Вконтакте facebook facebook Вконтакте Вконтакте
Гәзитте ойоштороусылар:
Башҡортостан Республикаһы
Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай,
Башҡортостан Республикаһы Хөкүмәте
» » Бала күңелен аса белгән уҡытыусылар

Мәжитовтарҙың педагогик хеҙмәт стажы – 80 йыл.

Ғүмер буйы яҙмыштарын мәғарифҡа арнаған Мәжитовтарҙың үҙ-үҙҙәрен тотошо, булмышы һәм йәшәү рәүешенә тиклем “беҙ – уҡытыусы” тип саҡырып торғандай. Хатта һөйләшеүҙәре лә ипле, итәғәтле һәм мәҙәниәтле. Ундай кешеләр менән аралашыу – үҙе бер бәхет. Ихласлыҡ, эскерһеҙлек, шул уҡ ваҡытта һәр күренешкә үҙ фекере һәм ҡарашы булған әңгәмәсе янында һөйләшер һүҙ ҙә бөтмәй, темалар иркенлеге лә күп була.

Ғаилә башлығы Мотаһар Басир улына – 86, ҡатыны Мәрүә Исламғәле ҡыҙына 83 йәш. Уларға ҡарап һис тә үҙ йәштәрен бирерлек түгел: икеһе лә теремек, зирәк, зиһенле, йор һүҙле булып сыҡты. Бөгөн улар – Әбйәлил районының Дәүләт ауылында иң абруйлы ветерандар. Мотаһар Мәжитов – ауылдың почетлы гражданы, оҙаҡ йылдар мәктәп директоры булғанында биләмәлә дүрт яңы мәктәп төҙҙөттөргән етәксе. Ишбулды ауылында донъяға килгән Мотаһар Басир улы бала саҡтан уҡыуға зирәк була, шуға күрә ул тыуған ауы­лындағы мәктәпте тамамлағас та, Темәс педагогия училищеһына уҡырға керә.

Белемгә ынтылған егетте остаздары Стәрлетамаҡ уҡытыусылар әҙерләү институтына барырға тәҡдим итә. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, уны әрмегә алмайҙар. Хеҙмәт юлын йәш белгес райондың Яйҡар башланғыс мәктәбендә уҡытыусы булып башлай, артабан Рәхмәт мәктәбенә күсерелә. Үҙ эшен яратҡан, балаларға төплө белем биргән йәш уҡытыусыны хужалар тиҙ күрә һәм уны Урал урта мәктәбенә тарих уҡытыусыһы итеп тәғәйенләйҙәр. Бында уҡытыусылар коллективы көслө һәм ҙур була.

Нуриман районы ҡыҙы Мәрүә Исламғәле ҡыҙы ла, Мәсәғүт уҡытыусылар әҙерләү курсын тамамлап, йүнәлтмә буйынса ошо мәктәпкә математиканан уҡытырға килә. Йәштәр тәү күргәндә үк бер-береһен оҡшата, бер аҙ дуҫлашып йөрөгәндән һуң өйләнешеп тә ҡуя. Ғаилә башлығы ситтән тороп Башҡорт дәүләт университетын тамамлай. Тормоштарын йәмләп бер-бер артлы балалары донъяға килә.

1958 йылда Мотаһар Басир улы Дәүләт һигеҙ йыллыҡ мәктәбенә директор итеп күсерелә. Ауылдаштары уны талапсан, үҙ һүҙендә торған, белемле, ихтирамлы етәксе булараҡ хәтерләй. Тап ул етәкселек иткән йылда ауылда бынамын тигән ике ҡатлы мәктәп төҙөлә, артабан урта йыллыҡҡа әүерелә. Йәш быуынды тәрбиәләүҙә фиҙакәр хеҙмәте өсөн 1978 йылда ул Башҡорт АССР-ының атҡаҙанған уҡытыусыһы, РСФСР-ҙың Маҡтау ҡағыҙы һәм бихисап Рәхмәт хаттары менән бүләкләнә. Мәрүә Исламғәле ҡыҙы ла СССР-ҙың мәғариф отличнигы, методист-уҡытыусы исемдәренә лайыҡ була. Бөгөн Мәжитовтар икеһе лә мәғариф ветераны, икеһенең педагогик стажын бергә ҡушҡанда 80 йылға тула.

Әйткәндәй, ата-әсәһенең юлын ҡыҙҙары Лилиә лә лайыҡлы дауам итә. Оҙаҡ йылдар ул Дәүләт урта мәктәбендә әсәһе кеүек уҡыусыларға математика серҙәрен өйрәтә. Былтырғы уҡыу йылынан хаҡлы ялға сыҡҡан. Уның да педагогик стажын ҡушҡанда, дөйөм һан 100 йылдан артыҡ килеп сыға.

Мотаһар Мәжитов оҙаҡ йылдар мәктәп коллективында ла, ауылда ла оҫта пропагандист булып эшләй. Уға ораторлыҡ һәләте тыумыштан бирелгән. Бөгөн ул үткәргән политинформация дәрестәрен уҡыусы­лары ғына түгел, ауылдаштары ла һағынып иҫкә ала. Улар белем биргән уҡыусыларҙың күбеһе хәҙер хаҡлы ялда, әммә яратҡан һәм хөрмәт иткән уҡытыусыларын онотмай. Белем байрамы булһынмы, Ололар һәм Уҡытыусылар көнөмө уларҙың йорто уҡыусылары һәм күҙҙең яуын алып торған гөлләмәләр менән тула. Үҙ һөнәрен яратҡан кешеләр генә оло хөрмәткә лайыҡ булалыр ул. Тормоштан да, йәшәйештәренән дә, эштәренән һәм балаларынан да бәхетле минең геройҙарым. Һигеҙ ейән-ейәнсәр һөйөп, улар янына йәнә һигеҙ бүлә-бүләсәр ҡарап, тормоштан йәм табып йәшәй улар. Оло йәштә булыуҙарына ҡарамаҫтан, әле лә һыйыр, ҡош-ҡорт тоталар. “Хәрәкәттә – бәрәкәт”, ти ололар. Шуларҙы ҡарап, көн дә хәрәкәт­ләнәбеҙ, сәләмәтлеккә бер аҙым ул”, – тине баҡса үҫтереп, сәскәләр араһында үҙҙәре лә сәскәләй балҡыған Мәжитовтар. Уларҙың йортонан эске бер ҡәнәғәтләнеү һәм һоҡланыу тойғоһо менән сыҡтыҡ.




Беҙҙе Яндекс Дзен лентаһында уҡығыҙ

В ОдноклассникахВконтакте

Комментарий өҫтәргә






Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә

Шәжәрәле ерҙә тәртип түрҙә 30.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

2018 йылдың 1 сентябрендә “Башҡортостан тарихы шәхестәр күҙлеге аша: генеалогик аспект” тигән...

Тотош уҡырға 172

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр...

Шунда уҡ икенсе курсҡа ҡабул ителһәләр... 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Республика етәксеһе Радий Хәбиров медицина училищеһын тамамлағандарҙы шунда уҡ ошо йүнәлештәге...

Тотош уҡырға 85

Монголиянан ҡунаҡ килде

Монголиянан ҡунаҡ килде 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

БДУ-ның Сибай институты студенттары Монголияның Фән һәм технология дәүләт университеты профессоры...

Тотош уҡырға 488

Биш көнлөк уҡыу башлана

Биш көнлөк уҡыу башлана 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

1 апрелдән Өфөнөң башланғыс класс уҡыусылары биш көнлөк уҡыуға күсә....

Тотош уҡырға 88

Данлы юлға тап төшөрмәй

Данлы юлға тап төшөрмәй 27.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибай гимназия-интернаты — төбәктә генә түгел, республикала ла киң билдәле уҡыу йорттарының береһе....

Тотош уҡырға 256

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ?

Балағыҙҙы кем итеп күрәһегеҙ? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Ромир” холдингы ата-әсәләр араһында ҡыҙыҡлы һорау алыу ойошторған. Рәсәйҙәр балалары өсөн ниндәй...

Тотош уҡырға 70

Йәй етте ләме ни?

Йәй етте ләме ни? 26.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Ҡырмыҫҡалы районы хакимиәте йыл да балаларҙың йәйге ялын файҙалы үткәреү, сәләмәтлектәрен нығытыу...

Тотош уҡырға 144

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны

"Үлмәҫбай" ҙа яңғыраны 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

“Башҡортостан халыҡтары телдәре һәм мәҙәниәте – республиканың милли ҡаҙанышы” форумында балалар ҙа...

Тотош уҡырға 107

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле

Барыһы ла үҙебеҙгә бәйле 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Туған телдең, мәҙәниәттең яҙмышы һәр заманда ла кешенең, халыҡтың үҙенә бәйле. Был рухи...

Тотош уҡырға 106

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында

Милли ҡаҙаныштарыбыҙ һағында 25.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Өфөлә Рәсәй Президенты ҡарамағындағы Гражданлыҡ йәмғиәтен үҫтереү һәм кеше хоҡуҡтары буйынса...

Тотош уҡырға 56

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе

Етәкселәр уҡыусыларға рәхмәт белдерҙе 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Бөгөн Өфөлә химия буйынса Бөтә Рәсәй олимпиадаһының һуңғы, өсөнсө, этабы тамамланды. Дөйөм алғанда,...

Тотош уҡырға 94

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр

"Әкиәт"тән – мажаралы әкиәттәр 23.03.2019 // Белем һәм тәрбиә

Сибайҙың “Әкиәт” балалар баҡсаһы хеҙмәткәрҙәре үҙ тәрбиәләнеүселәре, ата-әсәләр менән берлектә...

Тотош уҡырға 171