Башҡорт телен яҡшы белгән өсөн – фитнес-беләҙек11.01.2019
9-11 ғинуарҙа Өфөлә башҡорт теле һәм әҙәбиәте буйынса төбәк-ара олимпиада үтте. Рәми Ғарипов исемендәге 1-се Республика башҡорт гимназия-интернатында өс көн дауам иткән сара ысын мәғәнәһендә рух һәм туған тел байрамына әйләнде. Еңеүселәр башҡорт мәктәптәрендә белем алған, башҡорт телен дәүләт йәки туған тел булараҡ өйрәнгән уҡыусылар араһында айырым билдәләнде.

– Башҡа йылдар менән сағыштырғанда быйыл олимпиадала ҡатнашыусылар күберәк булды, быны ҡыуаныслы күренеш булараҡ билдәләп үтер инем, – тине респубиканың мәғариф министры урынбаҫары Әлфиә Ғәлиева.


Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты еңеү яулаған уҡыусыларҙы маҡтау грамоталары һәм фитнес өсөн беләҙектәр менән бүләкләне.

– Телһөйәр ҙә булығыҙ, сәләмәт тормош та алып барығыҙ. Бөгөн милләтебеҙгә тап шундай йәштәр кәрәк, – тип белдерҙе комитет рәйесе Данир Ғәйнуллин тәбрикләү телмәрендә.






Вернуться назад

Яндекс.Метрика