Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » ЙЫЛ МӘКТӘБЕ! Байым тигән даны бар
Әбйәлил районының Байым мәктәбе – заман талаптарына яуап биргән XXI быуат белем биреү учреждениеһы. Бөгөн бында уҡыусыларға иң яҡшы тип иҫәпләнгән ҡала мәктәптәре көнләшерлек шарттар булдырылған. Уңған коллективҡа Рәсәй Федерацияһының почетлы дөйөм белем биреү хеҙмәткәре Зилә Зарипова етәкселек итә.

– Дөйөм мәктәп сараларын ойоштороу уҡыу йылы башында уҡ кластарға бүленеп бирелә. Уларҙан бер бала ла ситтә ҡалмай. Әҙерлек эштәре алдан башлана, кәрәкле мәғлүмәт туплана. Был – бик отошло алым, сөнки уҡыу йылы дауамында яңы исемдәр, таланттар асыҡлана. Уҡыу йылы аҙағында район, республика кимәлендә уңыш яулаған уҡыусыларға “Йондоҙсоҡ” таҫмалары тағыла. 2017/18 уҡыу йылында – 13, быйыл 14 уҡыусы район кимәлендәге олимпиада­ларҙың призерҙары булды. Ә дөйөм алғанда, мәктәп коллективы һуңғы йылдарҙа район һәм республика кимәлендә даими еңеү яулап тора, – ти Зилә Шәғәли ҡыҙы.


Бынан тыш, балаларҙы дәртләндереү маҡсатында, элекке директор Илдар Лоҡманов иҫтәлегенә география, биология, экология, тыуған яҡты өйрәнеү фәндәре буйынса уңыштар өсөн премиялар тапшыралар. Байым ауыл биләмәһе хакимиәте лә мәктәп тормошонда әүҙем ҡатнаша һәм 2016 йылда ауыл хакимиәте премияһын булдырған. Ул Һуңғы ҡыңғырау байрамында иң яҡшы уҡыусыға бирелә. Данлыҡлы педагогтар Роза Моратованың, Зөлфәр Мәхийәновтың иҫтәлегенә булдырылған премиялар “Йыл уҡыусыһы” конкурсындағы “Рус телен яҡшы белеүсе”, “Йыл спорт­сыһы”, “Йыл алдынғыһы” номинациялары буйынса тапшырыла.

Быйыл урта мәктәпте тамамлаған ун ике уҡыусының бишәүһе юғары уҡыу йортона уҡырға ингән.

Байым мәктәбе уҡыусыларынан дөйөм гимнастика буйынса (Г.Ю. Ғилметдинова), юл хәрәкәте хәүефһеҙлеген пропаган­далаған “Тридэ” отрядында, “Пятнашки” шаяндар һәм отҡорҙар командаһында (Н.Н. Әғзәмов, Р.У. Собханғолов), тхэквондо секцияһында (Б.А. Хажиәхмәтов) шөғөл­ләнеү­селәр йыл һайын республика кимәлендә еңеүгә өлгәшә.

Ирекмәндәр йылында элекке уҡыусы­лары Клара Әхтәмова ярҙамында имән ағастарынан Ветерандар аллеяһы булдырған. Унда тағы ла 100 төп шыршы, 50 төп алмағас ултыртҡандар.

Әлеге көндә Байым мәктәбендә 217 бала белем ала, 22 уҡытыусы эшләй. Белем усағының өс филиалы бар. Мәктәп районда төплө белем биргән, бар яҡлап та үҫешкән белем усағы булараҡ танылыу яулаған. Быйыл мәктәпкә яңы автобус тапшырылған.
Нигеҙ һалыныуға – 90, урта мәктәп булып эшләй башлауына 50 йыл тулды.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡайһы вазифа күңелеңә яҡын?

Ҡайһы вазифа күңелеңә яҡын? 22.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Мәктәптәргә өр-яңы ике вазифа индереләсәк, тип хәбәр итә “Известия” гәзите. Өлкән һәм әйҙәүсе...

Тотош уҡырға 77

Робоквантум, IT-квантум һәм HI-TECH...

Робоквантум, IT-квантум һәм HI-TECH... 22.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Һәр бала үҙенең мөмкинлеген киңерәк файҙаланһын, төп эше – уҡыуҙан тыш сараларҙа ҡатнашһын,...

Тотош уҡырға 29

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ

Оло Шаҙы балаларын да көтәбеҙ 19.01.2019 // Мәҙәниәт һәм әҙәбиәт / Белем һәм тәрбиә

Баш ҡалабыҙҙың Дим биҫтәһендә урынлашҡан данлыҡлы 112-се Башҡорт кавалерия дивизияһы музейында...

Тотош уҡырға 87

"Ҡармаҡ һалыу" башланды: ҡайҙа барырға?

"Ҡармаҡ һалыу" башланды: ҡайҙа барырға? 19.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Хәйбулла районының Исмәғил Тасимов исемендәге Аҡъяр тау колледжында юғары уҡыу йорттары вәкилдәре...

Тотош уҡырға 98

Алтындар автобус һорай

Алтындар автобус һорай 18.01.2019 // Яңылыҡтар / Белем һәм тәрбиә

Сибайҙа үткән Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты ултырышында Алтын ҡасабаһында...

Тотош уҡырға 104

Ҡайҙа уҡырға барырға?

Ҡайҙа уҡырға барырға? 16.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сығарылыш класс уҡыусылары алдында “Ниндәй имтихандарҙы һайларға?”, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән...

Тотош уҡырға 94

Үрнәк илһамландыра ла, көс-ғәйрәт тә өҫтәй
Сентябрҙә  мәктәп буласаҡ

Сентябрҙә мәктәп буласаҡ 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балалар бер ҡыйыҡ аҫтында йыйыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан...

Тотош уҡырға 88

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балтас районында командировкала саҡта төбәк менән танышыуҙы Иҫке Балтас ауылындағы 1-се мәктәптән...

Тотош уҡырға 49

Ҡайҙа урын етмәй, ҡайҙа – уҡыусылар…
Телен һөйгән илен һөйөр

Телен һөйгән илен һөйөр 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте....

Тотош уҡырға 94

Ял итә беләбеҙме?

Ял итә беләбеҙме? 14.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары ҡышҡы...

Тотош уҡырға 75