Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Алмаш тәрбиәләү – төп бурыс

Бәләкәстәр уйынға шул хәтлем мөкиббән бирелгән, хатта бүлмәгә килеп ингән ағай-апайҙарҙы ла абайламанылар. Өлкәндәрҙе шәйләрлек хәлдә түгел инеләр шул, сөнки балалар “Уйын” исемле ҡыҙыҡлы донъяға ҡунаҡҡа саҡырылған. Малай-ҡыҙҙарҙың һауа йәки һыу, шулай уҡ көтмәгәндә ер тип ҡысҡырыуынан бүлмә гөрләп тора. Мәҫәлән, кемдер һыу һүҙен әйтеүгә, бүтәндәр балыҡты һынландырырға бурыслы, һауа икән – ҡошто, ер тиһә, ниндәй ҙә йәнлекте күрһәтергә тейеш.

Иглин ауылындағы 1-се “Аленушка” балалар баҡсаһы тәр­биәсеһе Фидания Рафиҡованың һүҙҙәренә ҡарағанда, кескәйҙәрҙе һәр төрлө сараға ылыҡтырыу һис кенә лә ауыр түгел, сөнки һәр береһе әүҙем, теремек һәм шаян. Әле хәрәкәтсән уйындарҙың береһе “Һыу, һауа, ер” бара, уны күпме уйнаһаң да ялҡытмай.

Хәҡиҡәт сағыштырыуҙа асыҡ сағыла, тибеҙ. Эш тураһында һүҙ алып барғанда, ул айырыуса яҡшы тойомлана. Фидания Салауат ҡыҙы ике мөхиттә – ҡала һәм ауыл балалар баҡсаларында хеҙмәт күр­һәткәс, айырманы биш бармағылай белә. Әйткәндәй, ул байтаҡ йылдар Өфө ҡалаһының Сипайлово биҫ­тәһендәге белем усағында эшләгән. Малай һәм ҡыҙҙарҙың ҡайҙа ла бер булыуына иғтибар иткән әңгәмәсем, улай ғына ла түгел, һәр береһенә тигеҙ ҡараш тәрбиәләүҙе башта үҙеңдән башларға кәрәк икәнде аңлаған.

– Килешәйек, ҡалала һәр ата-әсә тиерлек улын булһынмы, ҡыҙын тиһеңме, садиктағыларҙан тыш ситтәге бейеү, йыр түңәрәктәренә йәки спорт секцияһына бирергә тырыша, ундайҙарға маҡтауҙан башҡа ни әйтәһең, – тип һөйләй Фидания Рафиҡова. – Ысынлап та, бында өлкәндәр талапсан да, ныҡ иғтибарлы ла. Ә бына ауылда хәлдәр икенсерәк. Ата-әсәләрҙең эше күпме, ваҡыттары тығыҙмы, балаларына шөғөлдө үлсәп кенә бүләләр. Кемдер әйтә бит, кес­кәйҙәрҙең бала саҡ осорон урларға ярамай, башҡа эштәр менән күмергә ярамай, тип. Бәлки, был алым да дөрөҫтөр.

Фидания Рафиҡова Нуриман районының Сураш ауылында тыуып үҫкән, ире Самат Хәмиҙулла улы менән Элина менән Кәрим исемле балалар үҫтерәләр.

Ябай ғына тәрбиәсенең алмаш әҙерләү, лайыҡлы шәхес тәрбиәләү кеүек донъя хәстәре менән яныуы һоҡландыра. Алмаш тигәндән, был турала уның фекере ҡыҙыҡлы.

– Заман башҡа – заң башҡа, тигән кеүек хәҙер алмаш әҙерләү өр-яңы талаптар ҡуя, – ти әңгә­мәсем. – Кибернетика осоронда ғүмер итәбеҙ. Элек өлкәндәрҙең “хәҙерге балалар вуз тамамлап тыуа” тигәненә аптырап ҡарай торғайным. Полиглот инглиз, француз һәм башҡа сит телдәрҙе һыу кеүек эсә, тиҙәр бит, шуның шикелле, бар шундайҙар, кеҫә телефоны, планшет менән иркен идара иткәндәр. Минеңсә, киләсәк быуын беҙгә ҡарағанда ла башлыраҡ, белемлерәк, ғөмүмән, көслөрәк булыр.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡайҙа уҡырға барырға?

Ҡайҙа уҡырға барырға? 16.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сығарылыш класс уҡыусылары алдында “Ниндәй имтихандарҙы һайларға?”, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән...

Тотош уҡырға 39

Үрнәк илһамландыра ла, көс-ғәйрәт тә өҫтәй
Сентябрҙә  мәктәп буласаҡ

Сентябрҙә мәктәп буласаҡ 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балалар бер ҡыйыҡ аҫтында йыйыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан...

Тотош уҡырға 54

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балтас районында командировкала саҡта төбәк менән танышыуҙы Иҫке Балтас ауылындағы 1-се мәктәптән...

Тотош уҡырға 30

Ҡайҙа урын етмәй, ҡайҙа – уҡыусылар…
Телен һөйгән илен һөйөр

Телен һөйгән илен һөйөр 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте....

Тотош уҡырға 61

Ял итә беләбеҙме?

Ял итә беләбеҙме? 14.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары ҡышҡы...

Тотош уҡырға 56

Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек

Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте....

Тотош уҡырға 342

Бәпескә исем ҡуштылар

Бәпескә исем ҡуштылар 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында фольклор байрамы үтте....

Тотош уҡырға 207

Үҙе бер дәүләт ул Сибай институты

Үҙе бер дәүләт ул Сибай институты 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай институты хаҡында киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртылып тора, әммә йөҙ тапҡыр ишеткәнсе,...

Тотош уҡырға 132

Үткәне данлы, киләсәге...

Үткәне данлы, киләсәге... 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Былтыр Шығай мәктәбенең 100 йыллығын билдәләнек. Бер быуатлыҡ белем усағында заманында күрше...

Тотош уҡырға 82

Өс мәктәп автобуслы булды

Өс мәктәп автобуслы булды 30.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Федоровка районының өс мәктәбенә “Мәктәп автобусы” программаһы сиктәрендә “ПАЗ” һәм “ГАЗ Next”...

Тотош уҡырға 79