Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Ҡыҙҙар хәрби хеҙмәтте үҙ итмәксе

“Рәсәйҙең патриоты һәм лайыҡлы гражданы булырға ант бирәм…”

Октябрьский ҡалаһының балалар-үҫмерҙәр ижады һарайы директоры Вера Ульянова “Йәш армия” хәрәкәтендә әүҙем ҡатнашыусылар менән беҙҙе бик теләп таныштырҙы. Килешеп торған армиясылар формаһы, ҡыҙыл берет кейгән ыҫпай, етди ҡарашлы үҫмерҙәр араһында ҡыҙҙарҙың күп булыуы хайран итте.

Өҫтәлдә хәрби экипировка, граната, ҡоралдарҙың уҡыу макет­тары. Һәр “һалдат” уларҙың тө­ҙөлөшөн өйрәнә, ҡулланыу сер­ҙәрен үҙләштерә. “Ҡорал ме­нән эш итеү уйын түгел. Бында ла юғары мәҙәнилек, йый­наҡ­лыҡ, теүәллек кәрәк”, – ти ҡыҙҙар.

– Мин киләсәктә мотлаҡ офицер буласаҡмын, шуға күрә хәрби техниканы энәһенән-ебенә саҡлы өйрәнеү өсөн йәш боец курсын үтергә теләйем, – ти Кирилл Мамонов. – “Йәш армиясы”ларҙың тан­та­налы, оло яуаплылыҡ йөк­мә­теүсе, йөрәккә үтеп инерлек ан­тын яттан беләм һәм уға торошло булыу өсөн тыры­шасаҡмын.

Патриотик тәрбиә үҙәгендә өс взвод ойошторолған. Һигеҙ йәш­тән бында шөғөлләнә башларға мөмкин. Балалар тигеҙ рәт менән сафта йөрөргә, яралыларға беренсе ярҙам күрһәтергә, ҡул көрәше нигеҙҙәрен үҙләштерергә өйрәнә.

– Ә миңә иң оҡшағаны – парашюттан һикереү! Ул саҡтағы бәхет тойғоһон бер ниндәй башҡа хис-тойғо менән дә сағыштырып булмай. Рәхәтлек, иркенлек, ҡур­ҡыу тойғоһон еңеүҙән әйтеп бө­төр­гөһөҙ ләззәт табаһың. Ә парашютты йыйыу – үҙе бер ма­уыҡ­тырғыс, баш ҡатырғыс мәсьә­лә, сисә алһаң, үҙеңдә көс, ышаныс уяныуын тояһың. Нисек тә булһа, малайҙарҙан ҡалыш­маҫҡа, командаларҙы теүәл үтәргә тырышаһың, – ти Виктория Мамыкина.

2-се взводта 32 ҡыҙ йәш армиясы курсын үтә. Үҙәк­тә бар­лығы 106 бала даими шөғөл­ләнә.

Штаб начальнигы, Санкт-Пе­тер­бургтың махсус тәғәйен­лә­нештәге 118-се айырым уҡыу үҙә­генең инструкторы Александр Пшеничный әйтеүенсә, хәрби-пат­риотик хәрәкәттең төп маҡ­саты – балаларҙың геогра­фия­ға, ил тарихына һәм унда йәшәүсе төрлө милләт халыҡтарына, бө­йөк ғалимдарыбыҙға һәм полко­водецтарыбыҙға ҡарата ҡыҙыҡ­һы­ныу уятыу. Уҡыуҙан буш ва­ҡыт­тарында үҫмерҙәр мемориал, обелиск һәм башҡа иҫтәлекле урындарҙы һаҡлау, ирекмәндәр эшмәкәрлеге менән шөғөл­ләнәсәк, мәҙәниәт һәм спорт сараларында ҡатнашасаҡ, тәүге ярҙам күрһәтеү буйынса күнекмә аласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ: “Йәш армия” хәрәкәте Рәсәй Оборона министрлығы башланғысы менән ойошторолоп, ил Президенты тарафынан хупланды. Ә ДОСААФ ойошмалары хәрәкәттә ҡатна­шыусы “ҡыҙыл берет”тарға үҙ биналарында уҡыу өсөн ҙур мөм­кин­лек бирә.

“Йәш армия” ағзалары үҙҙә­ренә бүләк ителгән килешле хәр­би формаларҙы бик яратып кейә. Ҡышҡы ялан формалары ла бар икән. Йәй етһә, Ҡандракүл база­һын­дағы йәйге лагерҙа хәрби әҙерлек үтәсәктәр, патриотик йырҙар өйрәнеп, конкурста ҡатнашасаҡтар.

– Өҫтәмә белем биреү күнек­мәләрендә үҙҙәрен яҡшы яҡтан күрһәткән ҡыҙ һәм егеттәребеҙгә хәрби училищеларға, институт­тарға юл асыла. Бына шундай ныҡыш, егәрле ҡыҙҙарыбыҙҙың береһен IX кластан Федераль хәүефһеҙлек институтына уҡырға алдылар, – тип шатлығы менән уртаҡлаша Александр Федорович.

Автор: Динә АРЫҪЛАНОВА
Фото: Айрат Нурмөхәмәтов фотоһы


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






“Яҙғы бал”ға әҙерләнәһегеҙме?

“Яҙғы бал”ға әҙерләнәһегеҙме? 22.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

25 майҙа Өфөлә һигеҙенсе йыл рәттән “Яҙғы бал” үткәрелә....

Тотош уҡырға 32

Ил күрке Исмәғилев

Ил күрке Исмәғилев 22.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ырымбур ҡалаһында башланғыс класс уҡытыусылары әҙерләгән педагогия техникумын 1936 йылда Кесе...

Тотош уҡырға 36

"Минең Мостай Кәрим"

"Минең Мостай Кәрим" 21.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Учалы тарих-тыуған яҡты өйрәнеү музейында “Минең Мостай Кәрим” тип аталған шиғри конкурс үтте. Ул...

Тотош уҡырға 45

Быуат ауазын еткерҙе

Быуат ауазын еткерҙе 21.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Рәсәй Фәндәр академияһы Өфө федераль тикшеренеү үҙәгенең Тарих, тел һәм әҙәбиәт институты...

Тотош уҡырға 36

Шундай шәп сәйәхәт булды был!

Шундай шәп сәйәхәт булды был! 21.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ф. Мостафина исемендәге Өфө ҡала башҡорт гимназияһының I “В” класы уҡыусылары Башҡортостандың Милли...

Тотош уҡырға 42

Беҙҙең хаҡта нимә һөйләрҙәр?

Беҙҙең хаҡта нимә һөйләрҙәр? 21.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Үрге Йәркәйҙәге Т. Рахманов исемендәге урта белем биреү мәктәбендә район күләмендәге ата-әсәләр...

Тотош уҡырға 34

Йәштәр. Прогресс. Фән

Йәштәр. Прогресс. Фән 20.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Стәрлетамаҡ ҡалаһында 26 марттан 5 апрелгә тиклем үтәсәк “Йәштәр. Прогресс. Фән” фестивале...

Тотош уҡырға 52

2015 йылдан уҡ көтәләр...

2015 йылдан уҡ көтәләр... 20.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Стәрлетамаҡтағы 33-сө балалар баҡсаһы 2015 йылдың аҙағында эшләй башларға тейеш була. Әммә...

Тотош уҡырға 52

Афарин, Бишбүләк уҡыусылары!

Афарин, Бишбүләк уҡыусылары! 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн республика тарихында тағы ла бер ҙур мәҙәни, әҙәби сараға нигеҙ һалынды: I Сафуан Яҡшығолов...

Тотош уҡырға 81

Күпме стипендия биреләсәк?

Күпме стипендия биреләсәк? 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға бирелә торған стипендиялар тураһында Башҡортостан...

Тотош уҡырға 101

Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп...

Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп... 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтындағы 4-се дөйөм ятаҡ республика юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған...

Тотош уҡырға 63

Атайсалын һөйгән абынмаҫ

Атайсалын һөйгән абынмаҫ 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Бүребай урта мәктәбендә проект-тикшеренеү эштәре...

Тотош уҡырға 73