Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Айыттар асылдарына ҡайта

Милләтебеҙҙең рух һаҡсылары.

Бишбүләк районының Һарайлы-мең ырыуына ҡараған Айыт ауылында йәшәгән башҡорттар элек-электән татарса белем ала, туғандаш халыҡтың телен, әҙәбиәтен өйрәнә. Башҡорт теленә дәүләт статусы бирелгәс кенә, хәлдәр бер аҙ ыңғай яҡҡа үҙгәрә: бөтә кластар ҙа башҡортса уҡытыла башлай.

Ошо уҡыу йылынан ауылдаштары — отставкалағы полиция под­полковнигы, “Мең ырыуы” йә­мәғәт ойошмаһы етәксе­һенең белем буйынса урынбаҫары Альфред Әхтәм улы Шәймәрҙәновтың тырыш­лығы, йүнселлеге арҡаһын­да 11 бала туған башҡорт телен өйрәнә башланы.
Күп йылдар алыҫ Себер тарафтарында эшләп, Башҡортос­танға ҡайтыуына әле бер нисә йыл ғына булыуына ҡарамаҫтан, Альфред Әхтәм улындағы рух, башҡарған эштәре иҫ китмәле. Билдәле тарихсы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт пре­мияһы лауреаты Салауат Хәмиҙуллинды ике тапҡыр үҙҙәренә алып ҡайтып, халыҡ менән осраштырып, ауылдаштарын үҙ асы­лына ҡайтарыу өсөн янып-көйөп йөрөгән был шәхес тураһында маҡтау һүҙҙәре генә әйтергә мөмкин. Мәҫәлән, быйыл беренсе тапҡыр Уҡытыу­сылар көнөндә район мә­ҙәниәт йортонда башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара һәм республика күлә­мендә үткәрелгән конкурс, олимпиадаларҙа уңышлы сығыш яһаған ете уҡыусыға мең ырыуының мең һумлыҡ премияһы тапшырылды. Туған телде һәм милли йолаларҙы пропаган­да­лауға, һаҡлап ҡалыу һәм үҫте­реүгә өлөш индергәне өсөн баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары Сөмбөл Алламорат ҡыҙы Әсфәндиәрова (Ҡаныҡай мәктәбе) менән Гөлнара Тимерғәли ҡыҙы Ғәлимова (Бишбүләктәге 1-се урта мәктәп) Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының Рәхмәт хаты менән бүләкләнде. Ә бит ошо премия өсөн биш мең һум аҡсаны Альфред Әхтәм улы, һис ҡыйын­һынмай, үҙ кеҫәһенән сығарһа, ҡалған ике меңен уҡытыусы Сөмбөл Әсфәндиәрова Ҡаны­ҡай ауылы мәсете исеменән индергән.

Башҡортсаны үҙаллы өйрәнеп, күренекле яҙыусыларыбыҙҙың ижады менән яҡшы таныш ир-уҙаман туған Айыт мәктәбендә лә теге йәки был әҙипкә арнап әҙәби саралар үткәреү теләге менән яна. Бәхеткә күрә, яңыраҡ уның Баш­ҡорт­остандың халыҡ шағиры Муса Ғәлиҙең тыуыуына 95 йыл тулыу айҡанлы әҙәби конкурс үткәрергә тигән тәҡдимен мәктәп директоры Илмир Рәшит улы Шафиҡов та, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡы­тыусыһы Эльза Марс ҡыҙы Мөхтәсимова ла, директорҙың тәрбиә эштәре буйынса урынбаҫары Зәлифә Марат ҡыҙы Хафизова ла күтәреп алған.

Өфөнән саҡырылған бер төр­көм ҡунаҡтарға, атап әйткәндә, тарихсы Салауат Хәмиҙуллинға, Альфред Шәймәр­ҙәновҡа, яҙыусы Фәнис Янышевҡа, “Дим буйҙары” район гәзите хеҙмәткәре Ләйлә Ғүмәроваға һәм миңә уҡыусы­ларҙың сығышын баһаларға яҙҙы. Башҡорт әҙәбиәтен үҙенең ҡабат­ланмаҫ ижады менән юғарылыҡҡа күтәргән Муса ағайҙың шиғыр­ҙарын балалар сатнатып саф башҡортса һөйләне. 50-гә яҡын уҡыусы өс сәғәт буйы шиғриәт донъяһында гиҙҙе. Араларында асыҡ дикцияһы менән, һөйләү телмәре яғынан айырылып торған балаларҙың күплеге лә бик һөйөндөрҙө.

Башланғыс кластар буйынса, “Тасуири уҡыу” номинацияһында Ралина Хафизова беренселекте яуланы, Камилла Булатова, Радмила Хәбибуллина, Данияр Сә­йет­ғәлиев һәм Ғәлиә Ильясова призер булып танылды. Муса ағай­ҙың “Кескәй аҡҡош” тигән ши­ғырын шундай оҫта һөйләп, бары­һын да таң ҡалдырған III класс уҡыусыһы Ралина Хафизоваға һүрәттәр буйынса ла етеүсе булманы. Тырыш ҡыҙ бөтә фәндәрҙән дә яҡшы билдәләргә өлгәшә, математика, физкультура, башҡорт һәм рус теле дәрестәрен көтөп ала.

Ошо уҡ номинацияла уртансы кластарҙа Азалия Ғабдуллина еңеү яуланы, Вилдан Арыҫланов, Гүзәл Хафизова, Айлина Ғәйнет­динова, Аделина Мәхмүтовалар призлы урынға лайыҡ булды. Муса Ғәлиҙең тормош юлы һәм ижадына арналған “Презентация” номина­цияһында иһә Гөлназ Йәрмөхәмәтоваға беренсе урын бирелде.

Башҡорт халыҡ әкиәттәрендәге ай йөҙлө, алтын сәсле һылыуҙы хәтерләткән Айлина Ғәйнетдинова VIII класта белем ала. Мәк­тәптәге бер сара ла уның ҡат­нашлығынан тыш үтмәй. Әҙәби конкурстың да алып барыусыһы булды ул. Айлина, халыҡ шағирының “Айға ҡар­шы тороп” тигән шиғырын һөй­ләп, призлы урынға лайыҡ булды. Муса ағайҙың ижадына арналған һүрәттәр конкурсында ла уның эше иң яҡшыһы тип табылды.

Айлина — мәктәп ғорурлығы. Яҡшы уҡый, айырыуса биология, химия һәм физиканы мауығып өйрәнә. Республика, Рәсәй күлә­мендә үткән төрлө конкурс һәм олимпиадаларҙа ҡатнашып, уңышҡа өлгәшкән. Яңыраҡ финанс грамоталылығы буйынса V Бөтә Рәсәй фәнни-ғәмәли конфе­ренцияһында беренсе урынға сыҡҡан. Был тырыш, егәрле һы­лыу бейеү, спорт менән дә шөғөлләнә. Мини-футбол буйынса командалары, яңы ғына районда призлы урын яулап, Шишмәлә үтәсәк төбәк ярышында ҡатнашыу хоҡуғын алған.

Конкурста еңеүселәрҙең бары­һы ла Маҡтау ҡағыҙы менән бү­ләкләнде. Альфред Әхтәм улы баш­ланғыстарҙы хуплап, ҙур ихласлыҡ менән тормошҡа ашы­рыр­ға ярҙам иткән директор Илмир Рәшит улына Бөтә донъя башҡорттары ҡорол­тайының Рәх­мәт хатын һәм башҡорт телен ту­ған тел итеп өйрәнгән уҡыусы­ларға махсус бүләктәр тапшырҙы.

Билдәле шағир Фәтих Кәрим, дәүләт эшмәкәре Илдар Ғимаев һәм башҡа бик күп шәхестәрҙе биргән белем усағы хаҡында бер нисә һүҙ әйтеп китмәү яҙыҡ булыр ине. Мәктәп шундай төҙөк, тыштан ғына түгел, эстән дә ялт итеп тора. Ҡайҙа ҡарама, тәртип, бөх­тәлек күҙгә ташлана. Беҙ барған ваҡыт көҙгө каникулға тура килеү­гә ҡарамаҫтан, коридор тулы уҡыусы ине. Баҡтиһәң, каникулда ла тик ятмайҙар: 125 бала өсөн көндөҙгө лагерь ойош­торолған. 2013 йылда “Урал” хәйриә фонды ярҙамы менән мәктәпкә тулы­һынса ремонт эшләтелеп, төкәтмә төҙөлгән. Быйыл районда “Иң яҡшы мәктәп” булып танылғандар. Уҡыу, спорт, район, республика кү­ләмендә үткән конкурс, олим­пиа­даларҙа еңеүҙәр буйынса иң алда баралар.

Мәктәптең Илдар Ғимаев исемен йөрөткән хоккей командаһы бар. Тренер Азат Сәмиғуллин етәк­селегендә II–VII класс ма­лай­ҙарынан торған команда, йылдың-йылы районда ғына түгел, төбәк-ара ярыштарҙа ла ҡатнашып, кубокка эйә була. “Былтырғы сыға­рылыштан 21 уҡыусының 18-е, Берҙәм дәүләт имтиханын уңыш­лы тапшырып, юғары уҡыу йорттарына уҡырға инде. Әлеге ва­ҡытта мәктәптә бөтәһе 230 уҡыусы белем ала. 31 уҡытыусы фән һәм белем серҙәренә төшөндөрә”, — тип һөйләй директорҙың уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Гөлнара Наил ҡыҙы Мөхтәсимова.

Бына шундай шәп мәктәп, һәләтле балалар менән яҡындан таныштыҡ, ара­лаш­тыҡ, уңыш­тарына һоҡландыҡ, үҙ та­мыр­ҙары менән ҡыҙыҡһына башлауҙарын күреп һөйөндөк. Саф башҡортса шиғыр һөйләгән ошо уҡыусылар киләсәктә милләтебеҙҙең рух һаҡсылары булып китер әле тигән өмөт сатҡыһы лә уянды күңелдә.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






150 тирәһе автобус кәрәк

150 тирәһе автобус кәрәк 21.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостандың дөйөм белем биреү ойошмаларына тағы ла 150 самаһы төрлө маркалағы мәктәп...

Тотош уҡырға 30

Атайлы бала – арҡалы

Атайлы бала – арҡалы 21.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ ҡалаһының 2-се мәктәбендә “Бала тәрбиәләүҙә атай кәңәшенең өлөшө” тип аталған конференция...

Тотош уҡырға 51

Афарин, Сибай егеттәре!

Афарин, Сибай егеттәре! 21.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Белемгә ынтылған, маҡсаттарына тоғро, хыялға бай йәштәр белем ала Башҡорт дәүләт университетының...

Тотош уҡырға 66

Үҙенән ишетеү яҡшы булды

Үҙенән ишетеү яҡшы булды 21.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Благовещен ҡалаһында Өфө дәүләт нефть техник университеты ректоры Рәмил Бәхтизин менән Дәүләт...

Тотош уҡырға 41

Сибайҙың киләсәге – телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр ҡулында!

Сибайҙың киләсәге – телһөйәрҙәр, илһөйәрҙәр ҡулында! 20.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге башҡорт лицейы, һәр ваҡыттағыса, гөрләп эшләй, унда ҡыҙыҡлы,...

Тотош уҡырға 82

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс...

Радий Хәбировҡа мөрәжәғәт иткәс... 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ районы Иҫке Сибай ауылының авария хәлендәге белем усағын тиҙҙән һүтә башлап, уның урынына...

Тотош уҡырға 209

Башланғыс кластар ауылда ҡала

Башланғыс кластар ауылда ҡала 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостандың мәғариф министры вазифаһын башҡарыусы Айбулат Хажин ошо көндәрҙә эш сәфәре менән...

Тотош уҡырға 382

Иҫке Сибай уҡыусыларына урын әҙер

Иҫке Сибай уҡыусыларына урын әҙер 17.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Яҙҙың тәүге көнөнән Иҫке Сибай мәктәбенең 5 – 11 класс уҡыусылары Сибай ҡалаһының 14-се урта...

Тотош уҡырға 332

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара!

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара! 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Мәғариф министрлығы...

Тотош уҡырға 131

Апрель нимә вәғәҙә итә?

Апрель нимә вәғәҙә итә? 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың – 100 һәм Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 103

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ...

Тотош уҡырға 61

Изгелек һәм  тыныслыҡ йырсыһы

Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына...

Тотош уҡырға 152