Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Киләсәккә йәнә бер аҙым
Ошо көндәрҙә Учалы балалары ҡыуаныслы ваҡиға кисерҙе. Ҡаланың Ижад һарайында “Кванториум” технопаркы асылды. Ул, моноҡалаларҙы комп­лекслы үҫтереү программаһына ярашлы, дәүләт һәм шәхси партнерлыҡ һөҙөмтәһендә булдырылды.

Балалар технопаркы өсөн республика бюджетынан – һи­геҙ, урындағы ҡаҙнанан 4,8 миллион һум аҡса бүленде, сы­ғым­дарҙың өс миллионын Учалы тау-байыҡтырыу комбинаты үҙ өҫтөнә алды. Ошо аҡсаға ро­боттар конструкторлау өсөн йыйылмалар, электро­моделдәр өсөн тупланмалар, һанлы про­граммаға идара иткән фрезер һәм лазер станоктары, 3Д-прин­терҙар, ноутбуктар, интерәүҙем таҡталар, виртуаль ысынбар­лыҡ йыйылмалары, телескоптар, планетарий ҡайтартыла.

Балалар технопаркында дө­йөм проекттар буйынса эш алып барыласаҡ. Уҡыусылар станоктарҙы үҙләштерәсәк, программалау, робот техникаһы, пилотһыҙ осоу аппараттары төҙөү оҫталығына төшөнәсәк. Дәрестәрҙә электрон схемалар, улар нигеҙендә ҡулайламалар төҙөргә, программалар яҙырға, компьютер селтәрен мөхәррир­ләргә өйрәнәсәктәр.

– Технопарк “квантум” тип аталған лабораторияларҙан тора – IT-квантум, робоквантум, космоквантум һәм Hi-Tech цехы. Уларҙың һәр ҡайһыһы бала­ларҙы ижади эшкә ылыҡты­рырға, сәнәғәт секторында кә­рәк­ле инженер һөнәрҙәре серҙәренә төшөнөргә ярҙам итәсәк. Кванториум быға тиклем эшләп килгән электро- һәм авиамоделләү, радиоспорт, компьютер грамоталылығы түңәрәктәре нигеҙендә асылды. Балаларға ул, һис шикһеҙ, оҡшаясаҡ, – ти ижад һарайы директоры Наил Ирмикимов.

Робоквантум лабораторияһы тураһында Учалы уҡыусылары күптән хыяллана. Улар бында Lego конструкторҙары нигеҙен­дә роботтар яһаясаҡ. “Робот техникаһы” берләшмәһе Ижад һарайында былтыр уҡ эшләй башлаған. Әйткәндәй, күптән түгел Учалыла уҙғарылған “Европа-Азия.
Офоҡтарҙы асып” төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференцияла Рәсүл Ғәфүров һәм Данил Сәләхүтдиновтың эштәре 2-се дәрәжә диплом менән билдәләнә. Уҡыусылар, тау тоҡомон сығарғандан һуң, шахтала барлыҡҡа килгән бушлыҡты тултырыу өсөн ҡатнашма күләмен лазер сканеры ярҙамында билдәләгән роботлаштырылған платформа уйлап таба. Уларҙың идеяһы тау сәнәғәте белгестәрендә ҙур ҡыҙыҡһыныу уята.

“Кванториум” ғинуар айынан тулы көсөнә эшләй башлаясаҡ. Учалы уйлап табыусыларының яңы асыштары, яңы ҡаҙаныш­тары алда әле.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡайҙа уҡырға барырға?

Ҡайҙа уҡырға барырға? 16.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сығарылыш класс уҡыусылары алдында “Ниндәй имтихандарҙы һайларға?”, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән...

Тотош уҡырға 39

Үрнәк илһамландыра ла, көс-ғәйрәт тә өҫтәй
Сентябрҙә  мәктәп буласаҡ

Сентябрҙә мәктәп буласаҡ 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балалар бер ҡыйыҡ аҫтында йыйыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан...

Тотош уҡырға 54

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балтас районында командировкала саҡта төбәк менән танышыуҙы Иҫке Балтас ауылындағы 1-се мәктәптән...

Тотош уҡырға 30

Ҡайҙа урын етмәй, ҡайҙа – уҡыусылар…
Телен һөйгән илен һөйөр

Телен һөйгән илен һөйөр 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте....

Тотош уҡырға 61

Ял итә беләбеҙме?

Ял итә беләбеҙме? 14.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары ҡышҡы...

Тотош уҡырға 56

Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек

Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте....

Тотош уҡырға 342

Бәпескә исем ҡуштылар

Бәпескә исем ҡуштылар 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында фольклор байрамы үтте....

Тотош уҡырға 207

Үҙе бер дәүләт ул Сибай институты

Үҙе бер дәүләт ул Сибай институты 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай институты хаҡында киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртылып тора, әммә йөҙ тапҡыр ишеткәнсе,...

Тотош уҡырға 132

Үткәне данлы, киләсәге...

Үткәне данлы, киләсәге... 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Былтыр Шығай мәктәбенең 100 йыллығын билдәләнек. Бер быуатлыҡ белем усағында заманында күрше...

Тотош уҡырға 82

Өс мәктәп автобуслы булды

Өс мәктәп автобуслы булды 30.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Федоровка районының өс мәктәбенә “Мәктәп автобусы” программаһы сиктәрендә “ПАЗ” һәм “ГАЗ Next”...

Тотош уҡырға 79