Сентябрҙә мәктәп буласаҡ15.01.2019

Балалар бер ҡыйыҡ аҫтында йыйыласаҡ.

Башҡортостан Республикаһының 100 йыллыҡ юбилейы уңайынан төбәктәрҙә төрлө объекттар төҙөлә. Исемлектә белем биреү усаҡтары ла бар. Мәҫәлән, Балтас районының Штәнде ауылында ла шундай ике ҡатлы бина һалына башланы. Унда мәктәп тә, балалар баҡсаһы ла урынлашасаҡ.

– Бөгөн нимә менән мәшғүл булыуыбыҙҙы бер һеҙ генә һо­раш­майһығыҙ, – ти “Геострой” яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте мастеры Феликс Солтанов. – Баҙҙағы эштәрҙе өлөшләтә бө­төүгә стеналарҙы күтәреүгә то­тон­доҡ. Һәр кем үҙенең бурысы­на яуаплы ҡарағас, ҡытыр­шы­лыҡ­тарға һәм аңлашылмау­сан­лыҡтарға юл ҡуйылмай. Хәйер, хеҙ­мәткәрҙәр үҙенә йөкмәтелгән бурысты тамамлауға сират­та­ғы­һын ала. Шуның нигеҙендә эш ха­ҡы ала. Дәртләндереү бул­дырғас, һәр береһе тырыша. Көн үтһә, шул еткән, тиеүселәр арабыҙҙа юҡ.

Әңгәмәсем билдәләүенсә, эш­селәргә ҡытлыҡ юҡ. Штән­де­ләге төҙөлөштә оҫталарҙың күбеһе ошо Балтас районынан, бынан тыш ситтән дә килеп тир тү­геү­се­ләр бар. Мәктәп быйыл 1 сен­тябргә асыласаҡ тип күҙаллана.

Төҙөлөш тәңгәлендә ойош­ма­ның тәжрибәһе ҙур. Быға хәтлем уңғандар республи­кабыҙ ҡала­лары һәм райондарында бихисап белем усаҡтары ҡалҡытҡан.

Феликс Фәнил улының һүҙ­ҙәренә ҡарағанда, объект­тарҙы өлөшләтә төҙөү уларға хас түгел, нигеҙ ҡороуҙан алып асҡысты хужаһының ҡулына тапшырыуҙы хуп күрәләр.

Һүҙ ебе төҙөлөш материалдарын ҡайҙан алыуға барып төртөлгәс, бына нимә тине ул:
– Беҙҙең өсөн һайлау мөм­кин­леге бик ҙур. Кирбес тиһең­ме, цемент булһынмы, туп-ту­лы. Әлеге лә баяғы, ҡайҙа сифатлы тауар, шунан һатып алыр­ға тыры­шабыҙ. Мәҫәлән, тимер-бетон әйберҙәрен Дүрт­өйлө ҡалаһынан барып алдыҡ, йыраҡ та түгел, хаҡтары ла тешләшмәй.

Әле Штәнде урта мәктәбендә 116 ҡыҙ һәм малай белем ала. Әрҙәгеш, Маты, Мәнәгәҙ һәм Туш­ҡыр ауылы балаларын ике автобус йөрөтә. Штәнде мәктә­бе ди­ректорының уҡытыу-тәр­биә эш­тәре буйынса урын­баҫары Резеда Исламғәлиева билдә­ләүенсә, яңы мәктәпте барыһы ла түҙемһеҙ­ләнеп көтә, ул һәр бала һәм уҡытыусы өсөн ҙур бүләк буласаҡ.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика