Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Дәртлеләр, белемлеләр ҡайҙа? Сибайҙа!

Уҡыу йорто данын донъяға тарата улар.

Белемгә, сағыу хыялдарға ынтылған, маҡсаттарына тоғро ҡалған егет һәм ҡыҙҙар уҡый. Башҡорт дәүләт университетының Сибай инс­титутында. Дәртле лә, сәмле лә, тырыш та улар. Өфө, Мәскәү, Сингапур йә Ҡытай булһынмы, һәр ерҙә еңеү яулап, уҡыу йортоноң данын республикаға ғына түгел, тотош донъяға тарата студенттар. Белем усағының “Ете ырыу”, “Сармат” халыҡ бейеү ансамблдәре республикала киң билдәле “Байыҡ” телевизион бейеү конкурстарында еңеүселәр ҙә.


Ҡышҡы көндә ҡояшлы “Артек”ты һағынып

Студенттарҙың республика Баш­лығы стипендияһы лауреаттары исемлеген йылдан-йыл тулыландыра барыуы – белем усағына оло мәр­тәбә. Шулай уҡ улар араһында Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте стипендия­һына лайыҡ булыусылар ҙа бар. Йәштәр фәнни-ғәмәли конферен­цияларҙа сығыш яһап ҡына ҡалмай, илдең төрлө ҡалаларындағы олим­пиадаларҙа ла ҡатнаша, Мәскәүҙә, Дәүләт Думаһында практика үтә. Ғөмүмән, Сибай институты филиалында белемгә ынтылған, заман һулышын тойған йәштәр өсөн һәйбәт шарттар тыуҙырылған. Ғилми йүнә­леш алып барһындармы, ижадҡа ылыҡһын­дармы, спорт менән шөғөл­лән­һендәрме, үҙҙәрен сәнғәттә һынап ҡарарға теләһендәрме – һәр тармаҡ­та үҫеш мөмкинлеге бул­дырылған.

Сибай институты директоры вази­фаһын башҡарыусы, педагогия фән­дәре кандидаты, техник фәндәр кандидаты Азат Вәлиев әйтеүенсә, бында белем алыусылар тормошта юғалып ҡалмай, ниндәй генә өлкәлә хеҙмәт итеүҙәренә ҡарамаҫтан, үҙҙәренең белеме, эш һөйөүсәнлеге менән айырылып тора. Сибай инс­титутын тамамлаған белгестәр Урал аръяғы райондарында етәксе вази­фаларҙа эшләй, шулай уҡ илдең төрлө ҡалаларында уңышлы хеҙмәт итә.

Ҡырым Республикаһы менән Сибай институты араһындағы килешеү нигеҙендә уҡыу йорто студенттары “Артек” халыҡ-ара балалар үҙәгендә вожатый булып эшләү мөмкин­ле­генә эйә. Быйыл бындай бәхет уҡыу йортоноң дүрт студентына йылмай­ҙы. Улар – Гөлиә Ҡарасурина, Илгиз Абдрахманов, Рәмзил Булатов, Лиана Ишбаева.

Педагогика факультетының IV курс студенты Гөлиә Ҡарасурина әйтеүенсә, “Артек”та уҙғарған ваҡыт улар өсөн ҙур тәжрибә майҙансығы булған. Тәүҙә Сибай институтында йәй эшләргә теләүселәр өсөн куратор Гүзәл Ишмырҙина етәкселегендә курс ойошторола. Бында улар балалар менән эшләү, төрлө саралар үткәреү, сит илдәрҙән килгән уҡыу­сыларҙы ҡыҙыҡһындырыу серҙәре буйынса лекциялар тыңлай, тренингтар үткәрә. Һөҙөмтәлә дүрт кенә студент, бар һынауҙарҙы уңышлы үтеп, “Артек” халыҡ-ара балалар лагерында эшләү мөмкинлеген ала.
— Үҙемдең “Артек”ка барырға тейешлегемде белгәс, башта тулҡын­ландым. Атай-әсәйемә был хаҡта белдергәс, улар ҡаршы килмәне, фатихаларын бирҙе. Бигерәк тә әсәйем ҡыуанды, ул мәктәптә уҡытыусы булып эшләй.

Сит ил балалары, илебеҙҙең төрлө төбәктәренән килгән уҡыусы­лар менән менән аралашыу тәүҙә еңел­дән булманы. Минең отрядҡа Франция, Германия, Американан балалар эләкте. “Диңгеҙ” тип аталған лагерҙа биш смена эшләнем, һәр береһе ҡыҙыҡлы һәм бай тәьҫораттар ҡал­дырҙы, үҙем өсөн яңы асыштар яһа­ным, ҡыҙ һәм малайҙар менән эш­ләүҙең төрлө алымдарын өйрәндем. Милләтенә, йәшәгән еренә ҡарама­йынса, бала һәр ерҙә лә бала булып ҡала, тик улар менән аралаша белеү генә кәрәк. Шулай ҙа миңә тәүге сменалағы уҡыусылар нығыраҡ оҡшаны, сөнки улар шул тиклем әүҙем, дәртле ине. Һәр береһенең лидер булырға ынтылып тороуы үҙеңә лә ныҡлап эшләргә дәрт өҫтәй. Тел мәсьәләһенә килгәндә, аралашыу урыҫса булды. Сит илдәрҙән килгән балаларҙың рус телендә иркен һөйләшеүе һөйөндөрҙө. Ҡара диңгеҙ ярын, уның шаян тулҡында­рын, балаларҙың шат тауыштарын әле лә һағынам. Киләһе йыл йәнә вожатый булып эшләү теләге бар, әммә был юлы мин Сочи ҡалаһын­дағы “Сириус” белем биреү үҙәгенә барырға теләр инем, – тип тәьҫорат­тары менән уртаҡлашты Гөлиә.

Илгиз Абдрахманов та уның һүҙҙәренә ҡушылды. Ул “Урман” корпусында эшләгән. “Минең “Артек”та булыуым тәүге тапҡыр түгел. 2017 йылда практика үттем, быйыл иһә вожатый булып эшләү бәхете тейҙе”, – тине ул.

Әбйәлил районының Дәүләт ауылы егете институтҡа һалдат “бут­ҡа­һы”н татып килгән, шуға күрә тор­мошҡа етди ҡарай. Уҡыуҙа алдын­ғылыҡты бирмәгән Илгиз Абдрахманов сәләмәт тормош алып бара, волейбол, баскетболды үҙ итә, футбол уйнай. Педагогика факультетының спорт комитетын етәкләгән егет тиҫтерҙәрен дә сәләмәт тормош алып барырға, спортты яратырға өндәй.

Шулай уҡ спортты үҙ иткән, сәләмәт тормошто пропагандалаған, йүгереү менән шөғөлләнгән Рәмзил Булатовҡа ла вожатый һөнәре ныҡ оҡшаған. Ә бына Сибай ҡыҙы Лиана Ишбаева, беренсе курстың йәйге сессияһын тиҙ арала тамамлап, Ҡара диңгеҙ буйына барыуына һис тә үкенмәй. “Яңы дуҫтар таптым, үҙемде һынап ҡараным, тәжрибә тупланым”, — ти ул.

Бар яҡлап та килгәндәр

Был белем усағында йәштәр заман менән йәнәш атлай. Беренсенән, уҡыу йортонда белем алыу өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған: кабинеттар кәрәкле ҡорамалдар менән йыһазландырылған, юғары тиҙлекле интернет үткәрелгән, китапханаларҙа компьютер залы булдырылған. Икенсенән, Сибай институтында насар уҡыу мөмкин түгел, сөнки һәр студенттың белемен камиллаштырыу, һәләттәрен асыу өсөн мөмкин­лектәр етерлек. Фән һәм ғилми эш менән шөғөлләнһәң, әйҙә, рәхәтләнеп олимпиадала ҡатнаш, призлы урындар яула, төрлө фәнни-ғәмәли конференцияларҙа сығыш яһа, белем алыуҙы артабан да дауам ит. Фән тауҙарына үрләүселәрҙең бер нисәһе менән яҡындан аралашырға мөмкинлек булды.
Гөлсиә Кинзелбаева – тәбиғи-математика факультетының IV курс студенты. Әбйәлил районының Һа­мар ауылы ҡыҙы “Математика һәм информатика” бүлегендә белем ала. Уҡыу алдынғыһы, студенттар советы рәйесе.

— Иң мөһиме – теләк кәрәк. Шул саҡта ғына барыһына ла өлгөрөргә мөмкин. Бөгөн беҙҙең өсөн мөмкин­лектәр булдырылған, әйҙә, рәхәт­ләнеп файҙалан, — ти ул.

Тырыш ҡыҙыҡай уҡыу йортоноң “Юлдаш” гәзите редакцияһында эшләй, буш ваҡытында дизайн менән шөғөлләнә. Үҙенә күрә кескәй генә “бизнесы” ла бар. Төрлө форматта грамоталар эшләү менән шөғөлләнә. Ҡаланың сәнғәт мәктәбендә эшләп алырға ла өлгөргән.

Технология факультетының III курс студенты, Сибай егете Азамат Байрамғоловтың буш ваҡыты бө­төнләй тиерлек юҡ, сөнки ул – уҡыу йортоноң һәм ҡаланың йәмәғәт тормошонда әүҙем ҡатнашҡан заман­даштарыбыҙҙың береһе. Каратэ, шахмат буйынса чемпион, буласаҡ инженер Рәсәй Федерацияһы Хөкү­мәте стипендияһына лайыҡ. “Планетаны бергә һаҡлайбыҙ” экопроекты етәксеһе, ҡала советының ижтимағи йәштәр парламенты рәйесе урынба­ҫары Азамат Байрамғоловтың килә­сәккә пландары ҙур: үҙ эшен асыу теләге менән дә яна, иҡтисад йүнәлешендә белем алыу мөмкин­леген дә уйлай. Иң мөһиме – әлегә яҡшы итеп уҡырға, бар мөмкинлек­тәрҙән файҙаланып, даими үҫергә, тормошта үҙ урыныңды табырға.

Хәйбулла егете Артур Әхмәтовтың бала саҡтан кешеләрҙең үҙ хоҡуҡ­тарын белмәүе, уны яҡлай һәм талап итә алмауы борсой. Шуға күрә Аҡъяр урта мәктәбен тамамлағас та, һис икеләнеүһеҙ документтарын “Иҡти­сад һәм хоҡуҡ” факультетына тапшыра һәм яңылышмай. Буласаҡ юрист уҡыуҙа ла һынатмай, студент тормошонда ла ҡайнап йәшәй. Ул бер төркөм иптәше менән Мәскәүҙә Дәүләт Думаһында ла булған. Буласаҡ хоҡуҡ белгесе парламент эшмәкәрлеге менән яҡындан танышып, закон сығарыуҙың ни тиклем ҡатмарлы, нескә эш икәнлеген тойған, проекттарҙы ҡабул итеү өсөн ниндәй юлдар аша үтергә кәрәклеген өйрәнгән. Депутаттар менән аралашыу тәрән тәьҫораттар ҡалдырған, буласаҡ һөнәрен дөрөҫ һайлауына ышанысын арттырған. Ҡулына диплом алғас та, Артур хәрби бурысын үтәргә йыйына.


Ҡаҙаҡтар ҙа белем эстәй

Сибай институтында күпселек Урал аръяғы райондарынан килгән йәштәр генә белем ала, тип уйлаһаң, тәрән яңылышаһың, хөрмәтле гәзит уҡыусы. Бында көндөҙгө һәм ситтән тороп белем алыу нигеҙендә ҡаҙаҡ, үзбәк, чечен, татар милләте вәкил­дәре, шулай уҡ алыҫ Себер тарафтарынан йәштәр бар. Барыһы ла үҙ-ара татыу һәм дуҫ йәшәй. Иң мөһиме – уларҙың ятағында милләт-ара аңлашылмаусанлыҡ юҡ, белем усағында ла милли ғөрөф-ғәҙәттәргә ҡарата ҙур ихтирам һаҡлана.

Был юлы беҙ Ҡаҙағстан йәштәре менән яҡындан танышыу бәхетенә өлгәштек. Нурғәли Кенжибулатов – технология факультетының III курс студенты. Ул – шулай уҡ студент үҙидараһы рәйесе урынбаҫары, уҡыу йорто ятаҡтарында үткән төрлө конкурстарҙы ойоштороусыларҙың береһе лә. Ҡыҙыл Урҙа ҡалаһынан килгән Аят Алжанова менән Улугбек Исхаҡовтар ҙа Сибай институтында уҡыуынан бик ҡәнәғәт. “Аралар йыраҡ булһа ла, белем алыу теләге көслө”, — тип йылмая мөләйем ҡыҙ Аят. Ул педагогика факультетының II курсында уҡый.

— Беҙҙең илдә юғары белем алыуға ҙур иғтибар бирелә, шуға күрә тыуған яғыма дипломлы белгес булып ҡайтырға хыялланам. Һәр минутымды бушҡа үткәрмәй, бар яҡлап һәләттәремде асып, мөмкинлектәр­ҙән файҙаланырға тырышам. Бында уҡыу оҡшай, уңайлы шарттар тыуҙырылған, тырышырға ғына кәрәк, — ти ул.

Байконурҙа тыуып үҫкән Лиана Бәҙретдинова уҡырға быйыл ғына килгән, шуға ул тыуған яғын һағы­ныуын йәшермәй. Ибраһим Изарипов — буласаҡ инженер, ул технология факультетының III курсында уҡый.

Ҡаҙаҡ студенттары уҡыу йортонда үткәрелгән бөтә сараларҙа ла әүҙем ҡатнаша, юғары белем алыр өсөн бар тырышлығын һала.

Һайрар өсөн яралған

Иҫ киткес моңло тауышы менән күңел ҡылдарын тирбәткән, йөрәк­тәрҙе хискә күмгән, ғәжәп мөләйем ҡыҙ — сираттағы геройым. Буласаҡ психолог һәм социаль педагог һөнә­рен үҙ иткән, республика йыр конкурстары лауреаты, йәш йырсы Зөбәйҙә Ҡоләмбәтова ла Сибай институтында белем ала.

Йылайырҙың йырлы-моңло ҡыҙы­ның тамырҙары данлы йырсылар династияһы булған Бикбулатовтарға барып тоташа. Әсәһенең бер туған һеңлеһе, билдәле йырсы Гөлсөм Бикбулатова, Сибайҙа “Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнашып, башҡорт халыҡ йыры “Зөбәйҙә”не башҡара һәм еңеү яулай. Тап шул саҡта Йылайырҙа бер ҡыҙ бала донъяға ауаз һала. Тәүгеләрҙән апаһы янына килгән Гөлсөм сабыйға үҙенә уңыш килтергән “Зөбәйҙә” йырының исемен ҡушырға тәҡдим итә. Туғандары уның теләгенә ҡаршы килмәй: “Ул да киләсәктә йырсы булыр, үҙенә исем биргән йырҙы сәхнәләрҙә башҡарыр”, — ти. Ысынлап та, әйткәндәре юш килә, Зөбәйҙә Ҡоләмбәтова — бөгөн эстрада әҫәрҙәрен генә түгел, халҡыбыҙҙың аҫыл йыр өлгөләрен халыҡсан башҡарыу оҫталығына эйә йәш йырсыларыбыҙҙың береһе.

— Алты йәштән “Ирәндек моң­дары” йыр бәйгеһендә ҡатнаштым, унда өсөнсө урынды яуланым. III курс­та йәнә ошо уҡ конкурста үҙ көсөмдө һынап ҡараным һәм тағы ла өсөнсө урынды алдым. 2016 йылда “Башҡорт йыры” бәйгеһендә “Өмөт” номинацияһына лайыҡ булдым. Уҡыу менән бер рәттән төрлө йыр конкурстарында ҡатнашыу еңелдән түгел. Дәрестәрҙе ҡалдыр­маҫҡа кәрәк, имтихандар ҙа “һә” тигәнсә килеп етә, — тип йылмая Зөбәйҙә.

Ысынлап та, уның һүҙҙәрендә хаҡлыҡ бар. Студент кешегә Өфөгә барып йыр яҙҙыртыу, сәхнә кейем­дәрен һатып алыу еңелдән түгел. Хәҙер йырҙарҙы ла үҙенә һатып алырға тура килгәс, сығымдар ҙа байтаҡҡа төшә, шуға күрә, Зөбәйҙә әйтеүенсә, теләк булһа ла, кеҫә яғы­ның наҡыҫлығы бәғзе осраҡта төрлө конкурста ҡатнашырға мөмкинлек бирмәй.

Бала саҡтан ҡартатаһы Вәлиулла һәм олатаһы Әсҡәт Бикбулатов­тарҙың халыҡ йырҙарын ҙур оҫталыҡ менән башҡарыуын күреп үҫкән ҡыҙ үҙе лә халыҡ йырына ғашиҡ. Яратҡан апаһы Гөлсөм дә, һылыуының һәр сығышын күҙәтеп, кәңәштәрен биреп тора: “Еңел-елпе йыр өсөн көсөңдө сарыфлама. Күберәк халыҡ йыр­ҙарын башҡар”. Шуғалыр ҙа, йәш булыуына ҡарамаҫтан, Зөбәйҙәнең репертуарында халыҡ ижады өлгө­ләре байтаҡ. Бигерәк тә ул “Зөбәйҙә”, “Сәлимәкәй”, “Мәҙинәкәй”, “Төхвәт кантон” кеүек йырҙарҙы яратып башҡара.

Туғандары ла — данлы Бикбулатовтар нәҫеле — Зөбәйҙәнең тәбиғәт тарафынан бирелгән һәләтенә, йыр-моңдоң ҡәҙерен белеүенә, һаҡсыл ҡарашта булыуына һөйөнә. Әле йәш йырсы күберәк ретро стиленә өҫтөн­лөк бирә, уларҙы өйрәнә. Тамашасылар билдәле йырсылар Вилдан Яруллин, Сәғиҙулла Баййегет менән башҡарған дуэттарын да йылы ҡабул итте.

Халҡын һөйөндөрөп һайрар өсөн яралған һандуғасыбыҙ сәхнәләрҙә сығыш яһармы, әллә уҡыу йортонда үҙләштергән һөнәрен үҙ итерме — әлегә билдәһеҙ, әммә шуны ҙур ышаныс менән әйтергә мөмкин: йырламайынса йәшәй алмай Зөбәйҙә. Тимәк, киләсәктә тауышын ишетер­беҙ әле Сибай институты һандуға­сының.

“Бейеү – минең тормошом”

тип ҡаршыланы беҙҙе Сибай инс­титутының “Ете ырыу” халыҡ бейеү ансамбле солисы, педагогика фа­культетының III курс студенты Фәйез Үҙәнбаев. Уның был һүҙҙәренә һис тә аптырайһы түгел, сөнки атаһы Закир Үҙәнбаев Әбйәлил районының данлыҡлы бейеүселәр төйәге Атау­ҙынан. Әйткәндәй, күптән түгел “Байыҡ” телевизион бейеү конкурсынан Фәйез, яңғыҙ бейеүселәр араһында ҡатнашып, 1-се дәрәжә дипломға лайыҡ булды. Ул ҡасандыр атаһынан өйрәнеп алған “Башҡорт маршы” һәм “Мораҙым” исемле бейеүҙәрҙе тәҡдим итте. Әбйәлил районынан Үҙәнбаевтар ғаилә ансамбле был бәйгелә Гран-при яуланы. Уның составында уның бер туған ағайҙары Илмир менән Илһам да бар.

Сибайҙар Фәйездең атаһы Закир Үҙәнбаевты оҫта бейеүсе генә түгел, талантлы педагог булараҡ та яҡшы хәтерләй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул арабыҙҙан бик иртә киткән, әммә уның юлын өс вариҫы — бейеүсе улдары лайыҡлы дауам итә. Төпсөгө Фәйез бөгөн Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейының өлгөлө бейеү ансамбле­нә етәкселек итергә хыяллана. Атаһы нигеҙ һалған был ижади коллективҡа уның исеме бирелгән. Рухына тап төшөрмәй, ҡасандыр атаһы һалған бейеүҙәрҙе ҡайтанан сәхнәгә алып сығырға хыяллана.

Талантлы кеше бар яҡлап та талантлы, тигән фекер хаҡтыр, күрәһең. Фәйез Үҙәнбаев — һәләтле студент. Ҡулына гитараһын тотоп сәхнәгә сыҡһынмы, үҙенә оҡшаған шиғырға йыр ижад итһенме, йырлаһынмы, бейеһенме, йә булмаһа, йөрәктәргә үтеп инерлек итеп шиғыр һөйлә­һенме — барыһын да килештерә.

– Тәүҙәрәк атайымдың бейегә­ненә иҫем китеп ҡарап ултыра торғайным, артабан үҙемдең дә уның кеүек булғым килде. Ағайҙарымдың да сәхнәлә сығыш яһауы миндә бәләкәй саҡтан ҡомар уятмай ҡал­мағандыр, моғайын. Артабан мәк­тәптә Әнүәр Шафиҡов етәксе­легендәге бейеү түңәрәгенә йөрөнөм. Ә инде атайым вафат булғас, мотлаҡ уның юлынан барырға теләнем. Бейеүһеҙ йәшәй алмайым, ул — тормошом, булмышым, йәшәйешем.
Әле Фәйез Үҙәнбаев — бер төр­көм рухташтары менән “X-FIG” тип аталған вокаль-инструменталь ансамбль етәксеһе. “Ни өсөн ундай исем бирҙегеҙ?” — тигән һорауыма ул: “Һәр беребеҙҙең баш хәрефтәрен алдыҡ”, — тип яуапланы.

Уҡыу йортонда бер генә сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй тиһәк тә, хата булмаҫ. Алып барыусы булһынмы, бейеһенме, йырлаһынмы — һәр сығыштың уртаһында Фәйез Үҙәнбаевты күрергә була. “Уҡырға ваҡыт ҡаламы һуң?” — тигән һорауыма ул, шат йылмайып: “Әл­биттә! Һәр ерҙә өлгөрөргә тырышам, мин бит егет кеше!” — тине.
­
Бейеүсе лә, шағирә лә, спортсы ла, сибәркәй ҙә!

Был һүҙҙәрҙе уҡығас, “Кавказ тотҡоно” фильмындағы төп героиня хаҡында һүҙ баралыр, тип уйлап ҡуймағыҙ. Тап ошо уҡ фекерҙе педагогика факультетының “Башҡорт һәм рус теле” бүлегенең V курс студенты Динара Йәрмөхәмәтоваға ҡарата ла әйтергә мөмкин. Йырлай ҙа, бейей ҙә, спортсы ла, уҡыу йортоноң ғорурлығы ла Динара.

Сығышы менән Хәйбулла райо­нының Иҫәнгилде ауылынан был ҡыҙ. Биографияһы ярайһы уҡ оҙон. Учалы сәнғәт һәм мәҙәниәт учили­щеһында белем ала, данлыҡлы “Ҡойон” халыҡ бейеүҙәре ан­самблендә шөғөлләнә. Артабан ул Учалы халыҡ театры режиссеры Розалия Фәйезова сәхнәләштергән “Ҡолой кантон” (авторы — Спартак Ильясов) әҫәрендә Ҡолойҙоң өсөнсө ҡатыны Ғәфифә ролен башҡара, аҙаҡ Флорид Бүләковтың “Изге ғәмәл”ендә Фатима ҡарсыҡ ролен һынландыра.

Юғары белем алыу теләге уны 2014 йылда Сибай институтына алып килә. Сәнғәтте яратҡан ҡыҙ тәүге көндәрҙән алып уҡыу йортон­дағы бар сараларҙың уртаһында ҡайнай, үҙенең төрлө сығыштары менән уға йәм-ҡот өҫтәй. Азат Нәбиуллин етәкселегендәге “Ете ырыу” халыҡ бейеүҙәре ансамбле­нең алмаштыр­ғыһыҙ солисы ла ул. Был ижади коллектив — “Байыҡ” телевизион конкурсы еңеүсеһе.

2016 йылда Динара Йәрмөхә­мәтова уҡыу йортонда “Йыл студенты” исеменә лайыҡ була, Хәйбулла районында үткәрелгән “Байыҡ” район бейеү конкурсында беренсе урынды яулай. Шулай ҙа уның төп геройы Һәҙиә образылыр, моғайын. Әйт­кәндәй, тап ул башҡарған роль “Башҡортостан Республикаһының 100 йыллығына — 100 шәхес” проекты сиктәрендә яҙыусы Һәҙиә Дәүләтшинаға арналған махсус фильмға нигеҙ итеп алына.

Буш ваҡыттарында ҡыҙ ижад итергә ярата. 2011 йылда Динараның “Сабый булып ҡалам” тигән китабы донъя күрә, шул уҡ йылда Учалы яҙыусылар ойошмаһына ҡабул ителә. Уның шиғырына күренекле композитор Юлай Моратов яҙған йыр өлгөләре лә бар. “Әсәкәйем, күҙ нурым”, “Булһаҡ икәү гел бергә” йырҙарын ул үҙе башҡара. Фәйез Үҙәнбаевтың уның шиғырына ижад иткән “Ниңә генә” йырына Нәзилә Туйгилдина клип төшөргән.

Бына шундай бар яҡлап килгән, талантлы, белемле, матур һәм мөләйем ҡыҙ уҡый Сибай институтында.

Буласаҡ юрист ҡына түгел, чемпион да!

Бала саҡтан грек-рим, билбау көрәше менән ҡыҙыҡһынған Данил Хазыров әле лә яратҡан шөғөлөн ташламай. Белорет районының Абҙаҡ ауылында тыуып үҫкән Данил сәләмәт тормошто, спортты ярата. Был сифаттар буласаҡ һөнәрендә лә кәрәкле, тип иҫәпләй. Бөгөн уның 30-ҙан ашыу бәйгелә яулаған миҙал һәм кубоктары бар. Шулай уҡ ул — Бөтә Рәсәй турниры чемпионы, ике тапҡыр Рәсәй беренселеге призеры.

Күптән түгел бил бирмәҫ батыр көрәш буйынса Башҡортостан чемпионатында икенсе урынды яулаған, әле йәш көрәшсе республика юғары уҡыу йорттары араһын­да Өфөлә үтәсәк универсиадаға әҙерләнә.

Сибай студенттарының уҡыу тормошо менән ике көн рәттән яҡындан танышҡас, күңелдә бер генә фекер тыуҙы: ысынлап та, иң дәртле, сәмле, ғәмле, белемле, маҡсатлы һәм талантлы йәштәр бында, Сибай инс­титутында, белем ала.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡайҙа уҡырға барырға?

Ҡайҙа уҡырға барырға? 16.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сығарылыш класс уҡыусылары алдында “Ниндәй имтихандарҙы һайларға?”, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән...

Тотош уҡырға 39

Үрнәк илһамландыра ла, көс-ғәйрәт тә өҫтәй
Сентябрҙә  мәктәп буласаҡ

Сентябрҙә мәктәп буласаҡ 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балалар бер ҡыйыҡ аҫтында йыйыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан...

Тотош уҡырға 54

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балтас районында командировкала саҡта төбәк менән танышыуҙы Иҫке Балтас ауылындағы 1-се мәктәптән...

Тотош уҡырға 30

Ҡайҙа урын етмәй, ҡайҙа – уҡыусылар…
Телен һөйгән илен һөйөр

Телен һөйгән илен һөйөр 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте....

Тотош уҡырға 61

Ял итә беләбеҙме?

Ял итә беләбеҙме? 14.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары ҡышҡы...

Тотош уҡырға 56

Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек

Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте....

Тотош уҡырға 342

Бәпескә исем ҡуштылар

Бәпескә исем ҡуштылар 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында фольклор байрамы үтте....

Тотош уҡырға 207

Үҙе бер дәүләт ул Сибай институты

Үҙе бер дәүләт ул Сибай институты 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай институты хаҡында киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртылып тора, әммә йөҙ тапҡыр ишеткәнсе,...

Тотош уҡырға 132

Үткәне данлы, киләсәге...

Үткәне данлы, киләсәге... 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Былтыр Шығай мәктәбенең 100 йыллығын билдәләнек. Бер быуатлыҡ белем усағында заманында күрше...

Тотош уҡырға 82

Өс мәктәп автобуслы булды

Өс мәктәп автобуслы булды 30.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Федоровка районының өс мәктәбенә “Мәктәп автобусы” программаһы сиктәрендә “ПАЗ” һәм “ГАЗ Next”...

Тотош уҡырға 79