Китап ҡулдан төшмәһен Бала саҡта гел генә: "Китап тотаһың да ултыраһың", – тип шелтәләйҙәр ине. Хәҙер заман бөтөнләй үҙгәрҙе, беҙ балаларҙы: "Телефоныңды бер минутҡа ла ҡулыңдан төшөрмәйһең", – тип әрләйбеҙ.
Китапҡа һөйөү беҙҙең булмышҡа бәлә-кәйҙән һалынған. Әҙәби әҫәрҙәр уҡып, ыңғай геройҙар кеүек булырға тырышыу, уларҙағы яҡшы сифаттарҙы үҙеңдә лә тәрбиәләргә ынтылыу беҙҙең өсөн иң мөһиме һаналды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1590 тапҡыр // Тотош уҡырға
Үҫештең яңы үрҙәрендә 2013 йыл илдең, республиканың мәғариф тармағы өсөн ифрат ҡатмарлы, үҙгәрешкә бай булды. Быны ғәҙәти күренеш тип баһаларға кәрәк, сөнки бер башланғыс та тиҙ арала "ергә ерегеп" китмәй, халыҡ та, элекке алымдарҙы шунда уҡ онотоп, сираттағыһын ҡуш ҡуллап ҡабул итмәй. Шулай ҙа төп үҙгәреш — мәғариф тураһындағы яңы закон — күп фекер алышыу, ҡыҙыу бәхәстәр аша, тимәк, дәүләт менән йәмғиәттең берҙәм хеҙмәт емеше булараҡ тыуғанғалыр, тармаҡтың тормошона һәүетемсә генә үтеп инеп, үҙ бурыстарын атҡара башланы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 623 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Васыятҡа тоғролоҡ һаҡлайбыҙмы?

Эпостағы аҡылды, киләсәк быуынға ҡалдырылған васыятты төйөрөмләп ҡуйһаҡ, иң элек, әлбиттә, йәшәү маҡсаты тураһындағыларына туҡталырға кәрәк. Әйтәйек, илде һөйөү, тыуған ереңде ҡурсалау һәм иң мөһиме — уны ташламау зарурлығы хаҡында фекер әҫәрҙең башынан аҙағынаса раҫлана килә. Мәҫәлән, Урал батыр, Йылан иленә юл алғас, менеп килгән арыҫланын хәүеф-хәтәрҙән һаҡлау өсөн ҡалдырып китә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 706 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәрбиә ҡанундары — “Урал батыр”ҙа Мәрйәм БУРАҠАЕВА, яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре, Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Уйым-уйым күлдәрҙә ни бар?

Урал күлде һура, ти,
Дейеүҙәр эскә тула, ти,
Берәм-берәм Уралдың
Йөрәк-бауырын телә, ти.

Кемдәр һуң улар — дейеүҙәр? Ни тиклем ғәйрәтле, ут сәсеп торған дошмандан, үкереп килгән үгеҙҙән еңелмәгән Урал батыр ни эшләп: "Аяғына баҫалмай, ҡабат яуын асалмай" йығыла?
Ком: 0 // Уҡынылар: 860 тапҡыр // Тотош уҡырға
Шиғырҙары уйландыра Мин Сафуан Әлибаевты хәҙерге Рәми Ғарипов исемендәге 1-се башҡорт республика мәктәп-интернатында уҡығандан алып яҡындан белә башланым. Элек шиғыр кисәләре гөрләп үтә торғайны. Үҙебеҙҙең мәктәптә лә һәр ваҡыт шағирҙар менән осраша инек. Ни өсөндөр ауыл хужалығы институтының тамаша залындағы кисәләргә лә уҡытыусыбыҙ беҙҙе ебәрә торғайны.
Ниндәй тере яҙыусы, шағирҙы күрәбеҙ, шуның китабын һатып алырға тырышабыҙ. Студент саҡта йырлаған йырҙарҙы иҫкә төшөрһәм, күптәре Сафуан Әлибаев һүҙҙәренә, Роберт Ғәзизов музыкаһына булған икән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 1006 тапҡыр // Тотош уҡырға
Тәрбиәҡанундары — “Урал батыр”ҙа Мәрйәм БУРАҠАЕВА,
яҙыусы, Рәсәй дөйөм белем биреү
мәктәптәренең почетлы хеҙмәткәре,
Салауат Юлаев ордены кавалеры.

Өлкәндәрҙең һүҙе — һәр саҡ өҫтә

Һулға китеү — Уралға,
Уңға китеү — Шүлгәнгә
Шыбағалы юл булған.
Шүлгән быға күнмәгән —
Мин уҙаман әле, тип,
Мин барамын һулға, тип,
Үҙенәһулды һайлаған,
Үҙ тигәнсә даулаған:
Ком: 0 // Уҡынылар: 846 тапҡыр // Тотош уҡырға
Улым Ильяс студент йылдарында Әлисә исемле матур башҡорт ҡыҙы менән дуҫлашты. Көндәрҙең береһендә ул һөйгәне менән беҙҙе лә таныштырҙы. Тураһын әйтәм: ҡыҙыҡай беҙгәәллә ни оҡшап бөтмәне. Үҙе йомарт, аҡыллы ла кеүек, әммә шаталағыраҡ күренде. Бер ҡараһаң, ун туғыҙ йәшлек ҡыҙ ни өсөн йәмрәйеп йөрөһөн инде. Улыбыҙҙы ла әллә ниндәй етди тип булмай, ҡайһы ваҡыт бигерәк малайҙар һымағыраҡ ҡылана.
Ком: 0 // Уҡынылар: 601 тапҡыр // Тотош уҡырға
ҺӘР ЗАМАНДА ЛА БУРЫСТАР БЕРҘӘЙ Әсәһәм Бала. Аллаһ Тәғәлә был ике төшөнсәне айырылғыһыҙ итеп яратҡан. Тик… бөгөнгө тормошҡа күҙһирпһәң, был йәндәр алыҫлаша барған һымаҡ шул. Әллә яңылышаммы икән? Шикле уйҙарымдың хата булыуына өмөтләнеп, хеҙмәттәшем менән әңгәмә ҡорҙом.
Гөлдәр Собханғолова менән бер бүлмәлә йәнәш ултырып, байтаҡ гәзит сығарырға тура килде. Хәҙер мәҡәләләре менән Стәрлетамаҡ театр-концерт берләшмәһе артистарын дәртләндерә ул. Шул бергә эшләгән саҡта йыш ҡына әлеге темаға ҡағылдыҡ.
Ком: 0 // Уҡынылар: 492 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һәр ваҡытта ла мәктәптең төп маҡсаты балаға белем өләшеү, шулай уҡ уны төрлө яҡлап үҫтереү, һәләттәрен асыҡлау булды. Уҡыусыға тәрбиә биреү ҙә – белем усағының мөһим бурыстарының береһе. Бөгөн, һәр яҡлап мөмкинлектәр артҡан, мәҙәнилек үҫешкән, шуның менән бергә тормош та ауырлашҡан, ҡатмарлашҡан осорҙа, баланы тәрбиәләүгә, уны шәхес булараҡ үҫтереүгә айырыуса баҫым яһарға кәрәк, тип иҫәпләйем.
Ком: 0 // Уҡынылар: 627 тапҡыр // Тотош уҡырға
Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов республикалағы радиоэлектрон кластерҙың Коллектив файҙаланыу үҙәге лабораторияһында булды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 494 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 40 41 42 43 44 45 46 47 48 49 Алға
Бит башына