Әкиәт иленә ҡунаҡҡа килегеҙ!23.01.2019
"Әсәй, әкиәт һөйлә әле! Атай, әкиәт уҡыйыҡ!" Бөтәгеҙгә лә таныштыр ошондай һүҙҙәр. Эйе, һәр кем бала сағында әкиәт тыңлап үҫә. Ул беҙҙе тәрбиәләй, яҡшынан насарлыҡты айырырға өйрәтә.

25 ғинуарҙа Ҡариҙел халҡына ауылдағы Балалар һәм үҫмерҙәр ижады үҙәге "Әкиәттә ҡунаҡта" тигән ғаилә байрамы үткәрә. Ойоштороусылар әйтеүенсә, тамаша ҡыҙыҡ һәм мауыҡтырғыс булмаҡсы. Сәнғәт әһелдәре, урындағы һәүәҫкәр артистар атайҙар, әсәйҙәр һәм балаларҙы серле әкиәт иленә әйҙәп, оҫталыҡ дәрестәре күрһәтәсәк.

Байрам 15.30 сәғәттә башлана.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика