“Иртән ҡояш сығып йылытты ла төштән һуң әллә ҡайҙа юғалды, һалҡынайтты. Ҡыш, гүйә, “тиҙҙән киләм, баҡсаңдан уңыш йыйып ал” тип әйтә. Был көн йылы булһа, ҡыш һалҡын булмаҫ, ә инде һыуыҡ булһа, йылы кейемдәреңде әҙерләй һал!” Өфө районы Булгаков ауылындағы “Ете тажлы сәскә” балалар баҡсаһында тәрбиәләнеүселәр ойошторған Дуҫлыҡ байрамы ошондай һынамыштар менән башланып китте.
Ком: 0 // Уҡынылар: 108 тапҡыр // Тотош уҡырға
Йәш балта оҫталары, тегенселәр, ашнаҡсылар...Һуңғы ваҡытта эшсе һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныуҙың артыуы күҙәтелә. Был хаҡта ил һәм республика етәкселеге тарафынан маҡсатҡа ярашлы байтаҡ эш башҡарылды, бигерәк тә мәктәп уҡыусылары араһында ошондай һөнәрҙәргә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уларҙың кәрәкле булыуы, хеҙмәт баҙарында ҙур ихтыяж менән файҙаланыуы хаҡында дөрөҫ мәғлүмәт еткереү бурысы ҡуйылды.
Ком: 0 // Уҡынылар: 117 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуаль белем биреү? Дуаль белем биреү! Республика Башлығы бишенсе саҡырылыш Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайға Мөрәжәғәтнамәһендә дуаль белем биреү сифатын күтәреү зарурлығын билдәләне. “Төплө уйланылған һөнәри йүнәлеш биреүҙең бөтә уҡыу йорттары өсөн төп темаға әүерелеүе, уҡыусыларҙы һөнәрҙәр, предприятиелар менән виртуаль һәм реаль таныштырыуҙың ҡыҙыҡлы ойошторолоуы мөһим. Тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, эш биреүселәр берекмәләре, эшҡыуарлыҡ ошо эшкә ҡушылырға тейеш. Дуаль белем биреү сифатын күтәрергә кәрәк. Шул саҡта уҡыу йорттарын тамамлаған студенттар яҡшы технологик әҙерлекле таныш етештереү майҙансыҡтарына киләсәк”, – тине Рөстәм Хәмитов сығышында.
Ком: 0 // Уҡынылар: 166 тапҡыр // Тотош уҡырға
Балалар илһөйәр булһын тиһәң...Ватансылыҡ — Тыуған илгә, ергә, уның халҡына, теленә, диненә, тарих һәм мәҙәниәтенә ҡарата һөйөү. Тыуған илгә мөхәббәт хисе һәм Тыуған ил үҙе — юғары ҡиммәттәр, кеше өсөн иң изге, ҡәҙерле төшөнсәләр. Йәш быуында тотороҡло патриотик, юғары рухи-әхлаҡи сифаттар, ысын граждан итеп тәрбиәләү — беҙҙең төп бурыс. Солтанбәк урта мәктәбендә был йәһәттән бай тәжрибә тупланған.
Ком: 0 // Уҡынылар: 151 тапҡыр // Тотош уҡырға
Сәлимә менән ҒәлимәБер ғаиләлә Сәлимә менән Ғәлимә исемле игеҙ ҡыҙҙар үҫә. Уларҙың татыулығы ғәҙәттәге игеҙҙәр кеүек кенә булмай, бер-береһенән аҙ ғына башҡа торһалар ҙа, шунда уҡ һағыныша башлайҙар, береһенә ҡатыраҡ һүҙ әйтеүсе булһа, икенсеһе, ни өсөн беҙҙе рәнйетәһең, тип икеһе өсөн дә яуап талап итә. Бер ваҡытта ла мин тип кенә һөйләмәйҙәр, һәр саҡ, беҙ, тиҙәр.
Буй еткергәс, икеһе лә бер юлы тигәндәй ғашиҡ була һәм, оҙаҡҡа һуҙмай туйҙар үткәреп, ғаилә ҡороп та ебәрәләр.
Ком: 0 // Уҡынылар: 173 тапҡыр // Тотош уҡырға
Дуаль белем биреү. Бармы ул беҙҙә?— Уйланылған һөнәри йүнәлештең бөтә уҡыу йорттары өсөн төп темаға әүерелеүе, уҡыусылар өсөн һөнәрҙәр, предприятиелар менән виртуаль һәм реаль танышыуҙың ҡыҙыҡлы ойошторолоуы мөһим, — тине Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы — Ҡоролтайға һәр йылғы Мөрәжәғәтнамә менән сығыш яһағанда Рөстәм Хәмитов. — Был эшкә тармаҡ министрлыҡтары һәм ведомстволары, эш биреүселәр берекмәләре, эшҡыуарлыҡ ҡушылырға тейеш.
Ком: 0 // Уҡынылар: 217 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һүҙ тәьҫиреБергә эшләгән бик һөйкөмлө, матур, ипле, аҡыллы Нәзифә исемле бер ҡатын, үҙ эсенә бикләнеп, ауырыуға һабышҡан кеше кеүек өндәшмәҫкә әйләнде лә ҡуйҙы. Тулы, йомро ғына кәүҙәһе шиңгәндән-шиңә барҙы. Эс серен белергә теләйем, ҡайғыһы булһа, уртаҡлашайым, ярҙам кәрәк булһа, ҡулдан килгән тиклем ярҙам итәйем тигән ниәт менән һүҙ башлап ҡарайым. Юҡ, өндәшмәй — эстән һыҙа. Бер көн эштән ҡайтырға бергә сыҡтыҡ. Нәзифә автобус ишегенән инде лә мөйөшкә генә һыйынып баҫты.
Ком: 0 // Уҡынылар: 189 тапҡыр // Тотош уҡырға
Өфө ҡалаһының 170-се балалар баҡсаһында эшләгән өлкән тәрбиәсе Эльвера Ғәзизова һәр кемгә ихлас өндәшеүе, балаларға иғтибарлы, ихтирамлы булыуы менән үҙенә ылыҡтырып тора. Берәй мәсьәлә булһынмы, кәңәш кәрәккәндә лә ул һәр саҡ ярҙамға килә.
Ком: 0 // Уҡынылар: 180 тапҡыр // Тотош уҡырға
Уҡытыусы. Етәксе. Йәмәғәт эшмәкәреРәшит Иҙрисов йәмле Ейәнсура районының бәләкәй генә йылға буйына һыйынып ултырған, көнбайыштан тау теҙмәләре уратып алған Ҡарабәрҙе ауылында тыуып үҫә. Уларға, 32-се йылғыларға, тормоштоң әсе һурпаһын йәштән күп һемерергә тура килә. Беренсенән, коллектив хужалыҡтар яңы ғына тергеҙелә башлай, өҫтәүенә шомло золом йылдары халыҡ күңеленә хәүеф һала. Әйткәндәй, 1918 – 1921 йылдарҙа Әхмәтзәки Вәлиди ғәскәрендә хеҙмәт иткән Ғәлиулла Ҡужәхмәт улынан, Рәшиттең атаһынан, “халыҡ дошманы” яһайҙар, ун йылға хөкөм итәләр. Шул китеүҙән уға тыуған яҡтарына әйләнеп ҡайтырға насип булмай. Туғандары һуңынан ғына уның 1943 йылда вафат булыуы тураһында ишетә. Әсәләре Шаһиҙә инәй итәк тулы балалар – береһенән-береһе бәләкәй Фәрит, Фәтих, Рәшит, Нәҡиә һәм Зөлфиә менән яңғыҙы тороп ҡала. Икенсенән, Рәшит туғыҙынсы йәше менән барғанда, Ватаныбыҙға фашист Германияһы баҫып инә...
Ком: 0 // Уҡынылар: 158 тапҡыр // Тотош уҡырға
Һөнәрҙе дөрөҫ һайларға нимә ҡамасаулай?Искәндәр мәктәптә уртасанан саҡ ҡына түбәнерәк уҡыны, шулай уҡ ҡойроҡта ла һөйрәлмәне. Бүтән предметтарҙан айырмалы, физкультура дәресенә бик теләп йөрөнө. Йыш ҡына мәктәпкә спорт кейемендә килгәс, хатта ҡайһы берәүҙәр уны уҡытыусы тип тә уйлай торғайны. Оҙон буйлы, мыҡты кәүҙәле, ҡалын тауыш... Класс етәксеһе үҫмерҙең хәрби училищеға барыуын теләне, физрук иһә: “Минең ише уҡытыусы бул”, – тине. Уның ҡарауы, мәғариф системаһында эшләгән әсәһенең күрһәтмәһе буйынса егет табип һөнәрен һайларға ҡарар итте. “Ғаиләлә бер врач булырға тейеш тә инде”, – тип хужабикә һеңдергәнсе әйткәс, “техник вузға барһа, нисегерәк булыр...” тип икеләнгән атаһы ла уйынан кире ҡайтты. Ҡыҫҡаһы, кәләшенә ҡаршы торорға көс тапманы.
Ком: 0 // Уҡынылар: 174 тапҡыр // Тотош уҡырға
Артҡа 1 2 3 4 5 6 7 8 9 10 ... 47 Алға
Бит башына