Экостан – өләсәй һәм ейәндәр иле08.11.2018
Башҡортостан дәүләт тәбиғәт ҡурсаулығы Бөрйән районының “Ағинәйҙәр” ойошмаһы менән берлектә “Көмөш сылбыр” экостаны программаһын тормошҡа ашыра башланы.

Тәбиғәт ҡосағында өс көн ейәндәр менән ял итеү, уларға тыуған яҡ тәбиғәтенең матурлығын күрһәтеү, милли аш-һыу әҙерләү, уҡ атыу, башҡорт әкиәт һәм легендаларын һөйләү – былар программала ҡаралған сараларҙың бер өлөшө генә. Тәүге экостан быйыл йәй үткән, унда 14 өләсәй һәм 15 ейән-ейәнсәр ҡатнашҡан. Ошо көндәрҙә икенсегә уҙған сарала күрше Мәләүез районынан килеүселәр ҙә булған.

Ҡурсаулыҡ хеҙмәткәрҙәре матур башланғысты хуплай, уны артабан да үҫтерергә ниәтләй.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика