Сәскәйҙәрең толом-толом...06.03.2019
Яҙҙың тәүге байрамы алдынан Сибай гимназия-интернатында “Сәскәйҙәрең толом-толом” тип аталған матурлыҡ бәйгеһе үтте.

Башҡорт ҡатын-ҡыҙҙары элек-электән оҙон һәм ҡалын толомло булыуы менән айырылып торған. Сәс гүзәл зат өсөн матурлыҡ ҡына түгел, байлыҡ тип тә һаналған. Халҡыбыҙҙың ошоға бәйле төрлө ырым-юрауҙары, һынамыштары, әйтем-мәҡәлдәре бар, әллә күпме йырҙар сығарылған. Ярышҡа сыҡҡан Сибай ҡыҙҙарының да толомдарына һоҡланып туймаҫлыҡ!

Белем усағының иң сибәр ҡыҙҙары тәүҙә үҙҙәре менән яҡындан таныштырҙы, унан башҡорт кейемендә мода күрһәтте, аш-һыуға маһирлығын, йыр-бейеүгә оҫталығын күрһәтте. Һылыуҡайҙар өйгә эш итеп бирелгән сәсмәү яһауға ла яуаплы ҡараған.

Һөҙөмтәлә гран-приға – белем усағының “Һылыуҡай-2019” исеменә – Айгүзәл Күскилдина лайыҡ булды. Шулай уҡ төрлө номинацияларҙа еңеүселәр билдәләнде. Сибай институты ла был бәйгегә үҙенең махсус бүләген әҙерләгәйне. Уны уҡыу йортоноң матбуғат хеҙмәте етәксеһе Рәүилә Хәсәнова Зөлфирә Абдрахмановаға тапшырҙы.

Сараны Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы Әлнисә Алдырханова юғары кимәлдә алып барҙы.


Вернуться назад

Яндекс.Метрика