Кем “Бөтәһенән дә яҡшыраҡ”?11.02.2019
Балаларҙа ҡыйыулыҡты, уҙаллылыҡты нисек тәрбиәләргә? Илеш районының мәктәпкәсә белем биреү учреждениелары хеҙмәткәрҙәре уның уңайлы, отошло ысулына төрлө конкурс һәм фестивалдәр үткәреүҙә күрә.

Яңы таланттар асыу, балаларҙың һәләттәрен үҫтереү маҡсатында “Балалар ижады үҙәгендә” үткәрелгән “Бөтәһенән дә яҡшыраҡ” конкурсы өмөттәрҙе аҡланы. Үрге Йәркәй, Түбәнге Йәркәй, Түбәнге Сереккул ауылдары сабыйҙары тәрбиәләнгән 3-сө һәм 6-сы балалар баҡсаһы, Андреевка, Йөннө, Дөмәй, Үрмәт, Иштирәк һәм Рысай ауылдарының 2-се мәктәпкәсә йәштәге төркөмдәренә йөрөүселәр барыһынан да яҡшыраҡ, барыһынан да һәләтлерәк булып сыҡты.

Кескәйҙәрҙең барыһы ла иҫтәлекле приздар, “Бөтәһенән дә яҡшыраҡ” миҙалдарына лайыҡ булды.




Вернуться назад

Яндекс.Метрика