Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте

Конкурс республика кимәленә сыҡты.

Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала мәктәптәренән килгән йәш ҡәләм тирбәтеүселәр йыйылды. Ҡасандыр Сибай ҡалаһында, аҙаҡ төбәктә, әле килеп республика кимәлендә үткән Салауат Юлаев премияһы лауреаты һәм Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға уҙғарылған ижад бәйгеһе — уҡыусыларҙың иң көтөп алған байрамдарының береһе. Йыл һайын конкурста йөҙҙән ашыу бәйгесе ҡатнаша, “китапсыҡ”тарын сығара, ташҡа яҙғандарын үҙ уҡыусыһына еткерә.

Бынан егерме ике йыл элек Сибайҙа “Ап-аҡ ҡарҙар” тип аталған ижад бәйгеһенең барлыҡҡа килеүе осраҡлы ғына була. Ул йылдарҙа Сибай төбәк яҙыусылар ойошмаһы етәксеһе Таңсулпан Ғарипова ҡаланың 10-сы мәктәбендә ижад түңәрәге алып бара. Ул йылда ни өсөндөр ҡар һуң яуа, декабрь буйына халыҡ ҡар яуғанын көтөп арый. Сираттағы ултырышта Таңсулпан Хизбулла ҡыҙы түңәрәк ағзалары менән бергәләп, ергә ҡар яуыуын теләп, “Ап-аҡ ҡарҙар” исемле шиғыр сығара. Күмәкләшеп яҙған ижад емешен ҡат-ҡат уҡып, аҡ ҡарҙың яуыуын теләйҙәр. Хоҙайҙың ҡөҙрәтеме, шиғырҙың хикмәтеме, иртә менән ер өҫтө ап-аҡ ҡарға күмелә. Балалар шатлана, халыҡ ҡыуана. Шул саҡта Таңсулпан Ғарипова Сибай ҡала мәктәптәре уҡыусылары араһында ижади конкурс үткәрергә ҡарар ҡыла, һәм ул “Ап-аҡ ҡарҙар” исеме менән дауам итә.

Йыл һайын уҙғарылған, хәҙер инде матур традицияға әйләнгән Сибай ҡалаһы йәш ижадсылар бәйгеһенең төп маҡсаты — ҡалалағы йәш таланттарҙы үҫтереү өсөн өмөтлө уҡыусыларҙы билдәләү, яңы исемдәр асыу, уларға ярҙам итеү, ижади йүнәлеш биреү. 2002 йылда ошо бәйге һөҙөмтәһе булып ҡала мәктәптәре уҡыусыларының ижад емештәренән торған “Бала саҡтың яҡты хыялдары” исемле йыйынтыҡ донъя күрә. Унда 62 авторҙың шиғырҙары, әкиәттәре, хикәйәләре туплана, һәр әҫәр авторҙың күңел көҙгөһөн, рухи булмышын, хис-тойғо байлығын сағылдыра.

Быйыл ижади конкурс республика кимәленә сыҡты, унда барлығы 140 бәйгесе ҡатнашты, 300-гә яҡын эш ҡабул ителде. Туғыҙ район һәм дүрт ҡаланан уҡыусылар әүҙем ҡатнашты. Конкурсҡа ебәрелгән эштәр проза, поэзия һәм журналистика буйынса баһаланды. Шуныһы ҡыуаныслы: йыл һайын баһалама ағзалары әҙәбиәткә, ижадҡа ылығырҙай, үҙҙәренең дәрте, тәбиғәттән бирелгән һәләте менән шул донъяны балҡытып ебәрерҙәй табыштарға юлыға. Әлбиттә, бәйгеселәр араһынан барыһы ла яҙыусы, шағир булып та китмәҫ. Улар араһынан, бәлки, бер йәки ике кеше генә ижад юлын һайлар.

Йыраҡ араларҙы яҡын итеп, Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ленин исемендәге 1-се лицей-интернаты тәрбиәсеһе Әҡсән Хәлилов 5-се класс уҡыусыһы Айнур Фәхретдиновты алып килгән. Ғафури районының Һабай ауылында тыуып үҫкән Айнур күрше Юлыҡ мәктәбендә белем алған саҡта уҡ ҡәләмен һынап ҡарай. Шулай булмаһа, “Их, мин ил Башлығы булһам ине” тигән эшен ҡыйыу рәүештә баһалама ағзаларына тәҡдим итә алыр инеме?!

Бөрйән районының Байназар урта мәктәбе уҡыусыһы Зәлиә Алтынбае­ваның мәҡәләләре “Йәншишмә”, “Таң” гәзиттәрендә даими баҫыла. Журналист һөнәрен һайларға теләгән ҡыҙ әле үк проблемалы мәсьәләләрҙе ҡыйыу күтәрә, уҡыусыларға үҙ фекерен еткерә. Өмөтлө йәш хәбәрсе киләсәктә гәзит-журнал редакцияларында эшләр, тигән теләктә ҡалды баһалама ағзалары. Конкурста Баймаҡ, Әбйәлил, Йылайыр райондары ла бик әүҙем ҡатнашты. Үҙҙәре килә алмаусылар видеотаҫмаларын алдан ебәргән.

Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Таңсулпан Ғарипова исемендәге призға үткәрелгән ижад конкурсында проза буйынса Гран-при — Эльвина Уйылдановаға (Әбйәлил районы), беренсе урын Йәмил Сәйҙәлиевкә (Баймаҡ ҡалаһы) бирелде. Шиғриәт өлкәһендә Баймаҡ ҡалаһының лицей-интернат мәктәбенән Ынйы Рәхимова иң яҡшыһы тип танылһа, Сибай гимназия-интернатынан Алина Исламова беренселекте яуланы.

Журналистика буйынса “Йәншишмә” гәзитенең йәш хәбәрсеһе Лиана Сәғитова (Сибай интернат-гимназияһы) Гран-приға лайыҡ булды. Беренсе урын Зәлиә Алтынбаеваға эләкте. Шулай уҡ Сибай башҡорттары ҡоролтайы, Сибай институты тарафынан махсус бүләктәр тапшырылды.
Бәйгелә ҡатнашыусыларҙың барыһы ла яҙыусы Таңсулпан Ғарипова ҡулынан бүләктәр алып ҡыуанды.

Ҡасандыр ҡала, аҙаҡ төбәк-ара, хәҙер республика кимәлендә үткән был бәйгегә ижад иткән уҡыусыларҙы ғына йәлеп итеү уның сиктәрен бер аҙ тарайта кеүек. Артабан конкурсты “Таңсулпан Ғарипова уҡыуҙары” кимәленә сығарыу өҫтөндә уйланырға мөмкин, сөнки халыҡ яҙыусыһының әҫәрҙәре буйынса уҡыусылар ғилми-эҙләнеү эштәре алып барһа, докладтар менән сығыш яһаһа, шулай уҡ уның әҫәрҙәренән өҙөктәр сәхнәләштерһә, яҙыусының ижадын өйрәнеү, уны уҡыусыларға еткереү йәһәтенән ҙур башланғыс булыр ине. Дөрөҫ, Таңсулпан Ғарипованың әҫәрҙәре уҡыусылар тарафынан яратып уҡыла, әммә йәш быуынды китап уҡыуға ылыҡтырыу, уларҙа башҡорт яҙыусылары һәм шағирҙары ижадына ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләү һәр яҡлап алып барылһа, насармы ни?! Быға конкурсты ойоштороусылар киләсәктә ҡолаҡ һалыр, тип ышанғы килә.

Автор: Кәримә УСМАНОВА
Фото: Сибай ҡалаһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 53

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 37

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 56

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 48

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 81

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 72

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 88

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 87

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 87

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

“Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” 05.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү. Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был...

Тотош уҡырға 180

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 89

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 107