

Сибайҙың киләсәге – телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр ҡулында! 20.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, һәр ваҡыттағыса, гөрләп эшләй, унда ҡыҙыҡлы,...

Тотош уҡырға 82

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс...

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс... 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының авария хәлендәге белем усағын тиҙҙән һүтә башлап, уның урынына...

Тотош уҡырға 209

Башланғыс кластар ауылда ҡала

Башланғыс кластар ауылда ҡала 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ошо көндәрҙә эш сәфәре менән...

Тотош уҡырға 382

Иҫке Сибай уҡыусыларына урын әҙер

Иҫке Сибай уҡыусыларына урын әҙер 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Яҙҙың тәүге көнөнән Иҫке Сибай мәктәбенең 5 – 11 класс уҡыусылары Сибай ҡалаһының 14-се урта...

Тотош уҡырға 332

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара!

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара! 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Мәғариф министрлығы...

Тотош уҡырға 131

Апрель нимә вәғәҙә итә?

Апрель нимә вәғәҙә итә? 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың – 100 һәм Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 103

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ...

Тотош уҡырға 61

Изгелек һәм  тыныслыҡ йырсыһы

Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына...

Тотош уҡырға 152