Тарихты ижад итәләрме?
Яңы уҡыу йылынан мәктәптәрҙә Ватан тарихы программа буйынса түгел, ә концепцияға ярашлы өйрәнелә башлаясаҡ. Рәсәйҙең мәғариф министры Дмитрий Ливановтың аңлатыуынса, яңы дәреслектәр яҙыу өсөн йыл ярым-ике йыл ваҡыт кәрәк. “Быға саҡлы ҡулланылған дәреслектәргә ни булған һуң?” тигән һорау тыуыуы тәбиғи.


Эш шунда: үҙгәртеп ҡороу осоронда һәм уның дауамы булған баҙар иҡтисады дәүерендә ил тарихында бик күп “аҡ тап” барлығы, Рәсәй йылъяҙмаһын нисек уңайлы, шулай боҙоп күрһәтеү, бер яҡлы аңлатма биреү күренештәренең бихисаплығы асыҡланды. Уларҙы танымай, етешһеҙлек һәм хаталарҙы төҙәтмәй тороп, үҫеп килеүсе быуынға тарихи белем биреүҙе объектив нигеҙгә ҡороп булмай ине.
Ком: 0 // Уҡынылар: 786 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һынатманы башҡорт һылыуы
Былтыр мартта Стәрлетамаҡ ҡалаһының күп профилле колледжына республика ҡалалары һәм райондары араһындағы бәйгелә еңеп сыҡҡан 60-лап педагог “Башҡорт теле һәм әҙәбиәте йыл уҡытыусыһы-2013” төбәк-ара конкурсына йыйылғайны. Биш көн барған көсөргәнешле ярыш һөҙөмтәһе буйынса еңеүсе итеп бер тауыштан Стәрлетамаҡ ҡалаһының Ж. Кейекбаев исемендәге 3-сө гимназияһынан Зөлфиә Баяҙғолова танылды.


Һәләтле педагог өсөн был төп ярыштың тәүге этабы ғына ине. Уға артабан Башҡортостан мәғарифының данын ил кимәлендә яҡлау бурысы ҡуйылды. Алдан уҡ шуны әйтеп китәйем: һынатманы Зөлфиә!
Ком: 0 // Уҡынылар: 722 тапҡыр // Тотош уҡырға
Ҡышын ҡалҡҡан “Йәйғор”
Стәрлебаш районының Мәҡсүт ауылында балалар баҡсаһы асылыу шатлығын уртаҡлашырға барырға тип бер аҙна алдан әҙерләнеп йөрөһәм дә, көнө килеп еткәс, көтмәгәндә сыҡҡан буран ниәтте һүрелдерә яҙҙы.


Тәбиғәттең ҡырыҫ шарттарына ҡарамай, шулай ҙа юлланырға булдым. Әлдә барғанмын, иҫ киткес ҡупшы баҡсаны үҙ күҙҙәрем менән күреү, унда тәрбиәләнгән сабыйҙарҙың ҡыуанысын тойоу күңелдә аңлатып бөтә алмаҫлыҡ шатлыҡ уятты, дәрт-дарман өҫтәне.
Балалар, баҡса коллективы һәм ата-әсәләрҙең шатлығын уртаҡлашырға район хакимиәте етәкселеге лә килде.
— Бындай күркәм балалар баҡсаһы асылыуы – бер ауылдың ғына түгел, ә тотош район халҡының да һөйөнөсө, сөнки ул киләсәктә күрше-тирә ауылдарҙың да кескәйҙәрен үҙенә һыйындырасаҡ. Баҡсала 85 балаға урын ҡаралған, өҫтәүенә 19 кеше эш урыны менән тәьмин ителде. Күркәм йортта сабыйҙарға рәхәтләнеп үҫергә, ә тәрбиәселәргә ең һыҙғанып эшләргә генә ҡала, — тип белдерҙе тантанала хакимиәт башлығының социаль мәсьәләләр буйынса урынбаҫары Альбина Суфиянова.
Ком: 0 // Уҡынылар: 721 тапҡыр // Тотош уҡырға
(Рәмил Шәрипов, “Аптырағандың көнөнән”, 2013 йыл, 25 октябрь)

Белорет районының Баҡый ауылынан ошо автор тыуған ауылының үгәйһетелеүе, балаларҙың ике йөҙләп саҡрымдағы Белоретта ятып уҡыуы, уларын да Егәҙегә ҡәҙәр генә автобуста йөрөтөүҙәре, ә ҡалған 25 саҡрымлыҡ юлда һәр кем үҙ йүнен үҙе күрергә тейеш булыуы, йәнә бихисап мәсьәләләр хаҡында борсолоп яҙғайны.
Ком: 0 // Уҡынылар: 654 тапҡыр // Тотош уҡырға
Министр мәктәбен онотманы
Республикабыҙҙағы иң абруйлы, ҙур тарихлы мәктәптәрҙең береһе — Стәрлетамаҡ ҡалаһындағы В.И. Ленин исемендәге 2-се лицей-интернат ошо көндәрҙә 90 йыллыҡ байрамын билдәләй.


Мәктәп уҡыусылары менән хаҡлы ғорурлана, сөнки уларҙың һәр ҡайһыһы, тормошта үҙ урынын, һөнәрен табып, лайыҡлы ғүмер кисерә. Араларында күренекле яҙыусылар, шағирҙар, уҡытыусылар, табиптар, фән һәм дәүләт эшмәкәрҙәре бар.
Мәктәптең әлеге йәш эҙәрмәндәре элекке сығарылыш уҡыусыларының тормош юлын өйрәнеү буйынса күп эш башҡара. Һөҙөмтәлә был йәһәттән "Туған мәктәп" музейында ифрат бай мәғлүмәт тупланған, өлкән быуын вәкилдәренең рәхмәт хаттары, иҫтәлектәре һаҡлана. Шуларҙың береһе — бөйөк педагог, күренекле дәүләт эшмәкәре, оҙаҡ йылдар республикабыҙҙың мәғариф министры йөгөн уңышлы атҡарып, халҡыбыҙ мәнфәғәтендә бихисап эш башҡарған Фатима Мостафинаның "Беҙҙе Тыуған ил тәрбиәләне" исемле мәҡәләһе.
Ком: 0 // Уҡынылар: 581 тапҡыр // Тотош уҡырға
“Әсәгә рәхмәт”миҙалы бар беҙҙә!
Нефтекама өсөн былтырғы йыл күп йәһәттән иҫтәлекле булды. Мәҫәлән, ҡала тыуым буйынса республикала тәүгеләр рәтенә инде.


Мәктәпкәсә белем биреү учреждениеларын сафҡа индереү ҙә ыңғай темпта бара: “Башҡортостан Республикаһының мәктәпкәсә белем биреү системаһын үҫтереү” маҡсатлы программаһына ярашлы, былтыр заманса өс яңы балалар баҡсаһы асылды, тағы ла береһе төҙөкләндерелде. Ошо көндәрҙә иһә нефтекамалар йәнә ҙур шатлыҡ кисерҙе: 280 урынға иҫәпләнгән яңы учреждение эш башланы. Оҙаҡламай тағы ике балалар баҡсаһы сабыйҙарҙың шат тауышына күмеләсәк. Береһенә насар күргән кескәйҙәрҙе лә ҡабул итергә ниәтләйҙәр. Улар менән махсус әҙерлек үткән тәрбиәселәр шөғөлләнәсәк. Ә яҡын киләсәктә ҡаланың мәктәпкәсә йәштәге балалар учреждениеларының береһендә аутизм сиренән яфаланған бәләкәстәр өсөн “Өмөт” исемле махсус төркөм асылыуы көтөлә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 591 тапҡыр // Тотош уҡырға
Илгизәр Ғиззәтуллиндың "Ҡанатлы һүҙҙәр" китабын ҡулға алғас, татар теленең тәрән мәғәнәле, матур яңғырашлы һүҙҙәргә ни тиклем бай булыуына тағы бер тапҡыр инанаһың. Уның телде үҫтереүгә, бөгөнгө быуын уҡыусыһына еткереүгә һалған хеҙмәте был китап менән генә сикләнмәй әле. VIII класс өсөн татар теле дәреслектәре, республика матбуғатында баҫылған бик күп мәҡәләләре авторҙың күңел емештәре булып уҡыусыларға барып етә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 636 тапҡыр // Тотош уҡырға
Милләт ышанысын аҡлау юлындаЙәшлек — йүгәнһеҙ ат. Баш бирергә теләмәйенсә, иркенлектә елдәй елер, тауҙар аҡтарыр дәрт-дарман менән тормош ағышын үҙе теләгәнсә бороп ебәрер мәл. Ғүмерҙең ошо гүзәл, ҡабатланмаҫ осоронда, күңел бизмәненә яҡшылыҡ, изгелек өҫтәп, йәшәүгә дөрөҫ йүнәлеш биреү зарур.
Ком: 0 // Уҡынылар: 2285 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 ... 41 42 43 44 45 46 47 48 49 50 Алға
Бит башына