Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Мәктәп ҡаланан “ҡартыраҡ”...

Әммә тормош бында уй-хыялдарға байыраҡ.

Октябрьский ҡалаһындағы 4-се мәктәптең тарихы үткән быуаттың егерменсе йылдарына барып тоташа. Ялҡынлы Октябрь революцияһынан һуң Иҫке Зәйеттә башланғыс мәктәп асыла. 1946 йылда ҡала статусына эйә булған Октябрьский яҡын-тирәләге дүрт ауылды үҙенә “йотоп”, киңәйгәндән-киңәйә генә.

“Аҡһаҡаллы” гимназия хәҙерге мәлдә — заман талаптарына тулыһынса яуап биргән, электрон белем биреүҙе индереү буйынса программаны тормошҡа ашы­рыуға ҙур көс һалған мәғариф учреж­дениеһы.

— Гимназияла капиталь ремонт үт­кәреп, ағас тәҙрәләрҙе яҡшыһына алыш­тырҙыҡ, — ти гимназия директоры Рәсимә Усманова. — Бөтә кабинеттар ҙа йыһаз­ландырылған, бик матур спорт залыбыҙ бар. Ә Хәрби Дан музейы — беҙҙең ҙур ғорурлығыбыҙ.

300 бала белем алған абруйлы гимназияның иркен, яҡты коридорҙары буйлап үтәбеҙ. Тәнәфес башланыу менән ул балаларҙың шат, күтәренке тауышына күмелде, шуҡтар һәм шаяндарға аралашыу өсөн бынан да ҡулайлыраҡ мәл юҡтыр. Гимназистарға буш ваҡыттарын ҡайҙа, нисек үткәрергә тип аптырап йөрөйһө юҡ. Кластан һәм дәрестән тыш башҡорт телендә уҙғарылған фәһемле, тәрбиәүи саралар, театр студияһы, “Гөлнәзирә” башҡорт фольклор төркөмө, йәш журналистар түңәрәге, йыл һайын тамашасыларҙы йыйған “Ҡу­рай” байрамдары, “Изгелек” дәрестәре — барыһы ла йәш быуынды гармониялы шәхес итеп тәрбиәләүгә ҙур өлөш индерә. Заманса йыһазландырылған кабинеттарҙа белем алыу өлкән быуындың төшөнә лә инмәгән, күҙ алдына ла килтерә алмаған оло бәхет икәнен кескәйҙәр аңламайҙыр ҙа, әммә уларҙы олимпиадаларға, конкурстарға бөтә йәнен бирерҙәй булып әҙерләгән, һәр яҡлап ярҙам иткән уҡытыусыларының фиҙакәр хеҙмәтен улар баһаламай булмаҫ. Араларында Рәсәй һәм Башҡортостандың мәғариф отличниктары, атҡаҙанған уҡытыусы тигән маҡтаулы исемдәргә лайыҡ булған тәжрибәле, талантлы остаздары ла етерлек.

— Уҡыусыларыбыҙҙың уңышы — беҙҙең өсөн иң ҙур баһа, — ти Рәсимә Миңлебай ҡыҙы. — Сығарылыш уҡыусы­ларының ҙур өлөшө тәүге йылда уҡ илебеҙҙең төрлө юғары уҡыу йорттарына уҡырға инә. Һәр береһенә аҡ юл теләп, ҙур өмөттәр бағлап, ғорурланып һәм бер аҙ моңһоуланып, ун йыл буйы ҡаҙандай ҡайнаған белем усағынан оҙатабыҙ.

Хәрби Дан музейын бар­лыҡҡа кил­тереүгә ифрат ҙур хеҙмәт һал­ған З. Торгашова, “Йылдың йәш уҡытыусыһы” ҡала конкурсында еңеүсе, физика уҡытыусыһы А. Антонова, төрлө ижади бәйгеләрҙә гимназия, ҡала данын яҡлаған И. Исәргәкова һәм башҡа талантлы һө­нәр эйәләренең эш тәьҫирлеген балалар­ҙың олимпиа­даларҙа күр­һәт­кән һөҙөмтәһенә ҡарап та баһаларға мөмкин. Мәҫәлән, Ирина Исәргәкованың уҡыусылары, башҡорт теле һәм әҙәбиәте, Башҡортостан тарихы һәм мәҙәниәте буйынса үткәрелгән олим­пиадаларҙа, ғилми-ғәмәли конферен­цияларҙа, “Мостай уҡыуҙары”нда, “Урал батыр”, “Тере шиш­мәләр”, “Йәш йондоҙҙар” бәйгелә­рендә әүҙем ҡатнашып, приздарға лайыҡ булған, гимназия йылъяҙмаһына матур өр-яңы биттәр өҫтәгән.

Урындағы башланғыстарға булышлыҡ итеү программаһына ярашлы, былтыр көҙ бер миллион 900 мең һумдан ашыуға төшкән спорт майҙаны асылыуына гимназия директоры һөйөнөп бөтә алмай. “Республика ҡаҙнаһынан бер миллион һум субсидия алыуға өлгәштек, 660 мең һумын — бағыусылар, 150 меңен муниципалитет бирһә, 155 меңен ата-әсәләр, уҡытыусылар үҙҙәре йыйҙы. “Ил төкөрһә, күл була” тигәндәй, күмәкләп дәррәү тотонһаң, иң ауыр эште лә аҙағына еткереп була, — ти Рәсимә Миңлебай ҡыҙы. — Әле балалар унда конькиҙа шыуа, йәйен ул футбол, волейбол ярыштары ҡыҙған күңелле майҙанға әүереләсәк”.

Тәүәккәл етәксегә тынғы бирмәгән күптәнге уй-хыялы хаҡында ла хәбәрҙар булдыҡ.
— Гимназияла киностудия асырға ҙур теләгебеҙ бар. Проектын эшләп, грантҡа материалдар ҙа ебәрҙек. Нисек кенә булмаһын, хыялыбыҙҙан баш тартырға уйыбыҙ юҡ, — директорҙың ихтыяр көсөнә, ҡайһы саҡта аҡылдан да юғарыраҡ торған ҡыйыулығына нисек икеләнмәк кәрәк — эшлекле ҡатын-ҡыҙҙың тәбиғәте шундай.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Яҙғы бал”ға әҙерләнәһегеҙме?

“Яҙғы бал”ға әҙерләнәһегеҙме? 22.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

25 майҙа Өфөлә һигеҙенсе йыл рәттән “Яҙғы бал” үткәрелә....

Тотош уҡырға 32

Ил күрке Исмәғилев

Ил күрке Исмәғилев 22.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ырымбур ҡалаһында башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләгән педагогия техникумын 1936 йылда Кесе...

Тотош уҡырға 36

"Минең Мостай Кәрим"

"Минең Мостай Кәрим" 21.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Минең Мостай Кәрим” тип аталған шиғри конкурс үтте. Ул...

Тотош уҡырға 45

Быуат ауазын еткерҙе

Быуат ауазын еткерҙе 21.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты...

Тотош уҡырға 36

Шундай шәп сәйәхәт булды был!

Шундай шәп сәйәхәт булды был! 21.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының I “В” класы уҡыусылары Башҡортостандың Милли...

Тотош уҡырға 42

Беҙҙең хаҡта нимә һөйләрҙәр?

Беҙҙең хаҡта нимә һөйләрҙәр? 21.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге урта белем биреү мәктәбендә район күләмендәге ата-әсәләр...

Тотош уҡырға 34

Йәштәр. Прогресс. Фән

Йәштәр. Прогресс. Фән 20.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 26 марттан 5 апрелгә тиклем үтәсәк “Йәштәр. Прогресс. Фән” фестивале...

Тотош уҡырға 52

2015 йылдан уҡ көтәләр...

2015 йылдан уҡ көтәләр... 20.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Стәрлетамаҡтағы 33-сө балалар баҡсаһы 2015 йылдың аҙағында эшләй башларға тейеш була. Әммә...

Тотош уҡырға 52

Афарин, Бишбүләк уҡыусылары!

Афарин, Бишбүләк уҡыусылары! 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн республика тарихында тағы ла бер ҙур мәҙәни, әҙәби сараға нигеҙ һалынды: I Сафуан Яҡшығолов...

Тотош уҡырға 81

Күпме стипендия биреләсәк?

Күпме стипендия биреләсәк? 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға бирелә торған стипендиялар тураһында Башҡортостан...

Тотош уҡырға 101

Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп...

Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп... 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтындағы 4-се дөйөм ятаҡ республика юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған...

Тотош уҡырға 63

Атайсалын һөйгән абынмаҫ

Атайсалын һөйгән абынмаҫ 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Бүребай урта мәктәбендә проект-тикшеренеү эштәре...

Тотош уҡырға 73