Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » “Урал батыр” йыйҙы балаларын
Башҡорттоң рухи хазинаһы булған “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсын үткәреү Сибайҙың белем биреү учреждениеларында матур йолаға әүерелгән.

Мәшһүр әҫәргә халҡыбыҙҙың аҡыл-зиһен нигеҙҙәре, йәшәйеш ҡанундары тупланған. Уның йәш быуынды тәрбиәләүҙә әһәмиәте баһалап бөткөһөҙ: яҡшыны ямандан айырырға, хеҙмәткә, ололарҙы ихтирам итергә, кеселәргә ҡарата кеселекле булырға, тыуған ереңде һаҡларға һәм яҡларға өйрәтеү – быларҙың барыһы ла урын алған эпоста.

Ҡалала Сәсәндәр мәктәбенең уңышлы эш башлауы ҡыуандыра, тимәк, күсәгилешлек дауам итәсәк әле. Һуңғы йылдарҙа “Урал батыр” эпосын яттан һөйләүселәр конкурсы балалар баҡсалары тәрбиәләнеүселәре араһында ла үтә.

Быйыл мәктәп уҡыусылары ҡатнашлығындағы бәйгелә 44 йәш һүҙ оҫтаһы һынау тотто. Конкурс республикабыҙҙың 100 йыллығына бағышланды.

Сибай ҡалаһы хакимиәтенең мәғариф бүлеге методисы Айһылыу Моталлапова әйтеүенсә, йәш быуынды халыҡ ижадына ылыҡтырыу, сәсәнлек традицияларын дауам итеү, балаларҙың һәләтен үҫтереү маҡсатын алған конкурсҡа уҡыусылар үҙҙәре генә әҙерләнмәй – был эштә, уҡытыусыларҙан тыш, атай-әсәйҙәр, олатай-өләсәйҙәр ҙә ихлас ҡатнаша. Эпосты күмәкләп тиерлек ятлау, музыка ҡоралдарында уйнарға өйрәнеү төрлө быуын вәкилдәрен рухи йәһәттән тағы ла нығыраҡ берләштерә.

Һөҙөмтәлә конкурс бик матур, йәнле үтте. Еңеүселәр тип Гөлназ Мөхәмәтйәрова (8-се мәктәп), Илназ Исхаҡов (гимназия-мәктәп) һәм Тимур Байрамғолов (9-сы лицей) танылды. Афарин!

Автор: К. ИШБУЛДИНА.
Фото: Гөлдәр Ҡадаева фотолары.
Район: Сибай ҡалаһы.


Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






2015 йылдан уҡ көтәләр...

2015 йылдан уҡ көтәләр... 20.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Стәрлетамаҡтағы 33-сө балалар баҡсаһы 2015 йылдың аҙағында эшләй башларға тейеш була. Әммә...

Тотош уҡырға 20

Афарин, Бишбүләк уҡыусылары!

Афарин, Бишбүләк уҡыусылары! 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн республика тарихында тағы ла бер ҙур мәҙәни, әҙәби сараға нигеҙ һалынды: I Сафуан Яҡшығолов...

Тотош уҡырға 23

Күпме стипендия биреләсәк?

Күпме стипендия биреләсәк? 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Иң яҡшы студенттарға һәм аспиранттарға бирелә торған стипендиялар тураһында Башҡортостан...

Тотош уҡырға 25

Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп...

Ятаҡты үҙ йорттарындай күреп... 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институтындағы 4-се дөйөм ятаҡ республика юғары уҡыу йорттары араһында уҙғарылған...

Тотош уҡырға 38

Атайсалын һөйгән абынмаҫ

Атайсалын һөйгән абынмаҫ 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Хәйбулла районы башҡорттары ҡоролтайы вәкилдәре Бүребай урта мәктәбендә проект-тикшеренеү эштәре...

Тотош уҡырға 46

Бала күңелен аса белгән уҡытыусылар

Бала күңелен аса белгән уҡытыусылар 19.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Мәжитовтарҙың педагогик хеҙмәт стажы – 80 йыл....

Тотош уҡырға 48

Ошондай пазлдар кемгә оҡшамаҫ!

Ошондай пазлдар кемгә оҡшамаҫ! 17.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Оҫта ҡуллы ҡатын-ҡыҙ ниндәй генә эштәре менән һоҡландырмай бөгөн! Мәҫәлән, районда йәшәгән гүзәл...

Тотош уҡырға 99

Иң шәп уҡыу кабинеты – Темәстә!

Иң шәп уҡыу кабинеты – Темәстә! 17.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Баймаҡ районы хакимиәтенең мәғариф бүлеге Башҡортостандың 100 йыллығы уңайынан иң яҡшы уҡыу...

Тотош уҡырға 121

"Асыҡ ишектәр көнө"нә килегеҙ!

"Асыҡ ишектәр көнө"нә килегеҙ! 15.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Уҡырға ҡайҙа барырға? Сығарылыш класс уҡыусылары араһынан берәүҙәр буласаҡ һөнәрен күптән билдәләп,...

Тотош уҡырға 133

"Дозор" ышаныслы һаҡлай

"Дозор" ышаныслы һаҡлай 15.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Хәйбулла районының барлыҡ белем усаҡтарында һәм мәктәпкәсә йәштәге учреждениеларында лиценциялы һаҡ...

Тотош уҡырға 172

Урҙайҙағы  бер көн

Урҙайҙағы бер көн 15.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Урҙай” нимә ул тиһегеҙме? Хәрби лагерь. Беҙ ҙә бөгөн урҙай ҡороп алдыҡ. Ҡәлғәбеҙ – ситәндән. Ике...

Тотош уҡырға 157

Уҡытыусыларҙы бында уҡыталар

Уҡытыусыларҙы бында уҡыталар 15.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Башҡортостан Мәғарифты үҫтереү институты ойошторолоуға 85 йыл тулыу уңайынан ҙур тантана үтте....

Тотош уҡырға 171