Главная > Белем һәм тәрбиә > Йәшәргә лә әле йәшәргә...

Йәшәргә лә әле йәшәргә...


3-07-2018, 00:05. Разместил: adminka
Йәшәргә лә әле йәшәргә...Иглин ҡасабаһының яңы биҫтәләренең береһендә урынлашҡан ике ҡатлы йорт алдына килеп туҡтаныҡ. Әллә ни ҙур булмаған ихатала бөхтәлек, һәр әйбер үҙ урынында. Баҡсала тигеҙ генә теҙелгән түтәлдәр, емеш ағастары ла күренә. Ҡаршыбыҙға уртаса буйлы, ҡалын ҡара сәсле, һылыу ҡатын килеп сыҡты, ихласлыҡ менән йортҡа әйҙәне. Үҙенсәлекле лә, ҡатмарлы ла яҙмышы хаҡында хәбәрҙар булып, беҙ эҙләп килгән Гөлнара Эшманова менән шулай таныштыҡ.


Уның әсәһе Гөлдәр Үзбәкова, Хәйбулла районында тыуып үҫкән милләттәшебеҙ, үткән быуаттың 70-се йылдарында ҡаты сирләп китеп, табиптар ҡушыуы буйынса йылы яҡҡа, Үзбәкстанға күсеп киткән. Ябай ауыл ҡыҙына сит-ят ерҙә еңел булмаһа ла, яңы урынға ерегеп, тормош ҡороп ебәрә алған ул. Үзбәк егете Аман Эшмановты осратып, ғаилә ҡорғандар, өс балаға ғүмер биргәндәр. Әммә 90-сы йылдарҙа илдә сәйәси-ижтимағи үҙгәрештәр башланғас, ҡатын, балаларын алып, кире Башҡортостанға әйләнеп ҡайтырға мәжбүр булған.
– Бүребайға күскәндә миңә 14 йәш ине, – тип хәтерләй Гөлнара. – Олатайымдан ҡалған йортта йәшәй башланыҡ. Мәктәптән һуң Өфөлә колледжда белем алдым. Хәйбуллаға ҡайтып хеҙмәт юлын башланым. Ошонда уҡ буласаҡ тормош иптәшем Шамил Мортазалиев менән та­ныштыҡ. Ул алыҫ Дағстандан килеп, бында төҙөлөштә эшләй ине. Оҫта ҡуллы, уңған булыуын ауыл­даштарҙан ишетеп белһәм дә, ғәҙел булыуы, һәр ғәмәлдә тәртип яратыуы менән дә әсир итте.
Бына ошолай Гөлнара менән Шамил Буребай ауылында нигеҙ ҡороп, матур ғына йәшәп китә. Гөлдәр апай ҙа улар менән бергә, эргәлә генә апаһы Айгөл ҙур ғаиләһе менән көн итә. Мортазалиевтарҙың бер-бер артлы өс балаһы донъяға килә. Айгөлдөң дә ғаиләһе ишәйә – ул биш балаға ғүмер бирә...
Гөлнара менән Шамил өлкән ҡыҙҙары Лоланың һүрәт төшөрөү һәләте барлығын тойғас, уны Өфөгә, Ҡасим Дәүләткилдеев исемендәге республика һынлы сәнғәт гимназияһына ебәрергә ҡарар итә. Был хәл, ғөмүмән, тотош ғаиләнең пландарын да үҙгәртеп ебәрер тип кем уйлаған? Хәйбулла районының баш ҡаланан ни тиклем йыраҡ икәнлеген әйтеп тораһы түгел – Лола ата-әсәһе янына йыш ҡайтып йөрөй алмай, һағына... Гөлнара менән Шамил да уйлана: бер ни тиклем ваҡыттан һуң улдары ла үҫеп, уҡырға барам тиер, тыуған ояһын ташлап сығып китер.
“Әллә Өфөгә яҡыныраҡ районға күсәйекме?” – ошо фекер тәүҙә тормошҡа ашмаҫ хыялдай тойолһа ла, тәүәккәлләй Мортазалиевтар. Иң тәүҙә Иглин ауылында һигеҙ сутый самаһы ер участкаһы һатып алалар. Күп тә тормай ғаилә башлығы Шамил, эшен ҡалдырып, ғаиләне күсереп алып килерлек ваҡытлы торлаҡ төҙөр өсөн Иглинға сығып китә... Ҡыҫҡаһы, 2013 йылда Мортазалиевтар өс балаһы менән өр-яңы тормош башлай. Һис кенә лә еңел булмай ҡола яланда йәшәйеште хәстәрләп, шарттар булдырып, яңы оя ҡороп алып китеү. Гөлнараның туғандары әүҙем булып сыға, даими ярҙам күрһәтеп торалар. Әммә алда ниндәй ҡатмарлы һынауҙар көткәнен белмәгән икән әле был татыу ғаилә...
Ошо уҡ йылды көтмәгәндә Гөлнараның апаһы Айгөл, биш балаһын етем ҡалдырып, яҡты донъя­ны ташлап китә. Шулай итеп, ҡанаттары ла нығынмаған үҫмерҙәр оло ҡайғы менән яңғыҙ ҡала. Ул ғына түгел, туғандары уларҙың артабанғы яҙмышын хәл иткәнсе, документтар юллағансы, балаларҙы приютҡа алып китәләр. Гөлнара иһә ныҡлы ҡарарға килә һәм уның дөрөҫлөгөнә бер минутҡа ла шикләнмәй: һәр береһен донъяға тыуғандан алып белгән, апаһының күрше генә үҫкән ғәзиз биш балаһын урамда ҡалдырмаясаҡ, үҙенә аласаҡ. Иң мөһиме – Шамилы ла ҡаршы түгел. Хәйер, Гөлнара уның оло йөрәкле, ғәҙел кеше икәнлегенә шикләнмәй ҙә.
Балаларҙың документтарын әҙерләү өсөн судтарҙың, төрлө инстанцияларҙың тупһаларын тапау, күпме аҡса һәм көс сарыф итеү тураһында яҙыр өсөн айырым бер мәҡәлә кәрәк. Иглин менән Хәйбулла араһындағы юлды Гөлнара тиҫтәләрсә тапҡыр үткән, әммә мораҙына ирешкән: бына биш йыл апаһының балалары – уның янында үҙенең өс балаһы ла үҫеп килә. Ҙур ғаилә булып, уртаҡ шатлыҡтарҙы бүлешеп, ауырлыҡтарҙы бергә күтәреп йәшәйҙәр. Һикһәнен тултырған Гөлдәр апай ҙа Гөлнара ҡыҙының ғаиләһендә йәшәй. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ул ҡаты сирләй, түшәктә ята. Әммә ҡыҙы, ейәндәре уны ҡәҙерләп, яҡшы ҡарай, шуға ла күңеле тыныс.
– Дөрөҫөн генә әйткәндә, күрше булып йәшәү менән бер ғаиләгә әүерелеү – икеһе ике төшөнсә. Айгөл апайымдың балаларын сабый саҡтан яҡшы белһәм дә, бер йортта көн итә башлағас, ауыр саҡтар ҙа булманы түгел. Һәр эштә сабырлыҡ кәрәк... Яйлап ҡына уларҙың тормошон рәткә индереп барабыҙ. Уҡыуҙары рәтләнде, спорт секцияларында шөғөлләнәләр, хеҙмәткә һөйөү тәрбиәләйбеҙ, – ти Гөлнара опекаға алған балаләр тураһында.
Шамил Яхъя улы хаҡында бер кәлимә һүҙ. Беҙ ғаилә менән танышырға килгәндә ул өйҙә юҡ ине. Әммә һөйләшеүҙән, Гөлнараны һәм балаларҙы тыңлағандан һуң, яҡындары араһында абруйы иҫ киткес ҙур булыуын, уның менән бер кемдең дә бер ҡасан да бәхәс­ләшмәүен, ҡаршы һөйләшмәүен аңланыҡ. Ғаилә башлығының төп талабы – тәртип, тырышлыҡ, үҙ-ара хөрмәт. Унан тыш, Шамил Яхъя улы – ғаиләлә берҙән-бер аҡса табыусы ла.
Ә хәҙер был ғаиләнең балалары менән яҡынданыраҡ таныштырып үтәйек. Мортазалиевтарҙың оло ҡыҙы Лола әлеге ваҡытта һынлы сәнғәт гимназияһын тамамлап, юғары уҡыу йортона инергә әҙерләнә. Ул ифрат матур итеп һүрәт төшөрә, бейей, тик яҡшы билдәләргә генә уҡый. Уртансы улдары Арсенға – 12 йәш, бишенсе класты тамамлаған. Бокс менән етди шөғөлләнә, район, республика кимә­лендәге бәйгеләрҙә әүҙем ҡатнаша. Бәләкәстәре Анзорға – 6 йәш, балалар баҡсаһына йөрөй.
Тәрбиәгә алған балаларҙың иң өлкәне – Камилла. Уға – 21 йәш, Башҡорт дәүләт медицина университетына уҡырға ингән, әле дауалау факультетының икенсе курсын тамамлаған. Бала саҡтан дуҫлашып йөрөгән һөйгәне менән ғаилә ҡорорға ниәтләйҙәр: әлеге ваҡытта Хәйбулла егете Айгиз менән никах уҡытҡандар.
– Ул – ипле, итәғәтле егет, беҙҙең ғаиләне яҡын күрә, шатлығын-көйөнөстәрен дә бергә уртаҡлаша. Минең һеңле-ҡустыларым өсөн яуап­лы икәнлегемде аңлай, һәр яҡлап ярҙам итергә тырыша. Әлбиттә, иң тәүҙә беҙҙең атай урынына ҡалған яҡын кешебеҙ – Шамил Яхъя улының фатихаһын алыу кәрәк ине. Ул да Айгизде яҡшы ҡабул итте, – тип ихласлығы менән арбаны беҙҙе Камилла.
Уның ҡустыһы Сөләймәнгә – 16 йәш, IX класты тамамлаған. Евгенияға – 13, Артемға – 12, Антонға 11 йәш. Балалар урындағы мәктәптә белем ала, төрлө спорт секцияларына, түңәрәктәргә, бассейнға йөрөй.
Ҡыҫҡаһы, Гөлнараның көндәлек эшмәкәрлеге – балаларҙың тамағын, өҫтөн, мәшғүллеген хәстәрләү, донъяның бөтмәҫ-төкәнмәҫ мәшәҡәттәрен теүәлләү, йортта татыу, йылы мөхит булдырыу. Шигем юҡ – барыһының да берҙәм, үҙ-ара яҡшы мөнәсәбәттә булыуы әллә ҡайҙан уҡ күҙгә ташланып тора.
Ғаилә күптән түгел ваҡытлыса торлаҡ янында ике ҡатлы иркен йорт һалып сыҡҡан. Унда барыһына ла урын етә, сирләгән өләсәй өсөн дә айырым, тыныс мөйөш бар. Йорттағы барлыҡ йыһаздарҙы ғаилә башлығы үҙ ҡулдары менән эшләгән, быйыл ҙур йәйге террасаны ла төҙөп бөтмәксе.
Ошо урында мәҡәләне тамамлап та булыр ине... Әммә яҙмабыҙҙың һеҙҙең иғтибарығыҙҙы айырыуса талап иткән өлөшө бар. Әйтәләр бит: бәлә ағас башынан түгел, кеше башынан йөрөй, тип. Уның бер үҙе генә йөрөмәүе лә билдәле... Ҡыҫҡаһы, Айгөл вафат булып, уның балаларының яҙмышы хәл ителгән осорҙа Гөлнараның һаулығына бәйле насар яңылыҡ мәғлүм булған. Бөгөн ошо алсаҡ, уңған, булдыҡлы һигеҙ бала әсәһенең һаулығына үлемесле ҡурҡыныс янай. Ҡасандыр бала сағында Урта Азиялағы дауаханала шәфҡәт туташы индергән насар инфекция ҡатындың организмын ҡаҡшата, йыл һайын сәләмәтлеген нығытыу курсы үтеп тормаһа, уның ғүмере ҡыл өҫтөндә ҡаласағы мәғлүм... Был сирҙән дауа юҡ – даими ошондай курстар үтеп, сәләмәт тормош рәүеше алып барып, диета тотоп ҡына ғүмерҙе оҙайтып була. Тағы бер юл бар: сирлеһе урынына донорҙан һау ағза күсереп ултыртыу, әммә бының өсөн сират бик ҙур, уны йылдар буйына көтөргә мөмкин... Ә сир көтмәй ҙә, туҡтамай ҙа... Ҡыҫҡаһы, йыл һайын Гөлнара Эшманова Новосибирск ҡалаһындағы махсуслаштырылған клиникаға барып, дауаланыу курсы үтеп ҡайта. Был ҡатынға артабан йәшәргә-көрәшергә мөмкинлек бирә. Курстың хаҡы – уртаса 300 мең һум самаһы, был иҫәпкә юл, туҡланыу сығымдары инмәй. Сығымдарҙың ғаилә өсөн ниндәй ҙур икәнлеген әйтеп тораһы түгел: балалар үҫә тора, уларҙы ашатырға, кейендерергә, уҡыуын хәстәрләргә кәрәк... Ҡыҫҡаһы, битараф булмаған милләттәштәребеҙгә мөрәжәғәт итәбеҙ: әгәр ҙә ошо ғаиләгә, Гөлнара Эшмановаға ярҙам итерлек мөмкинлегегеҙ булһа, зинһар, битараф ҡалмағыҙ! Һеҙҙең өсөн банк реквизиттарын яҙабыҙ: Һаҡлыҡ банкы картаһы – 4276060068893307, 8 927 086 01 55 телефон номерына бәйләнгән.
...Кешелекте миһырбанлыҡ, үҙ-ара теләктәшлек, изгелек йәшәтә – һигеҙ бала әсәһенең яҙмышынан ситтә ҡалмайыҡ, дуҫтар!
Вернуться назад