Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?”

Төп маҡсат – баланы төрлө яҡлап үҫтереү.

Рәсәйҙә Ирекмәндәр йылы тамамланыуға күп ҡалманы. Был тәңгәлдә белем усаҡтары ла маҡсатлы уй-ниәттәрен уңышлы тормошҡа ашыра, ил әһәмиәтендәге ошо эш эҙмә-эҙлекле дауам итә.

Ҡырмыҫҡалы ауылындағы С. Чугункин исемендәге 1-се урта мәктәптә ҡыҙ һәм егеттәрҙең үҙ теләге менән төрлө йәмәғәт эштәренә ылығыуы, эргә-тирәләгеләргә ярҙам күрһәтеү кеүек изге ғәмәлдәрҙе белем эстәү менән бергә тигеҙ алып барыуы маҡтаулы.

– Беҙҙә ирекмәндәр хәрәкәте пионер ойошмаһы эшмәкәрлегенә ауаздаш, балалар һәр төрлө проект­тарҙа әүҙем ҡатнаша, – тип һөйләй мәктәп директоры Дамир Әхтәмов. – Уҡытыу төшкә тиклем дә, унан һуң да ойошторолғас, белем биреү учрежде­ниеһы ҡырмыҫҡа иләүе шикелле мыжғып тора. Дәрестәр ҙә, йә­мә­ғәтселек эше лә бер рәттән бара.

Тарихтан күренеүенсә, 1923 йылда ВКП(б) ҡарары нигеҙендә Ҡырмыҫҡалы ауылында улыс терәк мәктәбе асылған. Бөгөн иһә ике сменала эшләгән белем усағында 450 бала иҫәпләнә. Бында уҡыу сифаты һәм өлгәш кимәле юғары, төрлө түңәрәктәр эшләй, кластан тыш сараларҙан берәү ҙә ситтә ҡалмай.

Дамир Флүр улы белдереүенсә, 2018/19 уҡыу йылында 15 ҡыҙ һәм егет ХI класты тамамлаясаҡ. Һуңғы биш йылда алып барылған күҙәтеүҙәр буйынса сығарылыш уҡыусыларының күбеһе техник йүнәлеш буйынса уҡырға инә. Өфө дәүләт нефть техник университеты, Өфө дәүләт авиация техник университеты һәм башҡа вуздар студенттары булып китәләр.

Быйыл ике параллель I класс ойошторолған. Бәләкәстәр араһында “Ҙур үҫкәс, кем булыр инегеҙ?” тигән һораулама үткәргәндәр. Малай һәм ҡыҙҙарҙың өстән бер өлөшө үҙҙәрен предприятие етәксеһе итеп күрергә теләгән. Башланғыс кластар уҡытыу­сылары Гөлшат Фәйзуллина менән Зифа Моратова бәләкәстәрҙең ҡыйыу яуаптарына сикһеҙ һөйөнә, икеһе лә һәр баланы төрлө яҡлап үҫтереү өҫтөндә әүҙем эшләй. Бынан тыш, кескәйҙәрҙе хәҙерҙән үк төрлө сараларға һәм бәйгеләрҙә ҡатнашты­рыу эшен маҡсатлы алып баралар.

2007 йылда бер миллион һумлыҡ грант отҡан мәктәп алдынғы мөғәллимдәре менән ғорурлана. Башланғыс класс уҡытыусыларынан тыш, Гөлсирә Шәмсетдинова, Гөлназ Ғирфанова (башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы), былтыр “Рәсәйҙең иң яҡшы педагогы” тигән Бөтә Рәсәй конкурсында ҡатнашып еңеү яулаған Альбина Осипова (технология) һәм башҡалар – шуға асыҡ миҫал. Әйткәндәй, Альбина Кли­ментьевнаның уҡыусылары Азалиә Ғәйнуллина менән Динара Әсфән­диәрова ла технология буйынса олимпиадала призлы урындар яулаған.

Белем биреү учреждениеһы етәк­се­легенең тәү бурыстарының береһе – балалар күңелендә илһөйәрлек, һау-сәләмәт быуын тәрбиәләү. Мәҫәлән, “Хеҙмәткә һәм илде һаҡларға әҙер!” нормаларын үтәүгә һәр бала етди әҙерләнә. Зарина Данилова (IХ класс), Сулпан Хәсәнова (Х класс) һәм Илмир Йыһаншин (ХI класс) алтын миҙалға дәғүә итә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Республика етәксеһе - технопаркта

Республика етәксеһе - технопаркта 15.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика Башлығы вазифаһын башҡарыусы Радий Хәбиров Күмертау ҡалаһында Кванториум - Квантолаб...

Тотош уҡырға 52

Ҙур үҫкән көн

Ҙур үҫкән көн 14.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Республика йортонда бер төркөм үҫмерҙәргә Рәсәй Федерацияһы паспорттарын тапшырыу тантанаһы булды....

Тотош уҡырға 37

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ

#ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ 13.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертау ҡалаһы #ӨЙҘӘ УҠЫЙБЫҘ тип аталған күсмә һөнәри йүнәлеш сараһы майҙансығына әйләнде....

Тотош уҡырға 56

Мәктәптәр ГАЗель алды

Мәктәптәр ГАЗель алды 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Ауырғазы районындағы Ишле һәм Исмәғил ауылдары мәктәптәре өр-яңы ике ГАЗель алды....

Тотош уҡырға 48

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер

Мәғрифәткә бағышланған ғүмер 12.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Азамат Тажетдинов ғүмеренең һәр көнөн файҙалы үткәрергә тырышты....

Тотош уҡырға 81

Араларҙы кем яҡынайта?

Араларҙы кем яҡынайта? 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баязит Бикбай исемендәге Яңы Мораптал урта мәктәбендә туған телдәр уҡытыусыларының төбәк-ара...

Тотош уҡырға 72

Бүләккә — автобус

Бүләккә — автобус 10.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Әбйәлил районының Байым мәктәбенә нигеҙ һалыныуға - 90, урта мәктәп статусы алыуына 50 йыл тулыу...

Тотош уҡырға 88

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп

Яңы уҡыу йылына - яңы мәктәп 09.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының “Көньяҡ” ҡасабаһында йәшәүселәр өсөн яңы уҡыу йылына өр-яңы белем усағы асыласаҡ....

Тотош уҡырға 87

Сулпан Татарстанды яулай

Сулпан Татарстанды яулай 06.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Һәр педагогтың маҡсаты – уҡыусы балаларҙы мөмкин тиклем йышыраҡ олимпиадаларға, конференцияларға,...

Тотош уҡырға 86

Офоҡтар киңәйә

Офоҡтар киңәйә 04.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Конкурс республика кимәленә сыҡты. Сибай гимназия-интернатында республиканың төрлө район һәм ҡала...

Тотош уҡырға 87

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә

Ғалимдар “Квантолаб”та үҫә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Күмертауҙа Балалар ижады үҙәге нигеҙендә “Квантолаб” балалар технопаркы асылды....

Тотош уҡырға 89

Урал батыр – төрлө телдә

Урал батыр – төрлө телдә 03.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә “Урал батыр” башҡорт халыҡ эпосын йәш башҡарыусыларҙың һәм һөйләүселәрҙең IX халыҡ-ара...

Тотош уҡырға 106