Тәжрибә күрһәтеүенсә, хәҙерге көндә бәләкәй эшҡыуарлыҡ өлкәһендә лә туранан-тура ҡулланыу баҙары өсөн эшләгән, етештереүҙе киңәйтеүгә үҙ инвестицияларын һалған, продукцияның сифатын тәүге урынға ҡуйған шәхси предприятиелар йылдам үҫеш ала. Ә социаль йүнәлеште һайлаған бизнес урындағы муниципаль власть һәм үҙидара органдары тарафынан һәр саҡ яҡлау таба.
Шаранда шәхси эшҡыуар Юрий Дәүләтов етәкләгән коллективты нәҡ шундай предприятиелар рәтенә индерергә мөмкин. Хәҙер уның бәләкәй икмәкханаһын районда белмәгән кеше юҡтыр. Технологияны яңыртып, ул етештереүсәнлекте һиҙелерлек күтәреүгә өлгәшкән.
Ком: 0 // Уҡынылар: 32 тапҡыр // Тотош уҡырға


