Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бында башҡасараҡ уҡыталар
“Афарин” программаһы ҡыҙыҡһыныу уятты.

Белорет ҡалаһының 21-се мәктәбендә яңы эшкә тотоноуҙан ҡурҡмаған уҡытыусылар эшләй. Уҡытыу рус телендә алып барыла. Төрлө милләт балаларының белем алыуы менән дә үҙенсәлекле был учреждение. Әйткәндәй, уларҙың күбеһе өйҙәрендә туған телендә аралаша, ә мәктәптә рус теленән башҡа инглиз, немец һәм башҡорт телдәрен өйрәнә.

Эйе, 21-се мәктәптең баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары ла заман менән бергә атлай. Уларҙың һәр береһе – 20-30 йыл ғүмерен балаларға белем биреүгә арнаған хөрмәт­ле һәм тәжрибәле педагогтар. Улар киләсәк быуынға башҡорт телен өйрәтеүгә, Башҡортостан Республикаһына, башҡорт халҡына һәм уның тарихына, мәҙәниәтенә хөрмәт һәм һөйөү тәрбиәләүгә күп көс һала.

Мәктәп уҡытыусылары бы­йылғы уҡыу йылынан башҡорт телен уҡытыуҙы, сит телдәрҙе уҡытыу методикаһына таянып, башҡасараҡ уҡытырға ҡарар иткән. Улар әҙерлек эштәрен был­тырҙан уҡ башлаған. Мәктәп етәкселеге ата-әсәләргә баш­ҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыу­сылары әҙерләгән альтернатив уҡытыу программаһын тәҡдим иткән. Хәҙер ата-әсәләрҙең ғаризаһы нигеҙендә ҡайһы бер кластарҙағы бүтән милләт балалары яңы предметты өйрәнә башлаған.

Яңы программа “Афарин” тип атала. Уның буйынса балалар башҡорт телен аҙнаһына берәр сәғәт өйрәнә. Программа йылына һәр береһе бишәр сәғәттән торған ете модулде үҙ эсенә ала. Уҡыусыларға дәрестәрҙә тыуған яҡты өйрәнеү буйынса белем бирелә. Элеккеләренән айырмалы рәүештә, был программа, грамматикаға артыҡ туҡталмайынса, балаларҙы һөй­ләшергә өйрәтеү маҡсатын ҡуя.

Былтыр мәктәптә “Афарин” уҡыу-уҡытыу методик комплектын һынау һәм артабан ҡул­ланыу перспективалары” тигән тема буйынса тәжрибә майҙан­сығын асыуға арналған семинар булды. Сарала Белорет районы һәм ҡалаһы мәктәптәренең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары ҡатнашты. Эшлекле һөйләшеүгә килгән педагогтар алдында Яныбай Хамматов исемендәге башҡорт гимназияһы директоры Сулпан Уйылданова, 21-се мәктәптең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусылары Баныу Астанова, Сания Шәғәлиева телмәр тотто. Улар яңы программаның маҡ­сат­тары, бурыстары, перспективалары менән таныштырҙы. Инеш һүҙҙән һуң уҡытыусылар теорияны ғәмәлдә ҡулланыуҙы ҡарау өсөн асыҡ дәрестәргә таралышты. Гөлсибәр Шакирова III “в” класында – “Минең ярат­ҡан китаптарым”, Илсиә Нафи­ҡова IV “б” класында – “Башҡорт сувенирҙары”, Баныу Астанова V “г” класында “Өй йыһаздары” темаларына асыҡ дәрестәр күрһәтте.

Дәрестәрҙе ҡарағандан һуң семинарҙа ҡатнашыусылар “тү­ңәрәк өҫтәл” янында 21-се мәк­тәп уҡытыусылары тәҡдим иткән программаның көнүҙәк булыуы, башҡорт телен дәүләт теле бу­лараҡ өйрәнеү даирәһен киңәй­теүгә булышлыҡ итәсәге тура­һында ыңғай баһа бирҙе. Улар, тәжрибә майҙансығында эшлә­гән уҡытыусыларға уңыш­тар теләп, ыңғай тәьҫораттар алып, рәхмәттәр әйтеп таралышты.



Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара!

"Беренсе"лә белемеңде һынап ҡара! 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика гимназия-интернаты Башҡортостан Мәғариф министрлығы...

Тотош уҡырға 52

Апрель нимә вәғәҙә итә?

Апрель нимә вәғәҙә итә? 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡорт дәүләт университетында Башҡорт АССР-ы ойошторолоуҙың – 100 һәм Башҡорт дәүләт...

Тотош уҡырға 54

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы

Стәрлетамаҡ өсөнсө йыл алдынғы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ошо көндәрҙә Рәсәйҙең Фән һәм юғары белем министрлығы юғары уҡыу йорттарының һөҙөмтәлелегенә йыллыҡ...

Тотош уҡырға 41

Изгелек һәм  тыныслыҡ йырсыһы

Изгелек һәм тыныслыҡ йырсыһы 15.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан уҡытыусыһы” журналы былтыр йыл һуҙымында халыҡ шағиры Мостай Кәримдең тормош юлына...

Тотош уҡырға 92

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!"

"Дәрес булмай, ҡар көрәгеҙ!" 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөләге 69-сы мәктәптең IX класс уҡыусыларын физкультура дәресе урынына тышҡа ҡар көрәргә...

Тотош уҡырға 162

Финанс белемлелек көн дә кәрәк

Финанс белемлелек көн дә кәрәк 13.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан мәғарифты үҫтереү институтында дөйөм һәм һөнәри белем тармағында финанс белемде...

Тотош уҡырға 73

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере

Сибай менән Ҡостанай араһына – дуҫлыҡ күпере 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтына, шул яҡ төбәк йәштәренән тыш, Рәсәйҙең төрлө ҡалаларынан, сит...

Тотош уҡырға 72

“Ҡояшҡай” балаһының теләге

“Ҡояшҡай” балаһының теләге 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Борай ауылындағы “Ҡояшҡай” балалар баҡсаһы – районда һәр йәһәттән дә алдынғылар исемлегендә. Белем...

Тотош уҡырға 93

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ

Күмәкләшеп ҡурсаҡ уйнаныҡ 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡурсаҡ иң боронғо уйынсыҡтарҙан һанала. Өлкәндәр был тәтәйгә ҙур иғтибар биргән, сөнки ул –...

Тотош уҡырға 89

“Ура, карантин!”

“Ура, карантин!” 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Киҙеү һәм киҫкен респиратор вирусы инфекцияһы сирҙәре таралыу кимәле юғары булыу сәбәпле, Өфөлә 12...

Тотош уҡырға 92

Упҡын ситендә торғанда...

Упҡын ситендә торғанда... 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сит илдәрҙең күбеһендә һәр өлкән кешенең шәхси психологы булыуын беләһегеҙме? Төшөнкөлөккә...

Тотош уҡырға 69

Бүләктең дә ниндәйе!

Бүләктең дә ниндәйе! 12.02.2019 // Белем һәм тәрбиә

50 йыллыҡ бай тарихы булған Мөсәлиә Хәйруллина исемендәге Кәшкәләү урта мәктәбен Борай районында...

Тотош уҡырға 128