Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бәпескә исем ҡуштылар
Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡала башҡорт гимназияһында фольклор байрамы үтте. Унда башланғыс кластарҙың ижади коллективтары үҙҙәрен һынап ҡараны. Фольклор буйынса, халыҡ ижадын өйрәнеүселәр, мәктәп хакимиәте вәкилдәренән торған баһалама ағзалары, һәр сығышты ентекләп ҡарап, балаларҙың сәхнә һәләтенә лә иғтибар итте. Ғаилә йылына арналған был байрам башҡорт ғаиләһендәге йолаларҙы ла майҙан түренә алып сыҡты.

Шулай итеп, Гран-приға – “Ын­йылар” (II “а” класы), беренсе урынға – “Хазина” фольклор (IV “в” класы), “Дуҫлыҡ” фольклор коллективтары (III “б” класы), икенсе урынға Ишбулатовтар ғаиләһе (I “в” класы), “Нағыш” фольклор коллективы (II “в” класы), өсөнсө урынға “Хазина” (IV “б” класы), “Ҡарлуғастар” фольклор коллективтары (III “а” класы) лайыҡ булды.

Сараның үҙенсәлеге шунда: унда балалар менән бергә ата-әсәләр ҙә ҡатнашты һәм башҡорт халҡының милли йолаларын күрһәтте. Республика халыҡ ижады үҙәге хеҙмәткәре, фольклор белгесе Гөлгөнә Баймыр­ҙина әйтеүенсә, Гран-при яулаған “Ынйылар” фольклор коллективы бәпескә исем ҡушыу йолаһын еренә еткереп өйрәнеп, сәхнәгә алып сыҡҡан. Сәхнәләштереүҙә балалар, ата-әсәләр генә түгел, өләсәйҙәр, өлкән быуын вәкилдәре лә ҡатна­шыуы үҙе үк йолаларҙың быуындан быуынға күсеүен раҫлай. I “в” класы исеменән сығыш яһаған ейәнсәр Әмирә менән өләсәй Фәниә Ишбулатовалар, “Өләсәйем һандығы”н аҡтарып, ана ниндәй байлыҡтар тапты, уларға бәйләп фәһем алырлыҡ ваҡиғалар хаҡында һөйләне.

Әгәр башҡорт мәктәптәрендә милли рухты тәрбиәләүҙе нығытырға уйлайбыҙ икән, бындай саралар йышыраҡ үтергә тейеш, тигән фекерҙә гимназия директоры Зөлфиә Ғәлийәнова.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ
Комментарий өҫтәргә






Ҡайҙа уҡырға барырға?

Ҡайҙа уҡырға барырға? 16.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сығарылыш класс уҡыусылары алдында “Ниндәй имтихандарҙы һайларға?”, “Ҡайҙа уҡырға барырға?” тигән...

Тотош уҡырға 39

Үрнәк илһамландыра ла, көс-ғәйрәт тә өҫтәй
Сентябрҙә  мәктәп буласаҡ

Сентябрҙә мәктәп буласаҡ 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балалар бер ҡыйыҡ аҫтында йыйыласаҡ. Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан...

Тотош уҡырға 54

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел

Гүзәл зат өсөн ят спорт төрө түгел 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Балтас районында командировкала саҡта төбәк менән танышыуҙы Иҫке Балтас ауылындағы 1-се мәктәптән...

Тотош уҡырға 30

Ҡайҙа урын етмәй, ҡайҙа – уҡыусылар…
Телен һөйгән илен һөйөр

Телен һөйгән илен һөйөр 15.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә төбәк-ара һәм республика олимпиадалары үтте....

Тотош уҡырға 61

Ял итә беләбеҙме?

Ял итә беләбеҙме? 14.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Көйөргәҙе районының Таймаҫ ауылындағы Рәшит Солтангәрәев исемендәге гимназия уҡыусылары ҡышҡы...

Тотош уҡырға 56

Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек

Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте....

Тотош уҡырға 342

Үҙе бер дәүләт ул Сибай институты

Үҙе бер дәүләт ул Сибай институты 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай институты хаҡында киң мәғлүмәт сараларында даими яҡтыртылып тора, әммә йөҙ тапҡыр ишеткәнсе,...

Тотош уҡырға 132

Үткәне данлы, киләсәге...

Үткәне данлы, киләсәге... 11.01.2019 // Белем һәм тәрбиә

Былтыр Шығай мәктәбенең 100 йыллығын билдәләнек. Бер быуатлыҡ белем усағында заманында күрше...

Тотош уҡырға 82

Өс мәктәп автобуслы булды

Өс мәктәп автобуслы булды 30.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Федоровка районының өс мәктәбенә “Мәктәп автобусы” программаһы сиктәрендә “ПАЗ” һәм “ГАЗ Next”...

Тотош уҡырға 79

“Белемлелек - арыҫландан көслө батыр...”

“Белемлелек - арыҫландан көслө батыр...” 30.12.2018 // Белем һәм тәрбиә

Бөйөк мәғрифәтсе Мифтахетдин Аҡмулланың һүҙҙәре бөгөн дә үҙенең көнүҙәклеген юғалтмай. Йәштәр...

Тотош уҡырға 94