Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Башҡорт видеоуйыны буласаҡ!
Хәҙерге заманда видеоуйындар тормошобоҙҙоң һәр өлкәһенә тиерлек үтеп инде, улар кешеләрҙең белеменә, мәҙәниәтенә, донъяға ҡарашының формалашыуына ҙур йоғонто яһай. Үҫеп килгән быуынды тәрбиәләүҙә лә уйындарҙың роле әйтеп бөткөһөҙ ҙур. Видеоуйындар ярҙамында балаларҙа логик фекерләү һәләте үҫешә, ҡуйылған маҡсаттарға өлгәшә белеү, тырышлыҡ, түҙемлек кеүек ыңғай сифаттар формалаша.

Ғалимдар уйындарҙың кире яҡтарын да урап үтмәй. Сит илдәр тәҡдим иткән видеоуйындарҙа ят мөхит, артыҡ агрессия, ҡанһыҙлыҡ булыуын билдәләй. Был шарттарҙа видеоуйындарҙы үҙебеҙҙең мәҙәниәт һәм традициялар ярҙамында эшләү иң яҡшы сараларҙың береһе булып тора.
Башҡорт дәүләт университетының Стәрлетамаҡ филиалында эшләгән виртуаль донъяны проектлау һәм дизайн лабораторияһы ғалимдары беренсе башҡорт видеоуйынын тыуҙы­рыу өҫтөндә эш башланы.

“Зәрҡум” видеоуйынын төҙөүселәр, был мәғлүмәттәрҙе күҙ уңында тотоп, уйынды Minecraft стилендә яһай, бында мәғәнәһеҙ ҡан ҡойош, реаллек юҡ кимәлдә тиерлек. Уйынсыларға был стиль бала саҡтан Lego конструкторы аша таныш.

Уйындың барлыҡ локациялары ла башҡорт халҡының эпостары һәм легендаларында һүрәтләнгән урындарға бәйле. Шулай итеп, уйынсы Ҡатил, Самрау батша илдәренә сәйәхәт итә, Шүлгәнташ мәмерйәһен дә күрә ала.

Был тылсымлы, мажараларға бай виртуаль донъяла уйынсы йәш батыр образында яуыз көстәргә ҡаршы көрә­шеп, илдә йәшәгән бар халыҡтарға ла тыныслыҡ килтерәсәк. Ваҡиғалар Урал батыр улдары һәм ейәнсәре – Нөгөш, Яйыҡ, Иҙел, Һаҡмар менән берлектә яуыз дейеүҙәрҙе еңгән осор­ҙан һуң күп быуаттар үткәс башлана. Яуыз Зәрҡум, Нөгөш батыр менән көрәштән һуң иҫән ҡалып, кешеләрҙән йәшенә һәм яңынан көс туплап, башҡорт халҡына үс итә башлай.

Уйындың исеме донъяла мөмкин тиклем күберәк кешеләрҙең башҡорт халҡына, уның тормош-көнкүрешенә, мәҙәниәтенә иғтибарҙы арттырыу маҡсатында алынған.

“Кем ул Зәрҡум?” тигән һорауға яуап бирер өсөн башҡорт халҡының “Урал батыр” эпосы менән танышып үтергә кәрәк.
Видеоуйындың сюжеты “Урал батыр”, “Аҡбуҙат”, “Иҙеүкәй менән Мора­ҙым” кеүек данлыҡлы башҡорт эпостарына, легендалар һәм риүәйәттә­ренә, әкиәттәренә нигеҙләнә.

– “Зәрҡум” видеоуйынының баш­ҡорт телендә булыуы, музыка ҡорал­дарын, халыҡ йырҙарын ҡулланыу үҙебеҙҙең мәҙәниәтебеҙҙе һаҡлап ҡалыуға һәм донъя кимәлендә әүҙем пропаган­далауға булышлыҡ итәсәк. Япон, Ҡытай, Корея халыҡтары был өлкәлә күптән уңышлы эшләй, беҙҙең проект­тың да уларҙыҡынан ҡалыш­мая­сағына ышанысыбыҙ көслө, – тине Стәрлетамаҡ филиалында эшлә­гән виртуаль донъяны проектлау һәм дизайн лабораторияһы ғалимдары.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара!

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара! 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Мәғариф министрлығы...

Тотош уҡырға 45

Апрель нимә вәғәҙә итә?

Апрель нимә вәғәҙә итә? 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың – 100 һәм Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 50

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ...

Тотош уҡырға 41

Изгелек һәм  тыныслыҡ йырсыһы

Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына...

Тотош уҡырға 87

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!"

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!" 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөләге 69-сы мәктәптең IX класс уҡыусыларын физкультура дәресе урынына тышҡа ҡар көрәргә...

Тотош уҡырға 161

Финанс белемлелек көн дә кәрәк

Финанс белемлелек көн дә кәрәк 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында дөйөм һәм һөнәри белем тармағында финанс белемде...

Тотош уҡырға 71

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтына, шул яҡ төбәк йәштәренән тыш, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, сит...

Тотош уҡырға 71

“Ҡояшҡай” балаһының теләге

“Ҡояшҡай” балаһының теләге 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Борай ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы – районда һәр йәһәттән дә алдынғылар исемлегендә. Белем...

Тотош уҡырға 93

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡурсаҡ иң боронғо уйынсыҡтарҙан һанала. Өлкәндәр был тәтәйгә ҙур иғтибар биргән, сөнки ул –...

Тотош уҡырға 89

“Ура, карантин!”

“Ура, карантин!” 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирусы инфекцияһы сирҙәре таралыу кимәле юғары булыу сәбәпле, Өфөлә 12...

Тотош уҡырға 90

Упҡын ситендә торғанда...

Упҡын ситендә торғанда... 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сит илдәрҙең күбеһендә һәр өлкән кешенең шәхси психологы булыуын беләһегеҙме? Төшөнкөлөккә...

Тотош уҡырға 69

Бүләктең дә ниндәйе!

Бүләктең дә ниндәйе! 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

50 йыллыҡ бай тарихы булған Мөсәлиә Хәйруллина исемендәге Кәшкәләү урта мәктәбен Борай районында...

Тотош уҡырға 126