Беҙҙең мәктәптә тиҫтәгә яҡын түңәрәк эшләй. Уларҙың һәр ҡайһыһына ҙур теләк менән йөрөйбөҙ. Былтыр эшләй башлаған "Робототехника" түңәрәгендә айырыуса ҡыҙыҡ һәм күңелле.


Уны мәктәп директоры Инсур Үтәбаев алып бара. Уңыштарыбыҙ ҙа бар. Мәҫәлән, былтыр түңәрәктең әүҙем ағзалары Алина Боҫҡонова, Фирғәт Шәмиғолов һәм Динис Заһитов республика уҡыусылары һәм студенттары араһында уҙғарылған робототехника чемпионатында II урынды яулап ҡайтты. Ярышта 67 команда ҡатнашҡан.
Роботтарҙың арҡан тартышҡанын күргәнегеҙ бармы? Ә беҙҙең мәктәптә ошондай тамаша ойошторолдо. Түңәрәк ағзалары үҙҙәре ҡорған роботтарҙы көс һынаштырып ҡараны. Һөҙөмтәлә Алина Боҫҡонованың "көрәшсе"һе майҙан батыры булып танылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 638 тапҡыр // Тотош уҡырға
"Йәйләү" балалар ял итеү үҙәге 16 йыл эшләй. Маҡсаты — һәләтле уҡыусыларға өҫтәмә этнографик, тарихи, мәҙәни белем биреү һәм уларҙы һауыҡтырыу.


Бында балалар ырыуҙарға бүленә. Аралашыу тик башҡорт телендә булырға тейеш. Көн һайын йыр-бейеү, шәхестәргә арналған кисәләр, конкурстар, "Йәйләү һылыуы", "Йәйләү батыры" кеүек ярыштар сиратлап уҙғарыла. Башҡорт халыҡ ижадына арналған үҙенсәлекле саралар ҙа балаларға бик оҡшай, уларҙың һәләтен, зирәклеген асырға, үҫтерергә ярҙам итә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 769 тапҡыр // Тотош уҡырға
Хеҙмәт баҙары мәнфәғәтендә
Республиканың ике ҙур юғары уҡыу йорто — М. Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты менән Өфө дәүләт иҡтисад һәм сервис университеты — ғилми-методик һәм кадрҙар ресурсын берләштерергә һүҙ ҡуйышты. БДПУ-ның ректоры Раил Әсәҙуллиндың әйтеүенсә, был — заман талабы.


— Идея күптән тыуғайны, — ти ул. — Республиканың хеҙмәт баҙарына мониторинг уҡыу йорттарының белгестәр әҙерләү йәһәтенән берҙәм эшләмәүен күрһәтте. Күп осраҡта һөҙөмтәлелеккә түгел, ә конкуренцияға ынтылыш һиҙелде. Килеп тыуған хәл, әлбиттә, эш биреүселәр, власть структуралары тарафынан тәнҡитләнеүгә дусар булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 531 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҙған йыл республиканың мәғариф тармағы байтаҡ үҙгәреш кисерҙе. Шуларҙың иң мөһиме тип, әлбиттә, белем биреү тураһында яңы ҡануниәт булдырылыуын билдәләргә кәрәк. Уның талаптарына ярашлы эшмәкәрлектә ниндәй уңыштар һәм ауырлыҡтар бар? Ошо һәм башҡа һорауҙарға "Интерфакс" мәғлүмәт агентлығында республиканың мәғариф министры Әлфис Ғаязов яуап бирҙе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 584 тапҡыр // Тотош уҡырға
Берәүгә - "автомат", икенсегә - әрме
Ғинуар айы башланыу менән студент йылдары иҫкә төшә. Ҡаты һыуыҡтарҙағы ҡаты һынауҙар мәле... Тормошомдоң ошо еңел булмаған һәм күңелле йылдарын һағынып, йәшлегемде эҙләп, ҡалабыҙҙың бер нисә уҡыу йортон ҡыҙырып сыҡтым. Күңел, ирекһеҙҙән, ҡыҙҙар һынау тотҡан аудиторияларға, улар йәшәгән ергә алып китте....


Стәрлетамаҡтың күп профилле колледжында меңдән ашыу студент имтихан тапшыра. Кемдер китапҡа ҡапланған, икенселәр "автомат" ҡына ҡуйҙыра. Колледж директорының уҡыу-уҡытыу эштәре буйынса урынбаҫары Елена Ванина менән буласаҡ тәрбиәселәр һынау тотҡан аудиторияға йүнәләбеҙ.
— Бында III курс студенттары имтихан тапшыра, — тине Елена Сергеевна. — Һынауҙың йөкмәткеһе яңыса белем биреү стандарттарына ярашлы эшләнгән, ҡатмарлы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡағыҙҙа ғына ҡалмаһын ине
Башҡорт дәүләт университетының Сибай институтында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты менән берлектә мәғариф тураһында яңы ҡануниәт шарттарында туған телдәрҙе өйрәтеү мәсьәләләренә арналған төбәк-ара фәнни-ғәмәли конференция булды.


Сараға, сибайҙарҙан тыш, Баймаҡ, Әбйәлил, Белорет, Хәйбулла, Архангел райондарынан, Өфө, Стәрлетамаҡ ҡалаларынан ҡунаҡтар саҡырылғайны. Фекер алышыуҙа БДУ-ның Сибай институты директоры Зиннур Йәрмөхәмәтов, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайының башҡарма комитеты рәйесе, Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтай депутаты Румил Аҙнабаев, республика мәғариф министрының беренсе урынбаҫары Руслан Хәбибов һәм башҡалар ҡатнашты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 742 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тарихты ижад итәләрме?
Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә Ватан тарихы программа буйынса түгел, ә концепцияға ярашлы өйрәнелә башлаясаҡ. Рәсәйҙең мәғариф министры Дмитрий Ливановтың аңлатыуынса, яңы дәреслектәр яҙыу өсөн йыл ярым-ике йыл ваҡыт кәрәк. “Быға саҡлы ҡулланылған дәреслектәргә ни булған һуң?” тигән һорау тыуыуы тәбиғи.


Эш шунда: үҙгәртеп ҡороу осоронда һәм уның дауамы булған баҙар иҡтисады дәүерендә ил тарихында бик күп “аҡ тап” барлығы, Рәсәй йылъяҙмаһын нисек уңайлы, шулай боҙоп күрһәтеү, бер яҡлы аңлатма биреү күренештәренең бихисаплығы асыҡланды. Уларҙы танымай, етешһеҙлек һәм хаталарҙы төҙәтмәй тороп, үҫеп килеүсе быуынға тарихи белем биреүҙе объектив нигеҙгә ҡороп булмай ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 630 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һынатманы башҡорт һылыуы
Былтыр мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп профилле колледжына республика ҡалалары һәм райондары араһындағы бәйгелә еңеп сыҡҡан 60-лап педагог “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013” төбәк-ара конкурсына йыйылғайны. Биш көн барған көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе итеп бер тауыштан Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһынан Зөлфиә Баяҙғолова танылды.


Һәләтле педагог өсөн был төп ярыштың тәүге этабы ғына ине. Уға артабан Башҡортостан мәғарифының данын ил кимәлендә яҡлау бурысы ҡуйылды. Алдан уҡ шуны әйтеп китәйем: һынатманы Зөлфиә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 622 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышын ҡалҡҡан “Йәйғор”
Стәрлебаш районының Мәҡсүт ауылында балалар баҡсаһы асылыу шатлығын уртаҡлашырға барырға тип бер аҙна алдан әҙерләнеп йөрөһәм дә, көнө килеп еткәс, көтмәгәндә сыҡҡан буран ниәтте һүрелдерә яҙҙы.


Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына ҡарамай, шулай ҙа юлланырға булдым. Әлдә барғанмын, иҫ киткес ҡупшы баҡсаны үҙ күҙҙәрем менән күреү, унда тәрбиәләнгән сабыйҙарҙың ҡыуанысын тойоу күңелдә аңлатып бөтә алмаҫлыҡ шатлыҡ уятты, дәрт-дарман өҫтәне.
Балалар, баҡса коллективы һәм ата-әсәләрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте етәкселеге лә килде.
— Бындай күркәм балалар баҡсаһы асылыуы – бер ауылдың ғына түгел, ә тотош район халҡының да һөйөнөсө, сөнки ул киләсәктә күрше-тирә ауылдарҙың да кескәйҙәрен үҙенә һыйындырасаҡ. Баҡсала 85 балаға урын ҡаралған, өҫтәүенә 19 кеше эш урыны менән тәьмин ителде. Күркәм йортта сабыйҙарға рәхәтләнеп үҫергә, ә тәрбиәселәргә ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала, — тип белдерҙе тантанала хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфиянова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 571 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Рәмил Шәрипов, “Аптырағандың көнөнән”, 2013 йыл, 25 октябрь)

Белорет районының Баҡый ауылынан ошо автор тыуған ауылының үгәйһетелеүе, балаларҙың ике йөҙләп саҡрымдағы Белоретта ятып уҡыуы, уларын да Егәҙегә ҡәҙәр генә автобуста йөрөтөүҙәре, ә ҡалған 25 саҡрымлыҡ юлда һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә тейеш булыуы, йәнә бихисап мәсьәләләр хаҡында борсолоп яҙғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 535 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 35 36 37 38 39 40 41 42 43 44 Алға
Бит башына